Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 00:00

Ус эсендә усаҡ. Дауамы

ДАУАМЫ Бер көндө ишек шаҡынылар. Барып асыуға алдында яңаҡтары эскә батҡан, ҡураныс ҡына кәүҙәле, алама кейемдә бер апай баҫып тора ине. Ҡапыл-ҡара кемлеген таныманы. Текләштеләр, шунан Сәрбиямал тертләне. Был апаһы ине. Сәрбиназ ҡулдарын уға табан һуҙҙы.

ДАУАМЫ

Бер көндө ишек шаҡынылар. Барып асыуға алдында яңаҡтары эскә батҡан, ҡураныс ҡына кәүҙәле, алама кейемдә бер апай баҫып тора ине. Ҡапыл-ҡара кемлеген таныманы. Текләштеләр, шунан Сәрбиямал тертләне. Был апаһы ине. Сәрбиназ ҡулдарын уға табан һуҙҙы.


- Һылыуым!..


Сәрбиямал артҡа сигенде.


– Һылыуым, мине танымайһыңмы әллә!


Уға һөҙөп ҡараған һылыуы артҡа сигенә бирҙе.


- Мин ҡайттым. Ҡайтарҙылар. Һине алырға тип килдем, - тине апаһы йәлләнес йылмайып.


«Алырға! Ҡайҙа алырға?» Ысынлап та, ҡайҙа ала алһын уны төрмәнән саҡ ҡотолған апаһы? Уларҙың өйһөҙ. Баш терәр урындары юҡ.


- Һылыуым, нишләп улай ҡарап киттең? Кил, бер ҡосаҡлап һөйәйем үҙеңде.


Сәрбиямал иҫенә килде. Әләм-һәләм кейгән апаһынан сирҡаныу ҙа бар ие.


- Юҡ, тине ул, - Юҡ…


Тауышы сыҡманы, ирене генә бышылданы. Аңланы апаһы. Күҙҙәре йәш тулған килеш ҡатып ҡалды. Апаһы уға икенсе тапҡыр һуҙылһа, Сәрбиямал ишекте асып, мотлаҡ өйгә инеп ҡасасаҡ. Шул саҡ ишек үҙе шар асылды ла, Зәриә апаһы атылып килеп сыҡты.


- Ай-һай-һай! Нимә, хәҙер, һылыуыңды үлемдән алып ҡалғас, тормош яҡшыра төшкәс, килеп таптыңмы беҙҙе? Һин нимә бирә алаһың был балаға!! Торорға үҙеңә урын тап башта!


Ике ут уртаһында ҡалған Сәрбиямал нишләргә белмәне.


- Апай, миңә бында һәйбәт. Апай… - тине ул Сәрбиназға иламһырап ҡарап.


Сәрбиямал «кит», тип әйтмәне. Ләкин ҡарашынан апаһы барыһын да аңланы. Айнанайына икенсе мәртәбә һуҙылған ҡулдар һәленеп төштө. Сәрбиямал ишек тотҡаһын һәрмәне. Сәрбиназ, әйҙә, Зәриә апаһы яуҙырған һорауҙарға яуап бирһен. Ә уның апаһына бер генә лә һорауы юҡ! Ҡыҙыҡай өйгә инде лә яҫтыҡҡа ҡапланып иларға кереште. Юҡ, апаһын ярата ул. Бөтмәгән яратыуы. Тик Сәрбиназ бер ҡасан да Сәрбиямалды һаҡлай, яҡлай алмаясаҡ. Яратыу ғына аҙ! Улар берәҙәк. Эйе, апаһының ҡулынан эләктереү


әйләнәсәк. Сәрбиямал ул көндө тышҡа күҙ һалманы. Срогынан алда сығарғандар апаһын. Уныһы яҡшы, тик… Ҡайҙа барып һуғылыр, кемгә генә барып баш эйер икән?


Тағы ла бер йыл үтеп китте. Сәрбиямал синыфташтары менән үҙенең тыуған ауылы Рафатҡа концерт алып барырға булып киттеләр. Тулҡынланып, дәртләнеп, хисләнеп барҙы ул, ауылдаштарына үҙенең насар кеше түгеллеген, юҡҡа сыҡмағанын бик тә белгерткеһе килде. Ауылына үпкәһе юҡ. Матур хәтирәләр йәшәй күңелдә. Ләкин һыҙланыу аша.


Концерт бөткәс, ҡыҙҙы Сәрбиназ менән бергә төрмәгә киткән Рәүфә исемле апай килеп ҡосаҡлап алды.


- Бына бит ҡалай ҙурайып киткәнһең, айнанайым! Мин Рәүфә апайың, онотмаһаң… Гел һине иҫкә төшөрәм, ә һин таныйһыңмы мине?


Сәрбиямал йылмайҙы. Нимә тип кенә яуап бирһен инде? Апайҙарҙы алып киткәндәрендә ул ун йәшлек бала ине, хәҙер үҙе ун дүрт менән бара. Төрмәгә киткәндәрендә унан йәш ярымға ҙурыраҡ булғандар. Тик, нисектер, Сәрбиямал уларҙы өлкән кешеләр һымаҡ күрә торғайны. Һис кенә лә өлкән булмағандар икән шул… Сәрбиямалдың ҡотон алып, Рәүфә быуылып йүтәлләргә кереште.


- Апай, нимә булды!


- Эй, һылыу. Төрмә касафаты…- Ул ҡулъяулығы менән ауыҙ-моронон һөрткәс, йәнә һорашырға кереште. – Апайың гурытта тип ишеткәйнем. Килеп йөрөймө? Күрешеп тораһығыҙҙыр бит?


Ҡалала эш тапты уның апаһы. Ә килеү-китеү… Нимә тип яуап бирергә һуң? Рәүфә яуап көтмәне лә, үҙ хәбәрен теҙҙе.


- Һылыу, әйтә торған һүҙем бар. Эйе, һиңә генә. Үҙеңә. Күргәс, ҡаушаным да ҡуйҙым. Һин ҙур хәҙер, дөрөҫөн белергә тейешһең. Апайыңды нахаҡҡа ултырттылар бит.


- Әлләсе… Күрешкәндә ул турала бер нәмә лә әйтмәне…


- Кем арҡаһында икәнен белмәгәс ни! Минең арҡала, һылыу. Эйе. Бойҙайҙы мин алғайным. Икебеҙгә бер моҡсай ине бит. Апайыңдың моҡсайы етмәһә. Минеке түгел, алманым, тиһә лә, ул бахырсыҡҡа кем ҡолаҡ һалһын? Мин, ни, өндәшергә ҡурҡтым… Бергә алып киттеләр…. Шуның ҡөһөрө төшкәндер, бына бит ауырыйым.


Сәрбиямал Рәүфәгә ҡараны ла ҡатты. Тел осона бер һүҙ ҙә килмәне.


- Ә бит эләктерерҙәр тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы, һылыу!.. Тотолорҙан бер көн элек Зәриә апай беҙгә килеп киткәйне. «Астан үлеп бараһығыҙ ҙа баһа, нишләп әҙерәк үҙегеҙҙе уйламайһығыҙ? Алып ҡайтығыҙ ҡурмаслыҡ булһа ла, эт тә һиҙмәҫ», тине. Персиҙәтелдең һеңлеһе шулай тип торғас, һис бер насарлыҡ уйламаным. Апайыңды ҡотортҡайным, ул тыңламаны. Ә мин… Мин алдым.


Сәрбиямалдың эсе өҙөлдө.


- Апайым… - уның ирене дерелдәне. – Минең бахыр апаҡайым…


Рәүфә үкенес тулы ҡарашын унан алманы.


- Һин бит Шәрип ҡартты яҡшы беләһең. Бригадир ине, хәҙер аяғын саҡ һөйрәп йөрөһә лә. Мин төрмәнән ҡайтҡас, килде хәл белешергә. Зәриә апайға асыуы ныҡ уның. «Үҙем шаһит, ағаһына


килеп ошаҡлағанда кәнсәлә инем», тине. Бер нәмә эшләй алмағанына үкенде...


- Нимәне ошаҡлағанда?


- Һуң… Калхуз персиҙәтеле беҙҙе бит… - Рәүфә тотлоҡто. - Мине үҙе тотто.


- Зәриә апай уға барып ошаҡлағанмы? – яңғылыш ишетмәнемме тигәндәй, Сәрбиямал ҡабатлап һораны. Рәүфәнән: «Эйе», тигәнде ишеткәс, хайран ҡалып, бары тик баш ҡына сайҡай алды.


- Мына шулай булды. Апайың ни хәлдә? Килеп йөрөйҙөр бит? Сәләм әйт. Рәүфә бик үкенә тип әйтә, йәме, - Рәүфә ауыр һуланы.


Сәрбиямал уны ишетмәгән төҫлө ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән килеш тора бирҙе. Баҡтиһәң, ул дүрт йылға яҡын Сәрбиназ апаһына нахаҡ ғәйеп яҡҡан кеше менән йәшәгән икән... Уның иҙәнен, уның керен йыуған. Шул әҙәм аҡтығына рәхмәтле булып, нисек тә ярарға тырышты, тамаҡ ҡәҙерлерәк ине. Йылынан, уңайлыҡтан мәхрүм булғыһы килмәне! Хатта шуның арҡаһында апаһы менән араны өҙҙө. Туҡта! Ә һуң улай булғас, нишләп Сәрбиназ ул мәскәйгә көмөш балдағын бирҙе икән? Ни өсөн Зәриәгә һеңлеһен ташламаҫҡа, бағырға ҡушҡан?


«Апайымды табырға кәрәк, юҡҡа ҡаты ҡыландым. Бахырсыҡҡынам былай ҙа ыҙаны күп күрҙе. Ә минең ни хаҡым бар? Тиктән тик йөрәгемдә таш йөрөтәм түгелме? Әстәғфирулла…» Сәрбиназдың адресын белмәүенә йәне көйҙө. Зәриә апайҙан һорарға кәрәк! Юҡ-юҡ, ярамай. Нимә өсөн ҡыҙыҡһынғанын белһә, тағы берәй этлек эшләр. Шулай ҙа Рәүфәне күргәнен, унан ишеткәндәрен хужабикәгә белгертмәҫкә тырышты.


- Апай, Сәрбиназ апайымдың әҙрисе ҡайҙа икән?


- Нимәгә ул һиңә? - тине Зәриә йәмһеҙ тауыш менән.


- Аһ, һуң, ул бит минең апайым.


- Һо, апайым, имеш. Килеп бер хәлеңде белдеме?


- Килде лә һуң!


- Һо, теге, төрмәнән ҡайтҡанын әйтәһеңме! Ашарға, торорға урын булмағас, килеп китте инде. Берәҙәк! Күрҙе, онотто.


-Ул бит ҡалала эшләй йөрөй.


- Телләшмә! Эш тапҡан, имеш! Уғрының ҡулы ҡайҙа ла оҙон!


«Мин бит бөтә дөрөҫөн беләм, алдаҡсы!» Сәрбиямал саҡ тыйылып ҡалды. Тамағына төйөр тығылғандай булды, ныҡ ҡына йүтәлләп алды.


- Исемен әйтәһе булма шул бурҙың!.. Әҙәм мәсхәрәһе итте. Һине генә түгел, бөтөн затығыҙҙы. Һыйыр хаҡы, имеш! Уның хаҡын күптән ашаның!


-Улай әйткәнем юҡ бит, апай!


-Бүтәндәр әйтә. Һинең арҡла нахаҡ һүҙ ишетәм гел!


Бындай әр һүҙҙәрен күп тыңланы Сәрбиямал, әле лә иғтибар итмәҫкә тырышты. Рәүфә менән һөйләшкәндән һуң, эстәге юшҡын юйылып, ниндәйҙер бер һиллек килгәйне уға.

фӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА.

(Дауамы бар).
Читайте нас: