Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 00:00

Ус эсендә - усаҡ

Төркөмдәшебеҙ - яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованан өр яңы хикәйә-"күстәнәс" Бөйөк Ватан ћуғышы йылдарында ата-әсәләре урынына ҡалып, кесе туғандарына ярҙам итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырышҡан апайҙарға бағышлайым. Автор. Һыуыҡ. Ләкин нисек тә сыҙарға кәрәк. Түҙмәй хәл дә юҡ. Мейестәге ҡуҙҙы ошоға тиклем һүндермәй киләләр ине. Ә бөгөн тороуға бер нәмә лә ҡалмаған. Бына апаһы эштән ҡайтыр ҙа, күршеләрҙән ҡуҙһалғысҡа һалып, тере күмер алып инер. Унан ут тоҡандырырҙар. Йүнле утыны ла юҡ бит әле уның… Апаһы алып ҡайтырға вәғәҙә биргәйне. Сәрбиямал үҙе сығып ҡоро-һары эҙләр ине лә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡатаһының табаны төштө. Уны тектерергә кәрәк. Ҡыҙ бала иҫке юрғанға аяғын төрҙө. Һыйыр мөңрәгәне ишетелде. Асыҡҡандыр шул. Уның да ашарына әҙ генә ҡалды. Алаҡай оҙаҡламай быҙауларға тейеш. Аҡ буласаҡ, телгә аҡ йоғасаҡ! Күп ҡалманы. Бөгөн, йә иртәгә. Бына шулай үҙен йыуата Сәрбиямал. Ҡатаһының табаны төшкәндән бирле ул мәктәпкә лә йөрөй алмай… Бер үҙе өйҙә ҡаңғыра.

Төркөмдәшебеҙ - яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованан өр яңы хикәйә-"күстәнәс"




Бөйөк Ватан ћуғышы йылдарында ата-әсәләре урынына ҡалып, кесе туғандарына ярҙам итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырышҡан апайҙарға бағышлайым.

Автор.


Һыуыҡ. Ләкин нисек тә сыҙарға кәрәк. Түҙмәй хәл дә юҡ. Мейестәге ҡуҙҙы ошоға тиклем һүндермәй киләләр ине. Ә бөгөн тороуға бер нәмә лә ҡалмаған. Бына апаһы эштән ҡайтыр ҙа, күршеләрҙән ҡуҙһалғысҡа һалып, тере күмер алып инер. Унан ут тоҡандырырҙар. Йүнле утыны ла юҡ бит әле уның… Апаһы алып ҡайтырға вәғәҙә биргәйне. Сәрбиямал үҙе сығып ҡоро-һары эҙләр ине лә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡатаһының табаны төштө. Уны тектерергә кәрәк. Ҡыҙ бала иҫке юрғанға аяғын төрҙө. Һыйыр мөңрәгәне ишетелде. Асыҡҡандыр шул. Уның да ашарына әҙ генә ҡалды. Алаҡай оҙаҡламай быҙауларға тейеш. Аҡ буласаҡ, телгә аҡ йоғасаҡ! Күп ҡалманы. Бөгөн, йә иртәгә. Бына шулай үҙен йыуата Сәрбиямал. Ҡатаһының табаны төшкәндән бирле ул мәктәпкә лә йөрөй алмай… Бер үҙе өйҙә ҡаңғыра. Ә кистәрен Сәрбиназ апаһының ҡосағында йылына. Апаһы тыйһа ла, яланаяҡ көйөнсә һыйырҙы сығып ҡарай. Сәрбиназ ҡара таңдан эшкә китә. Быуаҙ һыйырға күҙ һалмайынса ла ярамай, юғиһә, безәүкәйен туңдырып ҡуйырҙар. Эйе, Сәрбиямал Алаҡайға тиҙ-тиҙ генә һалам ташлай ҙа, өйгә яғына «зыйлай». Аяғын итәгенә йәшереп, бөгәрләнеп кенә ултыра. Ҡай саҡ


йүгереп тә, бейеп ала. Шулай күңеллерәк. Икенсе көн ауыҙға тәғәм ризыҡ ҡапҡан юҡ. Түҙмәй ҡайҙа бараһың? Әсәләре ауырып ярты йыл элек үлеп ҡалды. Аталарының һуғышта хәбәрһеҙ юғалыу ҡайғыһы уны шулай бөтөрҙө шикелле. Һәр хәлдә, Сәрбиназ апаһы шулай, ти. Сәрбиназ ҙур, уға ун биш йәше тулды. Сәрбиямал апаһынан биш йәшкә кесе. Апаһы менән бер ҡор булмауына, диләнкә ҡырҡырға бергә йөрөй алмауына ҡайғыра. Ярар, уның өҫтөндә һыйыр ҡарау бурысы бар бит әле.


Бөтөнләй ҡараңғы төштө, ә Сәрбиназ апаһы һаман ҡайтманы. Туҡта, ана бит ҡар шығырлай! Бөршәйгән ҡыҙ яҙылып ултырҙы. Өйгә бригадир булып йөрөгән Шәрип ҡарт килеп инде.


- Апайыңды көтмә. Алып киттеләр.


- Ҡайҙа алып киттеләр?


- Иген урлап тотолдо. Йүнһеҙ, - тип һөйләнде бригадир. -Башы икәү булғас…


Сәрбиямал күҙен шар асҡан килеш әкрен генә тороп баҫты.


- Алйот ҡыҙ! Нимә уйлаған. Белә ине бит… белә ине бит ҡалай буласағын! Бәлә булдылар башҡа! Бына ҡалай була ул ҡаза!- тине бригадир.


Ҡот осорҡос хәбәр ҡыҙыҡайҙың аңына барып етте, күкрәгенән иңрәп бер ауаз сыҡты.


- Мин әйтермен күршеләреңә. Күҙ-ҡолаҡ булырҙар йорт-ҡураңа. Унан бер нәмә хәл итербеҙ, - тине үҙенсә йыуатып Шәрип ҡарт.


Апаһының бүтән бында ҡайтмаясағын аңлаған Сәрбиямал ҡысҡырып илап ебәрҙе.


Тышта һыйыр мөңрәне. Эйе, һыйыр ас, ашарға һорай. Ә уның быйма түгел, ҡатаһы ла юҡ. Апаһы өйҙә саҡта уныҡын алмашлап кейәләр ине… Ләкин ҡалайтып булһа ла һыйырға сығырға кәрәк. Ул бөгөнлө-иртәле быҙаулаясаҡ!


Күршеләргә инәһе урынға ҡыҙыҡай кәртәгә йүнәлде. Һыйыр, һыйыр… Алаҡай, хәҙер-хәҙер! Туң һалам соҡоуы анһат түгел. Аяҡ ҡатты. Иҫ белмәҫ булды. Өйгә йүгереп килеп инде лә алама юрған аҫтына сумды. Нимә менән генә барып бөтөр икән был эш? Апаһын ҡайтармаҫтармы икән ни? Ул саҡта нимә эшләр яңғыҙы? Ҡыҙыҡай юрғанға бөркәнгән көйөнсә иланы ла иланы. Һәр ҡыштырлаған тауышҡа һиҫкәнеп башын ҡалҡытты. Йоҡламай көтһә, апаһы ҡайтып инер һымаҡ. Ләкин ул ҡайтманы. Сәрбиямал иртәнге һыуыҡтан өшөп уянды. Урындан торғо килмәй. Һыйырҙары ни хәлдә икән? Мөңрәмәй былай. Шул саҡ ишек шығырлап асылды. Апаһы! Сәрбиямал ялп итеп тороп ултырҙы. Хәҙер осоп барып, уның муйынына аҫылынасаҡ! Тик туфалтаны ашатлаусы апаһы түгел, ә арғы ос Зәриә апай ине. Ҡыҙҙың янған күҙҙәре ҡабат һүнде. Асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, саҡырылмаған ҡунаҡҡа төбәлде. Бынан бер нисә көн элек кенә ошо апай килеп киткәйне.


Эйе, ошо апай бит уларҙың һыйырын ризыҡҡа алмаштырырға иткәйне. Сәрбиназ ризалашманы. Хәҙер хужабикәнең юҡлығынан файҙаланып, һәүкәштәрен алып сығып китһә, Сәрбиямал нимә эшләр инде?


- Ниңә шымтайҙың, мин бит һиңә апайыңдың сәләмен алып килдем, - тине ҡатын.


Аҫтан һөҙөп ҡараған ҡыҙыҡай бер нәмә тип тә өндәшмәне.


- Үҙем ҡайтҡансы һылыуымды ҡарап тор, апай, тип инәлә.


- Юҡ! - тине Сәрбиямал - Апайымдың ҡайтҡанын ошонда ғына көтәм.


- Һы… Ҡара! Ышанмай! Шулай булыр тип уйланым да. Бына, әләйһә, мисәте! – Зәриә апай кеҫәһенән Сәрбиназдың көмөш балдағын сығарҙы. Эйе, әсәһе үлгәс, апаһы әсәһенең балдағын һалмай таға ине. – Мә, миңә уның кәрәге юҡ! Апайың туғанын алып ҡайтыр кеше табылғанға ҡыуанды, белгең килһә! Донъя етем-еһер менән тулы. Кеше үҙ балаһын туйҙыра алмай. Кемгә кәрәк артыҡ тамаҡ? Һыйыр хаҡына ризалаштым.


Сәрбиямал балдаҡты усына ҡыҫҡан килеш һаман бер нәмә лә әйтмәне.


- Апайың урлашып, күрә-ҡара башын утҡа тыҡты. Бер ус бойҙайға алданып! Хәҙер төрмәнән ҡотолоу юҡ. Мин Рәйеф ағайың арҡаһында ғына уның менән һөйләшә алдым.


Эйе, Зәриә апай колхоз рәйесе Рәйефтең бер туған һеңлеһе.


- Һыйырың…


- Апайым менән икебеҙҙеке!


- Беләм! Хәҙер нәмәләргеҙҙе канфискәвәт итеп ҡуйһалар, кем килеп яҡлар? Икебеҙҙеке, имеш…


Һыйырҙарын алып китерҙәреме икән ни? Сәрбиямал мышҡылдай башланы.


- Тор, йыйын, балам, - тине был юлы Зәриә. «Балам» тигән һүҙ күңелгә тәъҫир итте.


- Башта һыйырҙы ҡарап инәм.


Бер аҙҙан ул атылып килеп инде.


- Быҙаулаған!


- Э-э-э… Бәрәкәтле бала икәнһең! Өйөгөҙгә индереп торайыҡ. Безәүкәйе туңып ҡаймаһын. Иртәгәләре килеп алып китербеҙ. Бөгөн булмаҫ.


- Апайымсы? Ул бит белмәй!..


- Ай, Алла! Апайым да, апайым. Ҡайтарһалар, килер ҙә алыр!


Мына, аяғыңа. Өйҙән алып килдем. Апайың, ул яланаҡ, тип әйтте,


Сәрбиямал йәһәт кенә төпләнгән быйманы ҡуңалтаҡ кейеп алды, унан үҙенең иҫке бишмәтенә үрелде. Башын эйеп ҡатындың артынан эйәрҙе. Зәриә апайҙарҙың йылы өйөндә ҡайнар сәй эскәс, тәнде лә, йәнде лә рәхәтлек биләп алды. Быҙау шатлығы еңде, ул ойоп киткәнен дә һиҙмәне.


Сәрбиназ апаһы бергә эшләгән Рәүфә тигән дуҫы менән бергә тотолған. Ҡайтып барған саҡтарында арттарынан ҡыуып етеп моҡсайҙарын тикшергәндәр. Ана шунда тапҡндар ҙа инде урлап алып ҡайтып барған нәмәләрен. Сит малға ҡул һуҙыу түгел, берәүгә лә үҙ ғүмерендә ауыр һүҙ әйтмәгән йомшаҡ күңелле апаһының был ҡылығын кисереүе ныҡ ауыр булды Сәрбиямалға. Сәрбиназ уның өсөн атай ҙа, әсәй ҙә ине бит. «Мине аслыҡҡа интектермәҫ өсөн алғандыр инде. Тағы ла бер көн сыҙаһа, быҙауыбыҙҙы күргән булыр ине. Ыуыҙ бешереп ашар инек. Их-ма, ҡалай үкенес…» - тип уйланып, ут йотҡан саҡтары әҙ булманы Сәрбиямалдың. Бына шулай биш йылға китеп барҙы апаһы, хәбәр-хәтер ишетелмәне.


Баштараҡ донъялағы иң яҡын, иң ғәзиз, иң ҡәҙерле кешеһен һағынып йыш ҡына илай торғайны. Ләкин мәктәпкә йөрөй башлағас, мәшәҡәттәр ҙә күбәйҙе, алдынғы уҡыусы Сәрбиямал бөтөн сараларҙа


ҡатнашты, зирәк баланы унда ла, бында ла ҡуштылар, «активисыбыҙ» тип йөрөттөләр. Һәр хәлдә, күңелде күтәрер нәмәләр табылып торҙо. Яҡшы уҡыған, тырыш ҡыҙ баланың хәлен мәктәптә лә аңлағандарҙыр. Иптәштәре араһында ла уға ҡырын ҡарағандары, ҡыйыш һүҙ әйтеп рәнйеткәндәре булманы. Апаһының ҡылығы өсөн оялыу, кәмһенеү хисе кәмегәндәй булды. Хәленән килгәнсә, ул үҙенең исемен, фамилияһын аҡларға тырышты.


Ике йылдан Еңеү таңы атты. Бүтәндәр һымаҡ уҡ оло шатлыҡ кисерҙе Сәрбиямал. Эйе, 9 май иң оло байрам булып ҡалды хәтерендә. Мәктәптә ҙур сараға әҙерлек башланды. Улар концерт ҡуйырға тейештәр, хатта номерҙарҙы район үҙәгенә алып барасаҡтар икән. Күрше райондарға ла сығасаҡтары мәғлүм булды. Яҡшы хәтерле, тасуири шиғыр уҡырға яратҡан Сәрбиямалды алып барыусы итеп ҡуйҙылар. Ҡыҙыҡайға үҙе яҙған бер нисә шиғырын ятларға ҡуштылар. Оҙонорағын хатта сценарий итеп эшләнеләр, йәғни бер нисә бала уны бүлеп һөйләйәсәк. Аҙаҡҡы репетицияға мәктәп директоры менән ҡуша бер ят апай ҙа инеп ултырҙы. Район үҙәгенән вәкил, тинеләр. Балалар таралышҡас, Сәрбиямал ашыҡмай ғына кейенде, уҡытыусыһы менән бер-ике номер буйынса һөйләшеп алырға кәрәк ине. Ә ул, нишләптер, директор янында оҙаҡланы. Уны ишек төбөндә көтмәк булып, ҡыҙ шул яҡҡа атланы. Ишек ябылып бөтмәгәйне. Һөйләшеү ап-асыҡ ишетелә. Сәрбиямал ҡолаҡ һалды.


- Әйттем бит, юҡ, тинем! - райондан килгән ҡатындың тауышы асыулы. – Башығыҙ эшләйме һеҙҙең, юҡмы? Рәғиҙә һеңлем, беҙ Еңеү көнө билдәләйбеҙ. Үҙгәрт! Теге актив ҡыҙыҡайҙың апаһы бур, төрмәлә ултыра. Тимәк, дошман. Беҙ һәр ялыуға ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ. Ә беҙҙә фронтовиктарҙың балалары былай ҙа етерлек!


Сәрбиямал һүҙҙең үҙе тураһында барғанын аңланы. Сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Рәғиҙә апай яҡлашты:


- Атаһы фронтивик уның.


Тик уҡытыусының яуабынан ят апай ҡыҙыбыраҡ китте.


- Фронтовик булһа ни, әле уның ҡайҙалығы асыҡланмаған. Хәбәрһеҙ юғалған, ишеттеңме? Хәбәрһеҙ! Сәйәси уяулыҡты юғалтмайыҡ, иптәштәр. Башыбыҙҙан һыйпамаҫтар. Был концертҡа активисығыҙҙы яҡын юлатмағыҙ.


Сәрбиямал аяҡтарын саҡ һөйрәп сығып китте. Ҡайтҡас, ҡалтыранып ауырый башланы. Иртәгәһен мәктәпкә аяҡ тартманы. Ауырып киткәнен иптәштәре аша хәбәр иттерҙе. Үҙе ойошторған, үҙе төҙөшкән байрам концертынан баш тартырға мәжбүр булды… Кәртәгә сығып, һыйырҙарын ҡосаҡлап үкереп иланыул.


Апаһы тураһында бик оҙаҡ уйланып йөрөнө. Нишләнең һин, апай? Ниндәй көнгә төшөрҙөң һеңлеңде? Өй ҙә юҡ, яҡлаусы ла юҡ... Нисек кенә тырышып уҡыһа ла, яҙмышына ҡара йоҡҡан кеше ул хәҙер! Бындай хурлыҡҡа ҡалғансы, астан ятып үлһәләр яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? «Беҙ халыҡ дошмандарына, ҡоротҡостарға, бурҙарға ҡарата аяуһыҙ булырбыҙ. Бурҙар, халыҡ милкенә ҡул һуҙыусылар һатлыҡ йәндәрҙән ҡайһы яғы менән айырыла?» Мәктәптә йыйылыш мәлдәрендә активистарҙың шулай тип һөйләгән саҡтарында, был һүҙҙәрҙе үҙенә төбәлгән һымаҡ тоя ине Сәрбиямал.


Бер йылдан улар Иртәлек ауылына күсеп киттеләр. Зәриәнең Рәйеф ағаһын - рәхимһеҙ, ҡаты ҡуллы кешене - колхоз рәйеслегенән


бушаттылар. Ул эштән алынғас, һеңлеһенең ғаиләһе өсөн дә ауылда ҡалыуҙан әллә ни мәғәнә ҡалманы. Зәриә апаһы күсенергә мәжбүр булды. Ә Сәрбиямал өсөн ауылдан сығып китеү шатлыҡ булды.


- Бында мәктәп тә яңыраҡ икән, яңы дуҫтар ҙа табылыр, - тип йыуатты ул үҙен.


- Яңы түгел, иҫке дуҫтарға ла ышаныуы ҡыйын хәҙер. Ана, ағайымды эштән алғастары миңә нисек кенә исем таҡманылар. Ә бит ҡушамат тағыусыларҙың күбеһе ағай хужа саҡта юхаланып, эргәмдә ураланып йөрөнө, өйөмдән сыҡманылар, ҡәһәр төшкөрҙәре. Ә һин апайыңдың төрмәлә бында берәйһенә ысҡындыра күрмә! Шым бул! Һине генә түгел, мине лә дошман итерҙәр, бур яһарҙар. Ишетһен ҡолағың!


Ниндәй дошман? Аҡ эт бәләһе ҡара эткә, Сәрбиназ апаһы бер яңғылышты, шуны бер ҡасан да теленән төшөрмәйсе! Ауылдағы иң һөтлө һәүкәш хәҙер Зәриә апайҙа. Уның быҙауын һатып, аҡсалы булды. Хатта өй эсендәге булған мөлкәтте һатып бөттө. Инде бит ҡыуан да йәшә!


- Ярар өйөгөҙҙө алыусы табылды.


- Нишләп улай тиһең, апай? Алыусы, тиһеңме?


- Атаҡ, һуң, өйөгөҙҙө һатырға тура килде? Һине нисек аҫырарға?


Өйҙәре һатылған? Сәрбиямалдың тыны ҡыҫылды. Ул хәҙер бөтөнләй берәҙәк икән дә баһа!


- Атай һалған өйө ине бит.


- Апайың ғәйепле! Башһыҙ! Бер ус бойҙай урлап, кем байыған? Уны төрмәнәнә сығарһалар, мәйтәм, хәйер һорашып йөрөрһөгөҙмө икән? Уйлағаның бармы?


Сәрбиямал нимә тип әйтергә белмәй селт-селт күҙҙәрен йомдо. Зәриәнең тауышы йомшара төштө.


-Ярар, бәхетең, мин бар.


Их, апай, һинең бер хатаң бына нимә эшләтте? Бөтөнөһөнән яҙҙылар! Һылыуың да кеше көнлө. Мыжыҡ Зәриә апайҙың күҙенә генә ҡарап тора бит ул. Ҡолаҡ итен күпме сәйнәһә лә, ҡаршы беҙ һүҙ әйтә алмай. Төрмәнән ҡайтҡандарға мөнәсәбәт яҡшы түгел. Сәрбиназды бер ҡайҙа ла эшкә алмаһалар? Зәриә апай хәҙер көн-төн шул турала тылҡый. Мин уны аҫырарға йыйынмайым, ти. Ысынлап та, Сәрбиямал ҡурҡа, нишләргә белмәй ине. Апайҙы ла уйламай булмай... Шул саҡ күңелдә йәлләү менән ҡатыш нәфрәт ҡайнап ҡуя. Апайҙың ҡөһөрө уға төшә. Ене ҡупҡан саҡта Зәриә уны бәргесләп тә ала. Иң үкенеслеһе, был яуыз ҡатын көмөш балдаҡты тартып алды. Әсәһенең изге ҡомартҡыһын.


Фәрзәнә Аҡбулатова.

Дауамы бар.
Читайте нас: