Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 00:00

Ус эсендә усаҡ. Аҙағы

Зәриә апаһы өйҙә юҡ саҡта һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандығын ҡаҙау менән асты. Ундағы аҡсаны күргәс, иҫе китте. Ҡайҙан был тиклем аҡса йыйған да, уны нимә эшләтергә йыйына икән был апай?

Зәриә апаһы өйҙә юҡ саҡта һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандығын ҡаҙау менән асты. Ундағы аҡсаны күргәс, иҫе китте. Ҡайҙан был тиклем аҡса йыйған да, уны нимә эшләтергә йыйына икән был апай?


Шунан күрше ҡатын менән Зәриә апайҙың ыҙғышҡанын иҫенә төшөрҙө. «Апаһы аҡса ебәреп тора, нишләп йүнләп ҡарамайһың?» «Нимә, мине килеп тикшереп йөрөнөңмө?» «Кеше белмәй әйтмәй!»


«Эйе, тыңла шуларҙы! Мин ҡарамаһам, был бала күптән ер аҫтында ятҡан булыр ине. Ана, үҙенән һора, мине нисек яратҡанын үҙе әйтер. Fәйбәт тоҡсайҙары! Көнләшәһегеҙ минән!»


Ай-һай, күрше апай бөтөнләй үк ғәйбәтсе түгелдер. Сәрбиназ апаһы ебәргән аҡса ла ошонда, иш янына ҡуш булып, яталыр… Тик адрес һымаҡ нәмәне тапманы, ахыр, әләм-һәләм һалынған сарлаҡ башына менеп китте. Бында тын алғыһыҙ саң. Ҡутарына торғас, бәләкәс кенә төргәк килтереп сығарҙы. Хаттар? Сәрбиназ апаһының уға яҙған хаттары ла баһа. Сәрбиямалдың ҡулына береһе лә килеп эләкмәне! Ни өсөн яуыз бисә уға береһен дә күрһәтмәгән?


Төнө буйы керпек ҡаҡманы Сәрбиямал. Эңер беленер-беленмәҫтән ауылдан йәйәүләп сығып китте. Һандыҡтан әҙ булһа ла аҡса ала алмауына ғына эсе бошто. Үҙенең аңралығына йәне көйөп, мышҡылданы. Алһа ни була, апаһының хаҡы бар ҙа баһа! Йәйәүләп тә, ылауға һағып та ҡыҙыҡай апаһы йәшәгән ҡалаға килеп етте. Күҙ бәйләнгән мәлдә ҡыҙ ятаҡ ишеген асты. Уға “34” һаны ҡуйылған бүлмәгә үтергә ҡуштылар.


- Апай! – тип кенә әйтергә өлгөрҙө, Сәрбиназ апаһы шундуҡ туғанын ҡосағына ҡыҫты.


- Һылыуым! Кит ана-а-ан! Ҡалай ҙурайғанһың!


-Һин дә матурайғанһың!


-Ҡуй инде!- Апаһы ҡысҡырып көлдө. Был яғымлы көлөүҙе ишеткән Сәрбиямалдың эсе йылылыҡ, рәхәтлек менән тулышты.


- Асыуланмайһыңмы миңә, апай?


- Нимә өсөн?


- Апай, мин һиңә ҡаты булдым.


- И-и-и һылыуым! Ниндәй ҡатылыҡ? Бына бит иҫәнһең, шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни?


- Тегендә һиңә бик ауыр булғандыр…


Сәрбиназ баш сайҡаны.


- Юҡ. Беләһеңме ни өсөн ауыр булманы? Мин бит һине усымда ғына йөрөттөм.


- Нисек?!


- Һине усымда тип хис итәм… Уй, өшөгәндер, тием дә йылы тын өрәм. Шунан шул тиклем рәхәт булып китә ине. Эйе, уста һин ултыраһың тип, күҙ алдына килтерәм. Хоҙайға доға ҡылам: «Берүк туңдырма, берүк өшөтмә, кинйәкәйебеҙҙе!» Усымдағы йылылыҡты тойһам, тынысланам. Һин усаҡ булдың бит, һылыуым.


Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне апай менән һеңленең. Рәүфәнең сәләмен еткергәс кенә, Сәрбиназ аҫҡа ҡарап байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ултырҙы.


- Йәнең ныҡ көйәлер инде, апай.


Сәрбиназ башын ҡалҡытты.


- Һылыу, минең дә гонаһым бар. Рәүфә ҡотортҡас, мин дә бер ус бойҙай алғайным. Ошолайтып усыма йомғайным. Ҡайтышлай юлда туҡтаттылар, шундуҡ һиҙҙек бит инде нимәгә икәнен, мин йәһәт кенә усымды яҙҙым, бөртөктәр ҡар өңөнә төшөп китте, берәү ҙә күрмәне. Шунан гел уйлап йөрөй торғайным: «Их, һылыуыма әйтеп өлгөрмәнем, шул һибелеп ҡалған бер ус бойҙайҙы йыйып алыр ҙа, ҡурмас ҡыҙҙырып ашар ине», тип… - Сәрбиназ төкөрөгөн йотто. - Мин хатта Зәриә апайға ла уға асыу тотмайым.


- Ә балдағың нисек уға килеп эләкте? Ысынлап та, һыйырыбыҙҙы алырға ҡушҡайныңмы? Һин бит уға бер һорап килгәнендә бирмәгәйнең!


- Эйе, яҡшы хәтерләйһең, Зәриә апай Алаҡайыбыҙҙы һорап килгәндә, ризалашмағайным. Тик тотолғандан һуң, һыйырһыҙ ҡаласағыбыҙҙы белдем. Беҙ Рәүфә менән бикле ултырғанда үҙе килеп күрҙе, ни өсөн килгәндер, уныһы миңә ҡараңғы. Күңелдә шом булды, әммә мин бер нәмә аңламаған кеше булып: «Һеңлемде ҡара инде, һиңә генә ышанам, апай. Һыйырҙы ул яңғыҙы ҡарай алмаҫ, һөтө бөтөнөгөҙгә лә етер, тинем. Бурыслы булһам, ҡалған хаҡын аҙаҡ түләрмен», тинем.


-Ә балдаҡ?


-Бәй, балдағымды тотторҙом, шунһыҙ һин кирене күндереп булмаҫ ине! Һиңә бирергә ҡуштым. Ул бит әсәй иҫтәлеге! – Сәрбиназ апаһы һылыуының сәсенән һыпырҙы. – Һыйырҙы тартып алырҙар ҙа, һин хәйерселәп сығып китерһең, астан үлерһең тип ҡурҡтым.


-Бурысыңды ошо көнгә тиклем түләп торҙоңмо, апай?


Апаһы яуап ҡайтарманы.


-Арығанһыңдыр, ятайыҡ, -тине.


-Апай..


-Хоҙай доғаларымды ишетте, һине Үҙе минең янға ебәрҙе, - тип йылмайҙы апаһы.


Сәрбиназ торған ятаҡ ҡараңғы ла, еүеш тә. Тар ғына тимер карауатҡа икәүләп һыйҙылар. Барыбер күҙгә йоҡо эленмәне.


- Сәрбиямал, миңә Шәрип олатай сәләм ебәргән. Ҡайт, балам, тигән. Беҙҙең өй буш тора икән. Унда йәшәгән кешеләр икенсе ауылға күсеп киткән, - тине Сәрбиназ.


Сәрбиямал шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:


- Эйе шул, апай! Үҙебеҙгә ҡайтайыҡ. Үҙебеҙҙең өйгә!


- Һин шулай тип уйлайһыңмы?


- Эйе! Беҙҙең атай йорто ла баһа!


- Уныһы шулай. Тик еңел булырмы икән беҙгә?


- Нишләп?


- Өй инде нисә йыл ҡаралмаған. Яңынан күтәрергә кәрәктер... Хәлдән килерме?


Шул саҡ Сәрбиямалдың күҙ алдына Зәриәнең аҡса тулы һандығы килеп баҫмаһынмы!


- Апай, Зәриә апайҙың аҡсаһы - донъя!.. – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. - Бер һандыҡты тултыра яҙған. Fүмер буйы йыйҙымы икән?


- Сәрбиямал, - тине апаһы шөбһәле тауыш менән. – Һылыу! Һин ул аҡсаларға теймәгәнһеңдер бит?


Ҡараңғыға күҙ өйрәнгәйне. Сәрбиямал апаһының күҙҙәренә тултырып ҡарап яуап бирҙе.


- Юҡ, апай.


Апаһы йылмайҙы. Уның аҡ тештәре емелдәне.


- Яҡшы! Аҡыллыһың шул! Мин Зәриә апайға ҡалай ҙа рәхмәт кенә әйтәм. Аҡса алған һайын ебәреп торҙом, теләһә нимә эшләтһен. Һин иҫән-һау. Янымдаһың. Хаттарымды ғына бирмәй насар эшләгән. Уның ҡарауы, минең Зәриәгә бурысым юҡ.


Шул мәл Сәрбиямалдың: «һандыҡтан аҡса ала алманым» тигән эсен ҡыҫып тотҡан үкенесе һыпырып алғандай юҡ булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән иркен тын алды.


- Беҙ аслыҡты, ауырлыҡты еңдек. Иҫәнбеҙ. Был шатлыҡ. Бының өсөн бер нәмә лә йәл түгел, - тине Сәрбиназ уның кисерештәрен аңлағандай, уйсан тауыш менән.- Уның бер нәмәһе лә беҙгә кәрәкмәй.


Ҡапыл Сәрбиямал мышҡылданы.


-Алдым, апай!..


Сәрбиназ урынынан ҡалҡына бирҙе.


-Нимә тинең?


-Алдым шул!


Тынлыҡ урынлашты.


-Әсәйемдең балдағы уға ҡалырға тейеш түгел ине! Йәшергән урынынан эҙләп таптым да, алдым.


-Туҡта, ул һиңә тапшырманымы ни балдаҡты?


-Бирҙе, шунан кире тартып алды. Әгәр ҙә мин балдаҡты тапмаһам, унан китмәгән дә булыр инем. - Сәрбиямал муйынына еп менән таҡҡан балдаҡты килтереп сығарҙы. - Ул беҙҙеке!


-Беҙҙеке, һылыуым!


Шул саҡ икеһе лә ҡысҡырып көлөргә керештеләр. Үҙҙәре лә аңламайынса, көлдөләр ҙә көлдөләр.


- Мин усыңдағы усаҡ булһам, ә һин, апай, йөрәктәге усаҡ булдың!


Иртән иртүк торҙолар, йәһәт кенә йыйындылар ҙа ата-бабалары төйәк иткән боронғо матур ауылдарына ҡайтты ла киттеләр. Шул ерҙә уларҙың атаһы киләсәккә өмөт бағып йорт һалған. Әсәһе килен булып


төшкән. Был ауыл тик уларҙыҡы ине, шуға ла тыуған төйәктә ата-әсәләренең эшен дауам итер, ырыу-заттарының данын ҙурлап, ҡәҙерләп йәшәр өсөн атлыҡты улар. Ике көн йәйәү атланылар. Тыуған райондарына етәрәк, ылау осраны. Күрше урыҫ ауылына инеп, белештәрендә йоҡланылар. Таң һарыһында күҙ тырнап астылар ҙа, йәнә юлға сыҡтылар.


Бына улар тау башында баҫып тора. Аҫта, туғайҙа - ауылдары. Үрҙән өйҙәр бәләкәс кенә күренә, тас апаһының муйынындағы мәрйендәр һымаҡ ҡына. Бер мәл ҡаршы яҡ тауҙан ҡояш йылмайҙы. Ул йылмайғас, ауыл да терелде, нурланды. Быны ике ҡыҙ ҙа тойҙо. Тойҙо ғына түгел, ә ап-асыҡ күрҙеләр. Күрҙе генә түгел, был мәлдә улар үҙҙәре лә нур ине. Олоһо кесеһенә йылмайҙы. Кесеһе – олоһона ҡарап. Шунан Сәрбиназ уң ҡулын алға һуҙҙы ла ашыҡмай ғына усын яҙҙы. «Ус төбөндәге усаҡ…» Ҡояштымы, ауылдымы усына һалды, әйтеүе ҡыйын, ләкин Сәрбиямал устың иң төбөндә үҙе ятҡанын асыҡ белә ине. Апайҙың ҡытыршы уң ҡулы алға йүнәлтелгән, ә усында тик үҙе генә күргән усаҡ… Сәрбиямал иһә ҡәҙерле кешеһенең һул ҡулын ҡуш ҡуллап эләктереп алды. Ныҡ итеп ҡыҫып тотто. Ныҡ итеп. Хәҙер Сәрбиямал бер нәмәне асыҡ белә - етәкләшкән ошо ҡулдарҙы бынан ары берәү ҙә инде айыра алмаясаҡ.


ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: