Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2020, 16:28

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүгә 77 йыл

1943 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның Ленниград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре Шлиссельбург янында осраша һәм шуның менән Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала оло ер менән тоташа. Уның аша аслыҡ-яланғаслыҡттан интеккән халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән ылауҙар килә башлай. Әммә, ҡала тағы ла бер йылдан ашыу ҡамауҙа була. Был осорҙа ла кешеләргә төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә.43-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була әле.Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Ленинград блокадаһында 400 меңдән миллион ярымға тиклем кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы яугирҙәргә лә ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килә.Бөгөн Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүгә 77 йыл тула. Был ваҡиға Петербург халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Сөнки, тап 18-се ғинуарҙан Лениградты азат итеүгә беренсе аҙым яһала.

1943 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның Ленниград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре Шлиссельбург янында осраша һәм шуның менән Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала оло ер менән тоташа. Уның аша аслыҡ-яланғаслыҡттан интеккән халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән ылауҙар килә башлай. Әммә, ҡала тағы ла бер йылдан ашыу ҡамауҙа була. Был осорҙа ла кешеләргә төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә.
43-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була әле.
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Ленинград блокадаһында 400 меңдән миллион ярымға тиклем кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы яугирҙәргә лә ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килә.
Бөгөн Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүгә 77 йыл тула. Был ваҡиға Петербург халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Сөнки, тап 18-се ғинуарҙан Лениградты азат итеүгә беренсе аҙым яһала.
Читайте нас: