Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 16:13

Биштирәктәр

Биштирәк ауылы 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем Уразов Мөхит, Ваһапов Абдулла тигән Байыш ауылы байҙарының йәйләүе булған...

Биштирәк ауылы 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем Уразов Мөхит, Ваһапов Абдулла тигән Байыш ауылы байҙарының йәйләүе булған...
...1935 йылда ауылға Ҡаҙағстандан аслыҡтан ҡасҡан күскенселәр килә башлаған. Ул осорҙа ауыл урынында дүрт өй булып, бер кәшәр һарыҡ аҫралған...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, иң тәүгеләрҙән булып фронтҡа Мулдаш, Дүсән тигән ағайҙар киткән, ләкин улар һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған. Һуғыштан һуңғы осорҙа Биштирәк ауылына Ҡужанаҡ, Ярғайыш ауылдарынан, Хәйбулла яҡтарынан кешеләр йәшәргә килгән. 1990 йылдарҙа ауылда 70-кә тиклем йорт иҫәпләнгән, унда тулы булмаған урта мәктәп, медпункт, магазин, клуб, 3 кәшәр һарыҡ, МТМ, склад булған.
Герой-әсәләр Фәтихә Ҡәҙербаҡова, Нурсиә Хәмиҙуллина, Өммөкамал Яратҡолова, хеҙмәт ветерандары Булат Юланов, Нурмөхәмәт Аҡъюлов, Рәхимйән Яратҡолов һәм башҡалар ауылдың ғорурлығы булған. Ошо ауыл егете Ҡәҙербаҡов Ғәбделхаҡ Ғәзизйән улы оҙаҡ йылдар Иҫәнғолдағы «Сельстрой» предприятиеһы директоры булып эшләй, ә алдынғы механизатор Шәкир Баһау улы Хәсәновтың исеме ваҡытында бөтөн районға киң билдәле була.
Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан Мөхәмәтйән Арыҫланов, Баһау Хәсәнов, Шәйхетдин Бикташев, Сарсанбай Каракенов, Сәйфетдин Ултраков, Йыһанша Яратҡолов, Тукуш Казбеков, Мортаҙа Ҡансурин, Сөләймән Әбсәләмов, Ғәйзулла Ҡәҙербаҡов, Хисам Тимербаев еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан. Был утты-һыуҙы кискән яугирҙәр иңенә һуғыштан һуңғы осорҙағы хужалыҡты, ауылды күтәреү йөгө ятҡан.
Мөхәмәтйән Зыят улы Арыҫланов фронт юлын 1-се һанлы Алыҫ Көнсығыш фронтында башлай. Япон милитаристарын тар-мар итеүҙә, Төньяҡ Кореялағы, Порт-Артурҙағы ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Һуғыш бөткәс, Японияла хеҙмәтен дауам итә. Ул II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. 1955 йылдан башлап хаҡлы ялға сыҡҡанса Мөхәмәтйән Зыят улы тимерсе булып эшләй.
Пелагея Ивановна Николаева 1910 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында тыуған. Әсәһе ул бала саҡта уҡ вафат булған. Баланы олатаһы тәрбиәләп үҫтергән.
Һуғышҡа тиклем П. Николаева медсестралар әҙерләү курсын тамамлай, Ленинград фронтында ҡатнаша, яралана. Госпиталдән һауығып сыҡҡас, Миәс ҡалаһында немец тотҡондары булған лагерҙа эшләй. Шул осорҙа Зиннуров фамилиялы егеткә кейәүгә сыға. Һуғыш бөткәс, йәштәр Казанка ауылына йәшәргә килә, унан ғаилә Биштирәккә күсенә. Ауылда Пелагея Ивановна колхоздың төрлө эштәрендә эшләй.
Хеҙмәт фронтында бил бөккән апай-инәйҙәр ҙә Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Улар рәтендә Фәтихә Хәмиҙулла ҡыҙы ла булған. 1929 йылғы ҡыҙ 1937 йылда беренсе класҡа уҡырға бара. Һуғыш йылдарында өлкәндәр менән бер рәттә колхоз эштәренә йөрөй: бәрәстәр ҡарай, көтөү көтә, төнгө сменала ырҙын табағында эшләй.
1952 йылда ул кисәге фронтовик Ғәзизйән Ҡәҙербаҡовҡа кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Яратҡолов Рәхимйән Йыһанша улы 1930 йылда Хәйбулла районында тыуған. 1946 йылда уларҙың ғаиләһе Биштирәк ауылына күсеп килә. 1950 йылға тиклем егет төрлө эштәрҙә эшләй, ә 1952 йылдан ул ДТ-54 тракторына ултыра. Р. Яратҡолов сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша. Тырыш механизаторҙы совхоз етәкселеге 1959 йылда МТЗ-5 тракторына ултырта. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Рәхимйән Йыһанша улы 1963 – 1982 йылдарҙа хужалыҡта бригадир булып эшләй.
Рәхимйән Йыһанша улының тормош иптәше Өммөкамал Ғимаҙитдин ҡыҙы 1928 йылда донъяға килгән. Йәш ҡыҙ 1957 йылға тиклем һарыҡсылыҡта эшләй.

Материалдарҙы әҙерләгәндә район музейының архив фонды файҙаланылды.
Читайте нас: