Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 14:38

Бөгөн Совет ғәскәрҙәре Освенцим тотҡондарын азат итеүгә 75 йыл тулды

1939 йылда немец ғәскәрҙәре Освенцим ҡалаһын баҫып алып, Аушвиц тигән исем бирә. Элек поляктарҙың казармалары урынлашҡан ике ҡатлы кирбес йорттарҙа Аушвиц 1 тигән концлагерь булдырып, 728 полякты шунда ябып ҡуялар. Әсирҙәр һаны көндән-көн арта бара, 1942 йылға улар һаны 20 меңгә етә.Хатта ҡыйыҡ эстәре, подвалдар ҙа шығырым тула килә. Урын етмәгәнлектән Аушвиц 2, Ашвиц 3 лагерҙары булдырыла. Тар ғына коридорлы, таш иҙәнле, ҡыштарын үҙәк өшөткөс һыуыҡ бүлмәләрҙән торған ҡырҡҡа яҡын ике ҡатлы таш барактар төҙөп, 40-50 кеше һыймалы казармаларға 200-гә яҡын...

1939 йылда немец ғәскәрҙәре Освенцим ҡалаһын баҫып алып, Аушвиц тигән исем бирә. Элек поляктарҙың казармалары урынлашҡан ике ҡатлы кирбес йорттарҙа Аушвиц 1 тигән концлагерь булдырып, 728 полякты шунда ябып ҡуялар. Әсирҙәр һаны көндән-көн арта бара, 1942 йылға улар һаны 20 меңгә етә.Хатта ҡыйыҡ эстәре, подвалдар ҙа шығырым тула килә. Урын етмәгәнлектән Аушвиц 2, Ашвиц 3 лагерҙары булдырыла. Тар ғына коридорлы, таш иҙәнле, ҡыштарын үҙәк өшөткөс һыуыҡ бүлмәләрҙән торған ҡырҡҡа яҡын ике ҡатлы таш барактар төҙөп, 40-50 кеше һыймалы казармаларға 200-гә яҡын тотҡон тултырыла. Йоҡлағанда аҫтарына һалам ғына түшәйҙәр, башҡа бер нәмә лә юҡ. Лагерҙағы металлургик комбинат, шахта, фабрика эргәләренә төҙөргә тырышҡандар. Сөнки халыҡты ас көйөнсә бушҡа эшләткәндәр.
Тотҡондар көн-төн бығауҙа йөрөгән. Һәр береһенә, хатта бала-сағаларға ла тәндәренә, күбеһенсә беләккә, тимер ҡыҙҙырып номер һуҡҡандар. Исем менән өндәшергә ярамай, тик номерҙы әйтергә кәрәк. Эш ваҡытында ултырырға ярамай, яйыраҡ эшләһәң, ҡамсы менән туҡмағандар. Ҡыштарын ике ҡулдарын өҫкә күтәртеп бер нисә сәғәт буйы ялан аяҡ ҡарҙа торғоҙғандар. Әгәр ошо һынауҙы үтмәһәң – һине һыуыҡ бүлмәгә япҡандар. Унда гел аяҡ өҫтө баҫып тораһың, етмәһә көн дә эшкә йөрөргә тейешһең. Был һынауҙы ла үтмәһәң иң ҡурҡыныс яза – үлем язаһы. Тотҡондар араһында ла төрлө кеше була. Кемдер ошаҡлашып, шымсы ролен үтәгән. Улар әлбиттә, арыуыраҡ йәшәгән. Уларға язалар биреллмәгән.
Алдан әйтеп кителгәнсә, иң ҡурҡынысы үлем язаһы булған. Унда 5 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә. Икенсеһе дауахана. Унда бөтөнләй эшкә ярамағандарҙы һалып, йозеф Менгеле, Карл Клауберг тигән нацист табиптар кешеләр менән төрлө генетик тәжприбәләр үткәрә. Бер мәл ошо хаҡта 1 каналдан документаль фильм да күрһәттеләр. Бәләкәс кенә баланың ҡулына ҡайнар һыу ҡойҙолар. Ул ҡысҡырып илай, түҙер хәле юҡ. Табиптар ауыҙын бәйләп ҡуйҙылар. Унан бешкән ҡулды ҡырҡып алдылар ҙа нисек, ҡасан йүнәлгәген тикшерҙеләр. Ҡот осҡос....
Тотҡондарға аҙнаһына бер тапҡыр ғына бер нисә минутҡа һыу менән ҡулланырға яраған. Уныһы ла һыуыҡ һыу. Башҡа ваҡытта дезинфекциялап торалар. Сөнки тиф, биҙгәк, ире ауырыуҙары таралған була. Ололар менән бер рәттән эшкә яраҡлы балаларҙы эшләткәндәр, ә имсәк балаларҙы, һәм эшкә ярамағандарын дауахана йәки газ камераһы көткән. Баракта урын ҡалмаған осраҡта таҙартыу ойошторолған. Йәки ҡарт-ҡороно, яраҡһыҙҙарҙы газ камераһында ағыулап, крематорийға оҙатҡандар.
1945 йылдыүң ғиниуар айында совет ғәскәрҙәре Освенцимға яҡыная башлағас, фашистар ашығыс рәүештә тотҡондарҙан талар алынған әйберҙәрҙе сығара башлай. Әсирҙәрҙең ауыҙҙарынан алынған алтын тештәр, затлы әй берҙәр, ҡул сәғәттәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың толомдары була. Улар барыһы ла Германияға оҙатылып торған була. Совет ғәскәрҙәренең яҡынайыуын ишеткәс фашистар 35 яҡын барак-складты яндыра шуға күрә күп кенә документтар юҡҡа сыға. Барлығы күпме тотҡондоң бында ыҙа сигеүен шуға ла асыҡ ҡына әйтеп булмай. Танрихсыларҙың һанауы буйынса барлығы 1,8 миллионға тиклем кеше һәләк була.
Әлеге көндә Освенцим лагерын музей иткәндәр. Бөгөн ул һуғыш мәлендә нисек булған шул килеш һаҡлана.
Бөгөнгө тыныс, мул тормошобоҙға шөкөр ҡылып, башҡа ундай мәхшәрҙәрҙең ҡабатлана күрмәһен тип йәшәйек.
(Интернеттан).
Читайте нас: