Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 12:15

Сәмиғулла Хәлитов

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә һәм уны артабан нығытыуҙа ул ваҡытта тәүҙә – Үҫәргән, ә 1922 йылдан Йылайыр кантонына ҡараған бөгөнгө Ейәнсура районы вәкилдәре лә ҙур роль уйнаған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проектында беҙҙең райондың ете вәкиле юҡҡа ғына урын алмаған!

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә һәм уны артабан нығытыуҙа ул ваҡытта тәүҙә – Үҫәргән, ә 1922 йылдан Йылайыр кантонына ҡараған бөгөнгө Ейәнсура районы вәкилдәре лә ҙур роль уйнаған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проектында беҙҙең райондың ете вәкиле юҡҡа ғына урын алмаған!
Был шәхестәрҙән башҡа ла район һәм республика өсөн ҙур эштәр башҡарған ейәнсуралар бихисап, ләкин ваҡыт үтеү менән исемдәре онотола барған күренекле райондаштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе – Сәмиғулла Хәлитов, ул 1900 йылда Ғәббәс ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Бейек-бейек тауҙар, ҡуйы урмандар араһында урынлашҡан ҙур булмаған ауыл күп йылдар халыҡ телендә, рәсми исеменән тыш, «Этбармаҫ» булып та йөрөгән.
Сәмиғуллаға ун йәштәр тирәһендә Ғәббәскә Үрген ауылы муллаһы Вәлиулла Ҡолдәүләтовтың ҡыҙы Камила килен булып төшә. Атаһында яҡшы белем алған йәш ҡатын малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла өйөндә уҡыта башлай. Һәләтле малай тиҙ арала уҡырға-яҙырға өйрәнә һәм артабан берәй уҡыу йортонда белем алырға ниәтләй, ләкин 1914 йылда башланған I донъя һуғышы уның был хыялын селпәрәмә килтерә. Атаһы хәрби хеҙмәткә алына һәм ғаиләләге бөтә ир-ат эше өлкән малайҙың елкәһенә төшә. 14 йәшлек Сәмиғулла урманға ла йөрөй, бесән дә саба, мал да ҡарай, көтөүен дә көтә. Өлкәндәр менән бергә Ырымбур, Һарыҡташ, Петровск баҙарҙарына яңғыҙ атында утын, бесән, септә алып барып һатып, көндәлек кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек алып ҡайта. Шул ваҡыттарҙа «знакум»дарына төшөп йоҡлап йөрөй һәм русса икмәк-тоҙлоҡ «һупалай» башлай. Ныҡымыш, ҡыҙыҡһыныусан үҫмер уларҙың балалары аша урыҫ алфавиты менән танышып, ят телдә бер аҙ уҡып-яҙырға ла өйрәнеп ала. Был артабан уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай.
Октябрь революцияһы дауылдарынан һуң яйлап Ғәббәскә лә совет власы килеп етә. 1920 йылда бер нисә ауыл ингән Өмбәт ауыл Советы төҙөлә һәм уның секретары итеп нәҡ рус грамотаһын белгән Сәмиғулла билдәләнә. Күп тә үтмәй, Ғәббәстә комсомол ячейкаһы ойошторолоп, етәксеһе итеп тә уны һайлайҙар. Комсомолдар ауыл тормошон үҙгәртеп ҡороу буйынса бик әүҙем һәм һөҙөмтәле эш йәйелдерә. Хәлитов ауылдың беренсе коммунисы ла була. Өс йыл секретарь вазифаһында эшләгән 23 йәшлек егетте Өмбәт ауыл Советы рәйесе итеп һайлап, уға ҙур ышаныс күрһәтәләр. Урындарҙа идара итеүҙең яңы формаһы һаналған ауыл Советтарында эшләү буйынса бер кемдең бер ниндәй ҙә тәжрибәһе булмай. Ә уларға бит ярым ас һәм яланғас халыҡты хәстәрләү өсөн бик күп бурыстар йөкмәтелә. Бына уларҙың бер нисәһе генә: тәртип һаҡлау, юлдар һәм күперҙәрҙең төҙөклөгө, һалым йыйыу, урмандарҙы ҡарау, ерҙәр, сәсеүлектәр, орлоҡ, мал һанын иҫәпкә алыу, ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләү һәм уны дәүләткә тапшырыу, һаулыҡ һәм уҡытыу мәсьәләләре һәм башҡалар, ҡыҫҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр...
Ошо эштәрҙә үҙен яҡшы, ыңғай яҡтан күрһәткән егет 1926 йылда – Күгәрсен ауылында урынлашҡан Сәлих волосының финанс бүлеге мөдире, ә 1928 йылдың август айында бөтә волостың етәксеһе – башҡарма комитет рәйесе итеп һайлана. Әйтергә кәрәк, ошо осорҙа Сәлих волосы майҙаны буйынса хәҙерге Ейәнсура районының яртыһын тип әйтерлек биләгән. Был йылдарҙа биш йылдан артыҡ барған һуғыш, унан һуңғы иҫ киткес ҡоролоҡ һәм аслыҡ ҡаҡшатҡан ауыл хужалығы бер аҙ терелә, кешеләрҙә йәшәүгә өмөт уяна башлай. Ил етәкселеге лә ауылға йөҙөн бора. 1925 йылда СССР-ҙа мәжбүри башланғыс белем тураһында закон ҡабул ителеп, мәктәптәр селтәре киңәйә. Ауылдарҙа күпләп мәҙәниәт усаҡтары – изба-читальнялар асыла. Ярлы-ябаға тәүге коллектив хужалыҡтарға – артель, ТОЗ һәм башҡаға берләшеп, Хөкүмәттән ярҙам алып бергә эшләүҙең тәмен татый башлай. Улар нигеҙендә тәүге колхоздар ойошторола. Ошондай ҙур һәм мөһим заданиелар етәкселәрҙән дә оло яуаплылыҡ һәм ойоштороу һәләте талап итә. Сәмиғулла Исламетдин улы хеҙмәттәштәре менән бергә бында ла һынатмай. Үҙәктән финанслау етерлек булмаһа ла, яңы тормошҡа ышанған халыҡтың ташып торған энтузиазмын һәм көсөн оҫта йүнәлтеп, улар ҙур уй-ниәттәрҙе башҡарып сығалар. Был бигерәк тә 1929 йылда республиканың тәүге юбилейына – автономиялы Башҡортостандың 10 йыллығына әҙерләнгәндә һәм байрамды үткәргәндә асыҡ сағылыш таба.
1929 йылдың аҙағында иптәш Хәлитов Йылайыр кантоны финанс бүлеге мөдире итеп күсерелә. Кантон майҙаны буйынса хәҙерге Башҡортостандың дүрттән бер өлөшө самаһын алып торған һәм составына хәҙерге Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Күгәрсен, Бөрйән һәм өлөшләтә Әбйәлил, Көйөргәҙе, Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ райондары ингән.
Өмбәт ауыл Советында эшләгәндә үк Сәмиғулла Хәлитов Үҫәргән кантонының хәрби комиссары Мөхәммәт Абдуллин менән таныша. Мөхәммәт Сәләхетдин улы ҙур тормош тәжрибәһе туплаған шәхес була. Ул Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай,
I донъя һуғышында ҡатнаша, Зәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт армияһында рота командиры булып хеҙмәт итә. Хәлитов күсеп килгәндә ул Йылайыр кантонының хәрби комиссары була. Кантон етәкселегендә бергә эшләү уларҙы бер-береһенә бик ныҡ яҡынайта, ғаиләләр ҙә дуҫлаша. Артабан улар Аҡъярҙа ла бергә хеҙмәт күрһәтә. Эшкә өйрәткәне һәм эскерһеҙ ярҙамы өсөн Сәмиғулла Исламетдин улы ғүмере буйы өлкән дуҫына рәхмәтле була.
1930 йылда кантондар урынына яңы территориаль берәмектәр – райондар ойошторола. Хәлитов Хәйбулла районының финанс бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1931 йылдың октябрь айында Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
Бер уҡыу йортонда ла уҡырға насип булмаған, үҙенең тәбиғи һәләттәре арҡаһында ғына ошондай бейек үрҙәр яулаған кешегә ғәжәпләнеү аша һоҡланмау мөмкин түгел. Бына, ниһайәт, уға белем алыу мөмкинлеге тыуа. 1933 йылда Хәлитовты партия Үҙәк Комитетының Өфөләге өс йыллыҡ марксизм-ленинизм мәктәбенә ҡабул итәләр, ләкин бында бер йыл ғына уҡырға насип була. 30-сы йылдар башында колхоздар ойоштороу башланғас, уларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында машина-трактор станциялары – МТС-тар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ошо юл менән әлегә күп булмаған ауыл хужалығы машиналары бер урында туплана. Шулай уҡ ауыл хужалығы менән идара итеү маҡсатында МТС-тарҙа һәм совхоздарҙа политбүлектәр булдырыла. Был яңы ойошмалар менән етәкселек итеү өсөн тәжрибәле кадрҙар етешмәй, уларҙы һыналған белгестәр араһынан ғына эҙләп табалар. Һөҙөмтәлә Сәмиғулла Исламетдин улы Бүздәк совхозының политбүлек начальнигы урынбаҫары һәм район гәзите мөхәррире вазифаларына тәғәйенләнә. Бында ике йылға яҡын эшләгәс, ул тәүҙә – партия Өлкә Комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, унан һуң өс йылға яҡын Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары йөгөн тарта.
1937–1938 йылдарҙағы репрессияларҙа ауылдарҙа ла күп кенә етәкселәр ҡулға алына. Улар урынына баш ҡаланан байтаҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәр йүнәлтелә, шул иҫәптән Хәлитов та Ҡыйғы МТС-ы директоры итеп ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул районына ҡайтып, 1941–1943 йылдарҙа Абзан МТС-ы политбүлеге начальнигы була. 1943 йылда – партияның Бөрйән, 1944 йылда Әбйәлил район комитеттарының беренсе секретары булып һайланып, 1950 йылға тиклем ошо юғары вазифаларҙы башҡара. Ҡәһәрле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа ике төпкөл районды оҙаҡ йылдар уңышлы етәкләү өсөн күпме көс, түҙемлек, һаулыҡ сарыф ителеүен ул үҙе генә белгәндер, моғайын.
1950 йылдан 1960 йылда пенсияға сыҡҡансы Сәмиғулла Хәлитов тыуған яғына ҡайтып, район Советы рәйесе урынбаҫары һәм партия район комитетының яуаплы вазифаларында эшләй. Бына шулай, яҙмыш ҡушыуы буйынса, уның ғәжәп бай эшмәкәрлегенең тәүге ун һәм һуңғы ун йылдары тыуған төбәгенә һәм уның кешеләренә фиҙаҡәр хеҙмәт менән үтә. Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ул «Почет Билдәһе» ордены, күп миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Сәмиғулла Хәлитовтың ҡатыны Разия Фәтхелислам ҡыҙы Юланова 1905 йылда күрше Мәзит ауылында тыуған. Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ Роза 1924 йылда Ғәббәстә донъяға килгән. Ул 1949 йылда Львов политехник институтын тамамлай һәм 1949–1986 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү институтында инженер, бүлек мөдире булып эшләй. Роза Сәмиғулла ҡыҙы – техник фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Уның тормош иптәше Фәрит Әхмәтов – Учалы районынан, ҡатыны менән бергә шул уҡ юғары уҡыу йортон тамамлай. Оҙаҡ йылдар Өфө нефть эшкәртеү заводында – баш инженер, директор урынбаҫары булып эшләй, партияның Өфө ҡала комитетының икенсе секретары вазифаһын да башҡара. Фәрит Ғәли улы фән менән дә шөғөлләнә. Йөҙҙән ашыу мәҡәләләр авторы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләнә.
Роза апай менән Фәрит ағай студент йылдарында уҡ ғаилә ҡора. Һуңғы курста уҡығанда 1948 йылдың декабрендә улдары Арыҫлан тыуа. Өфө нефть институтын тамамлағас, ул шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. Факультет деканы, проректор вазифаларында уңышлы эшләй, әле – кафедра мөдире. Арыҫлан Әхмәтов техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә лауреаты.
Әхмәтовтарҙың ҡыҙҙары Ғәлиә шулай уҡ Өфө нефть институтының төҙөлөш факультетын тамамлап, шунда уҡ уҡыта. Артабан ул Көньяҡ Африка республикаһына күсеп китеп инженер булып эшләй, бизнес менән дә шөғөлләнә. Әле ул хаҡлы ялда.
Киң күңелле Хәлитовтар кесе туғандарын уҡытып, кеше итеүгә лә күп көс түгә. Шәрифулла Хәлитов оҙаҡ йылдар Ейәнсура районының Күгәрсен ауыл Советы рәйесе булып эшләне. Таһир Юланов Каруанһарайҙа педтехникум тамамлап, район мәктәптәрендә уҡытты. Уларҙың балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ете бала үҫтергән Таһирҙың улы Марсты Хәлитовтар үҙҙәренә алып тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Хәлитовтар балаларының уңыштарына һөйөнөп, туғандарының һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп оҙайлы ғүмер кисерә. 1991 йылда – Сәмиғулла Исламетдин улы, ә бер йылдан Разия Фәтхелислам ҡыҙы ла баҡыйлыҡҡа күсәләр.
Бөтә тормошон халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Сәмиғулла Хәлитов бөгөн дә оло ихтирамға лайыҡ.
Юлай СОЛТАНБАЕВ.
Мәҡәләлә Башҡортостан милли архивы материалдары һәм С.Хәлитовтың туғандарының иҫтәлектәре файҙаланылды.
Читайте нас: