Бөтә яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 13:04

Хәтер һәм дан йылы асылды!

Барабан тауышы менән башланып китте Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә Хәтер һәм дан йылы асылыуға арналған линейка.

"Тыңлағыҙ! Ҡарағыҙ! Хәтереҙҙә һаҡлағыҙ! Ихтирам итегеҙ! Һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ! 9 майҙа илебеҙ тарихыбыҙҙағы иң оло байрамдарҙың береһен - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк..." Барабан тауышы аҫтына уҡылған шундай һүҙҙәр менән башланып китте Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә Хәтер һәм дан йылы асылыуға арналған линейка. Ирекмәндәр алып барған сарала беҙгә тыныслыҡ яулап, яу яланында һәм ҡайтып һәләк булған яугирҙәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алында. Линейка бергәләп "Катюша" йырын йырлау менән тамамланһа, Йыл башланды ғына. Алда уҡыусыларҙы күп төрлө осрашыуҙар, саралар көтә.
Читайте нас: