Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 18:00

Цирк көмбәҙендә яҡты йондоҙ булып балҡыған яҡташыбыҙ

Көтөүсе егет төшөндә бер һылыу ҡыҙға ғашиҡ була. Ләкин уның һөйгәнен ай урлап китә. Ҡапыл тертләп уянған егет, йөрәк ярһыуына түҙә алмай, ҡулына сыбыртҡыһын ала ла уны шартлата-шартлата бейергә тотона. Ә йөрәкһергә мәжбүр иткән, күктән көткән һылыу ҡыҙ ерҙә булып сыға. Һылыу ҡыҙ менән егет бергәләп бейей башлайҙар. Шул саҡ ҡыҙ: “Эй, егет, мин ерҙә, ә гөлөм айҙа ҡалды...” Батыр егет сыбыртҡыһын ҡороҡ итеп, айҙы эләктереп ала һәм уның буйлап менеп гөлдө алып төшә..

Көтөүсе егет төшөндә бер һылыу ҡыҙға ғашиҡ була. Ләкин уның һөйгәнен ай урлап китә. Ҡапыл тертләп уянған егет, йөрәк ярһыуына түҙә алмай, ҡулына сыбыртҡыһын ала ла уны шартлата-шартлата бейергә тотона. Ә йөрәкһергә мәжбүр иткән, күктән көткән һылыу ҡыҙ ерҙә булып сыға. Һылыу ҡыҙ менән егет бергәләп бейей башлайҙар. Шул саҡ ҡыҙ: “Эй, егет, мин ерҙә, ә гөлөм айҙа ҡалды...” Батыр егет сыбыртҡыһын ҡороҡ итеп, айҙы эләктереп ала һәм уның буйлап менеп гөлдө алып төшә...

Аренала ошондай эпизод сәхнәләштерелә. Һөйгәненә айҙан гөл алып төшкән ир-уҙаман Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Йәрмөхәмәтов Салауат Фәтхлислам улы була.

Рәсәй, Башҡортостан цирк сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған Салауат Йәрмөхәмәтов 1948 йылда Ейәнсура районы Ағурҙа ауылында Ғәйшә һәм Фәтхлислам Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғаиләлә 7 бала: 3 малай һәм 4 ҡыҙ була. Ата менән әсә балаларына матур тәрбиә бирә, уларҙы эшһөйәр, илһөйәр итеп үҫтерәләр. Фәтхлислам Йәрмөхәмәтов ғүмер буйы совхозда аттар ҡарай. “Ат ене” Салауатҡа атаһынан күсә. “Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Салауат ағай ҙа атаһынан күреп йүкәнән сыбыртҡылар, ҡамсылар үрә. Бәләкәй генә малай үҙенең тәүге сыбыртҡыларын үргән саҡта, ошо шөғөл уны цирк сәнғәтенең йондоҙо итеп балҡытыр, тигән уй башына ла инеп сыҡмағандыр.

Башланғыс белемде Салауат Йәрмөхәмәтов Ағурҙа мәктәбендә ала. Уҡырға, яҙырға уны Мансура апай өйрәтә. Отҡор малай Иҙелбаҡ урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һигеҙенсе класты (хәҙер 9 класс) уңышлы тамамлағас, Салауат Йәрмөхәмәтов Өфө ҡалаһына юллана – Сәғит ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Мөхәммәт Ҡулансин, “Башнефтехимремстрой” тресының конструкторҙар бюроһы етәксеһе, Салауатты башҡалаға саҡыра. Егет 14-се һанлы ПТУ- ға уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, Салауат Йәрмөхәмәтов ярты йыл самаһы химия заводында эшләй. Нефть һаҡлағыс резервуарҙар бөгәләр. Ошо уҡ заводта һуңынан уның бер туған ҡустыһы Нуриман, һылыуҙары Фәниә менән Райхана ла хеҙмәт итә.

Заводта эшләп йөрөгәндә Фәрит Фәтхетдинов тигән иптәш егете Салауатты цирк студияһына саҡыра. Ул ваҡытта циркка һәләтле йәштәрҙе йыйған булалар. Меңләп кеше араһынан 46-ны ғына һайлап алалар. Тәүҙә Салауат Йәрмөхәмәтов акробаттар менән шөғөлләнә. Сөнки уның кәүҙәһе һығылмалы һәм еңел була. Бер туған һылыуы Фәниә: “Бала саҡтан Салауат ағайым бик еңел кәүҙәле булды. Ул яр буйында үҫкән тирәктәргә арҡандар аҫа ла уларға түңәрәк ҡулсалар элә ине. Унда төрлө күнегеүҙәр эшләй торғайны: йә күккә атыла, йә тәгәрмәс кеүек әйләнә. Ошолай итеп ағайым беҙгә цирк күрһәтә торғайны”, – тип иҫләй.

Ошолай башлана Салауат Йәрмөхәмәтовтың циркка юлы. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты милли цирк төркөмө булдырыу өсөн күп көс һала. Салауат ағай әле лә хайран ҡалып һөйләй: “Циркка яңы ғына килгән йәштәргә 80 һум стипендия түләнеләр (бер айлыҡ эш хаҡы), һәр беребеҙгә айырым бүлмә бирҙеләр”. Цирктағы тәүге номеры “Арғымаҡтар менгән шаян һунарсылар” тип атала. Был номерҙы ул Юнир һәм Гүзәл Ғәзизовтар менән ҡуя. Номер бик уңышлы килеп сыға. Артабан Салауат Йәрмөхәмәтов цирк донъяһына сума. Гастролдәр артынан гастролдәр башлана.

Военкоматҡа ғариза артынан ғариза яҙып, аптыратып бөткәс кенә, 26 йәшендә уны армияға алалар. Белая Церковь тигән ҡалала Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй.

Армиянан дәртләнеп, эшен һағынып ҡайтҡан егетте цирк коллективы ла ҡыуанып ҡаршылай. Цирк аренаһында Салауат Йәрмөхәмәтов ҡатнашлығында номерҙар йыш күренә башлай. Башҡортостан, СССР буйлап, сит илдәргә гастролдәр башлана. Салауат Фәтхлислам улы һәр бер номерын милли ерлектә эшләргә тырыша.

Мәскәү циркында һыбайлы егеттәр менән эшләй. Был төркөмдә осетиндар, бер туғандар Рәмил һәм Ринат Шакировтар, Салауат Йәрмөхәмәтов була. Төркөм етәксеһе - осетин Тамерлан Нугзаров. Джигитовка – ул һыбайлыларҙың трюктары. Джигитовкала эшләгән сағын Салауат ағай ошолай хәтерләй: “Арена буйлап аттар елә... Ә ат өҫтөндә беҙ төрлө трюктар эшләйбеҙ. Кәүҙәнең ауырлығы ла беленмәй, ат өҫтөндә ҡош кеүек осам. Ат менән икебеҙ бер бөтөн. Күңелдә ташҡан хистәрҙе тел менән генә аңлатырлыҡ түгел.”

Ошо осорҙа ул өйләнә. Ҡатыны Миңзилә Әхәт ҡыҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт халыҡ бейеү ансамбле солисткаһы була. Салауат ағай ҡатынын циркка эшкә саҡыра. Улар циркта бергәләп сығыш яһай башлайҙар...

Ғәзимә Йәркәева.

Байыш ауылы.

(Тулы тексты "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 94-се һанында (22.11.2019) уҡығыҙ.
Читайте нас: