Бөтә яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 23:45

Алға, үҙебеҙҙекеләр! Һеҙ яҡшыраҡ булдыраһығыҙ!

Рәсәйҙә Театр йылының иң сағыу йәштәр проекты – “Театраль Волга буйы” фестиваленең мәктәп һәм студент тамашаларын 100 меңдән ашыу кеше ҡараны.

Рәсәйҙә Театр йылының иң сағыу йәштәр проекты – “Театраль Волга буйы” фестиваленең мәктәп һәм студент тамашаларын 100 меңдән ашыу кеше ҡараны.


Спектаклдәрҙә Волга буйы федераль округы төбәктәренән ете меңдән ашыу йәш актер, уҡыусы һәм студент ҡатнашты.

Йәш актерҙар тамашаларҙа мөхәббәт, тоғролоҡ, бурыс тойғоһо һәм йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек темаларҙы күтәрә. Төбәк һәм округ этаптары барышында фестиваль ҙур социаль проектҡа әүерелде. Унда ҡатнашыусылар спектаклдәрен балалар һәм ҡарттар йорттарында күрһәтте, тамаша мотивтары буйынса фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, театраль марафондар, эстафеталар, ижади осрашыуҙар, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәрҙе.

Ижади йәштәр өсөн күләмле ваҡиғаны ойоштороу идеяһы – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың шәхси башланғысы.

Йәш актерҙарға округтағы бөтә төбәк башлыҡтары булышлыҡ итте. Улар спектаклдәрҙе ҡараны, тамашаларҙан һуң йәштәр менән осрашты, социаль селтәрҙә улар өсөн “көйөргә” саҡырҙы. Фестивалдең YouTube каналындағы видео-контентын ҡарағандарҙың дөйөм һаны 35 меңгә етте.

Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә тауыш биреүгә йомғаҡ яһала һәм “Иң яҡшы мәктәп театры” “Иң яҡшы студент театры”, “Иң яҡшы режиссер”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” тигән номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә.

Волга буйы федераль округында йәшәгән һәр кеше 8 (800) 350-35-43 телефоны аша бушлай шылтыратып, иң яҡшы театр тамашаһы өсөн тауыш бирә ала. Тауыш биреү 29 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм 30 ноябрҙә шулай уҡ Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-ҙә тамамлана.

Республикабыҙҙан фестивалдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” һәм Межгорье ҡалаһынан “Пауза” театрҙары ҡатнашты. Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек! Алға, Башҡортостан!




Фото: "Башинформ".
Читайте нас: