Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 17:05

Уның батырлығы үлемһеҙ

5 февралдә башҡорт халҡының ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына – 96 йыл, ә үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 27 февралдә 77 йыл тула. Ошо уңайҙан III Төбәк-ара акция иғлан ителде...

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. 2020 йыл Рәсәйҙә Президентыбыҙ Владимир Путин указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.
Бик күптәрҙе ҡанлы йәш түктереп, балаларҙы, ғаиләләрҙе етем итеп 1941 йылдың 22 июнендә Германия ғәскәрҙәре бер хәбәрһеҙ беҙҙең илгә һуғыш башлай. Ҡот осҡос һуғыш 1418 кѳн һәм төн дауам итә. Илебеҙ халҡы был йылдарҙа ауыр ваҡиғалар кисерә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 34 млн 477 мең кеше һалдат шинелен кейгән. Башҡортостаныбыҙҙан ғына 704 мең 448 кеше һуғышҡа киткән. Күпме һалдат һуғыш яланында ятып ҡалған?! Батырлыҡ күрһәткән 200810 яугир тѳрлѳ орден-миҙалдар менән наградланған, ә 11603 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Шуларҙың 284-е Башҡортостыбыҙҙан. Улар хаҡында беҙ оноторға тейеш түгел, киреһенсә йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ. III Төбәк-ара акция ошо уңайҙан иғлан ителде. Ойоштороусыһы Псков ҡалаһының үҙәк китапханаһы.
Балалар китапханаһы ла акциянан ситтә ҡалманы - Башҡорт гимназия-интернатының 5-6-сы класс уҡыусылары (класс етәксеһе К. Дәүләтбаева К.М.) өсөн «Уның батырлығы үлемһеҙ» исемле батырлыҡ сәғәте үткәрҙе. Ул Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа арналды. Сөнки 5 февралдә башҡорт халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына – 96 йәш, ә үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 27 февралдә 77 йыл була.
Сара барышында китапханасы укыусыларҙы 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырыбыҙ Александр Матросовтың тормош юлы менән, батырҙарҙың-батыры тигән даны таралған һәм рус фамилияһы менән энициклопедияларға ингән Александр Матросовтың башҡорт егете Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов тип таныштырҙы. Шулай уҡ китапханала ойошторолған “Александр Матросов: подвиг и судьба” исемле китап күргәҙмәһендә урын алған китаптар менән таныштыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.
Батырлыҡ сәғәтендә уҡыусылар Александр Матросовҡа бағышлап шиғырҙар һөйләне, үҙҙәренең уй фекерҙәре менән дә бүлеште. Башҡорт теле уҡытыусыһы Клара Мырҙағәли ҡыҙы билдәле яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүеф Насировтың “Ҡайҙан һин, Матросов?” исемле китабына баҫым яһап, уҡыусыларға китаптың ҡыҫҡаса эстәлеген һөйләне һәм уҡып сығырға тәҡдим итте.
Беҙгә бәхетле киләсәк бүләк иткән ыласындай яугирҙарҙы онотмайыҡ, данлайыҡ!
Ҡәҙерләйек, ололайыҡ, һәр саҡ иҫкә алайыҡ!
Читайте нас: