Совет осорондағы иң популяр йырҙарҙың береһе...
«Орлёнок, орлёнок, взлети выше солнца
Навеки умолкли веселые хлопцы,
В живых я остался один»...
Күп комсомол-разведчиктар, Ҡыҙыл Армия һәм партизан отрядтары яугирҙары йыр геройының ҡаһарманлығын ҡабатлағандар, отрядта уларҙың күбеһен шулай уҡ "Орленок" тип йөрөткәндәр.
8 февраль - азатлыҡ, тиң хоҡуҡлыҡ һәм кешеләр бәхете өсөн көрәшкән йәш малай-ҡыҙҙар иҫтәлегенә Йәш антифашистарҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан ителгән.
7 февралдә Ф.Солтанов исемендәге мәктәп пионерҙары өлкән вожатый менән берлектә башланғыс класс уҡыусылары өсөн йәш герой-антифашистарға бағышланған тематик линейка үткәрҙе.
Йәш тимурсылар Еңеү өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған пионерҙарҙың батырлығы тураһында балаларға бәйән иттеләр.