Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2020, 00:00

Сағылдарҙа үҫкән имән кеүек

Ауылдашыбыҙ Әхмәтбай Абдуллиндың тыуыуына – 100 йылЗиһенле булып үҫә1920 йылдың 5 ғинуарында Үрген ауылында урта хәлле крәҫтиән Харрас Абдуллин ғаиләһендә баш бала Әхмәтбай донъяға килә. Харрас Ғариф улы бик егәрле була, хужалығында бер нисә ат һәм һыйыр, 20-ләп умарта тота, күп итеп ҡаҙ һәм башҡа ҡош-ҡорт үҫтерә.Әхмәтбай ағай иҫтәлектәренән: «Ул ваҡыттағы өйҙәрҙән айырмалы, беҙҙеке алты мөйөшлө һәм ҙур ине. Бер бүлмәлә һәр ваҡыт ситтән килгән уҡытыусылар йәшәне. Бәләкәйҙән бик ҡыҙыҡһыныусан булдым, йәш мөғәллимдәр менән аралашып, уларҙан күп һорауҙарыма яуап таба инем.Миңә ун йәш тулғанда, 1930 йылдың ҡышында колхозлашыу башланды. Был ғүмер буйы үҙ хәленә, мөлкәтенә ҡарап йәшәүселәр өсөн бик ҡатмарлы мәсьәлә ине. Шуға ла ни эшләргә белмәй аптыраған кешеләр кис менән атайыма кәңәшкә килә торғайны. Оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшәләр, бәхәсләшеп тә китәләр. Әсәй уларға сәй ҡайнатыу менән мәшғүл була, ә мин өндәшмәй генә уларҙың һүҙҙәрен һеңдерә барам. Иртәгеһен йә колхозға инеп китәләр, йә кире сыға башлай торғайнылар».Ҡанаттар осҡанда нығыйӘхмәтбай Абдуллин 1928–1935 йылдарҙа Үрген мәктәбендә уҡый һәм ете йыллыҡ итеп үҙгәртелгән (1932 йыл) мәктәптең тәүге сығарылыусыларының береһе була. Әйтергә кәрәк, бик һәйбәт уҡый һәм шул уҡ йылда ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Алыҫта ятҡан ҡалаға барып уҡыу байтаҡ сығымдар талап итә, күптәр был мөмкинлектән мәхрүм була. Атаһының хәлле булыуы был ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, билдәле. Бер йылдан техникум Баймаҡ районының Темәс ауылына күсерелә, ләкин унда ҡабул итеү I курсҡа ғына була. II, III курс студенттары Дәүләкән педагогия училищеһына күсерелә. Шулай итеп, Әхмәтбай ике йыл ауылынан 400 саҡрым ситтә ятҡан Дәүләкәндә белем ала. Бик яҡшы уҡый, был турала әле лә һаҡланған дипломы асыҡ һөйләй – унда бөтә предметтарҙан тип әйтерлек тик «5» билдәләре генә урын алған.Бик иртә өлгөргән егет иптәштәре араһында ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм етдилеге менән дә айырылып тора.16–17 йәшлек Әхмәтбай йәйге каникул ваҡытында ҡайтҡанында клубта һәм ҡырҙа – эш урындарында ауылдаштары алдында лекциялар менән бик төплө сығыштар яһай. Бигерәк тә был осорҙа үтә лә ҡатмарлы булған халыҡ-ара хәлдәр тураһындағы сығыштарын кешеләр йотлоғоп тыңлайҙар, сөнки матбуғат саралары юҡ иҫәбендә булыу сәбәпле, халыҡҡа мәғлүмәт килеп етмәй торған була.Училищены тамамлағас, егет 1938/39 уҡыу йылында Ҡырмыҫҡалы районында эшләй. Унан ҡайтып, тәүҙә Үрген, унан Байыш мәктәптәрендә уҡыта.Хәрби хеҙмәткә!1939 йылдың 1 сентябрендә фашист Германияһы Польшаға бәреп инеп, уны тиҙ арала баҫып ала. Бының алты йыл дауам итәсәк II Донъя һуғышының башланыуы икәнен берәү ҙә күҙалламай ине әле. Ошонан һуң халыҡ-ара хәл тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаша, хәүеф арта.Быға тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарына 20 йәше тулған егеттәр генә саҡырылған була. Ағымдағы хәлде баһалап, 1940 йылда СССР Юғары Советы законға үҙгәртеү индерә һәм хәрби хеҙмәткә алыныу 18 йәштән билдәләнә. Һөҙөмтәлә 1940 йылдың көҙөндә 1920, 1921, 1922 йылда тыуғандар армияға бергә саҡырыла. Үргендән улар 11 егет булып сыға, шуларҙың етеһе – педагогик училищелар тамамлап, төрлө мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусылар.1940 йылдың 5 октябрендә тәүге тапҡыр ошондай ҙур төркөмдө оҙатыу уңайынан ауыл Советы янында күп халыҡ ҡатнашлығында митинг була. Унан һуң колхоздың иң яҡшы аттары егелгән, ҡыҙыл байраҡтар тағылған ике бричкаға тейәлеп киткән йәштәрҙе изге теләктәр менән район үҙәгенә оҙатып ҡалалар. Иҫәнғолдан Һарыҡташ станцияһына ла ат менән баралар, унан поезға тейәләләр. Ҡайҙа алып барыуҙарын әйтмәйҙәр, Силәбене үткәс кенә Себер яғына юлланғандарын аңлайҙар. Ниһайәт, поезд Амур өлкәһе Благовещенск ҡалаһында туҡтала. Ул ваҡыт егеттәрҙең күптәре летчик, танкист, моряк, кавалерист булырға хыяллана. Тик үргендәр бөтәһе лә бер уҡсылар полкына эләгә. Төрлө роталарҙа булһалар ҙа, һирәкләп осрашып торалар, ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлашалар. Хабаровск хәрби училищеһына уҡырға ингән Әхмәтбай дуҫтарын да бергәләп оҙатып ҡалалар.Хәрби училищенан – тура фронтҡа! Мәскәү өсөн алышДөйөм әҙерлеге төплө булған егеткә хәрби дисциплиналар еңел бирелә. Тик ярты йыл үтеүгә, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә, уҡыу ваҡыты ҡырҡа ҡыҫҡартыла һәм 1941 йылдың декабрендә училище тамамлаған лейтенант Абдуллин Мәскәүгә йүнәлтелә. Мәскәү янындағы һуғыш II Донъя һуғышының иң масштаблыһы була. Был һуғыш ике этапты үҙ эсенә ала. Тәүгеһе 1941 йылдың 30 сентябренән 5 декабргә тиклем – оборона, икенсеһе 6 декабрҙән 1942 йылдың 20 апреленә тиклем – совет ғәскәрҙәренең һөжүме. Гитлер Мәскәүҙе өс, иң күбе дүрт айҙа һыуыҡтар төшкәнсе алырға ниәтләй, ләкин Киев, Ленинград, Смоленск һәм башҡа ҡалалар өсөн ҡаты алыштар Мәскәүгә һөжүмде ике айға кисектерә һәм ул 30 сентябрҙә генә башлана.Был ауыр осорҙа илдең бөтә көсө бер генә мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә – Мәскәүҙе һаҡларға! 10 октябрҙә баш ҡала йүнәлешендәге бөтә ғәскәрҙәр Көнбайыш фронтына берләштерелә һәм уның командующийы итеп Г.К. Жуков ҡуйыла. Ике айҙан ашыу барған иҫ киткес ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә декабрь башында немец ғәскәре хәлдән тайып, һөжүмде туҡтатырға мәжбүр була.Совет етәкселеге ошоно ғына көтә ине. Бик ауыр ноябрь һуғыштары барғанда уҡ беҙҙең командование ныҡ йәшертен рәүештә контрһөжүм планын әҙерләй. Бының өсөн кәрәкле резервтар туплана, ҡорал, боеприпастар, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, йылы кейем әҙерләнә.Дошман оборонаға ныҡлап әҙерләнгәнсе һөжүмгә күсергә кәрәк һәм ғәскәрҙәр «Алға!» приказын алалар. Совет ғәскәрҙәренең ҡеүәтле ударҙары дошман өсөн көтөлмәгән була. Мәскәү янында фашистарҙы ҡыйратыу Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылының хәл иткес хәрби-сәйәси ваҡиғаһы булды. Фашистарҙың «йәшен тиҙлегендәге һуғыш» планы ла, герман армияһының еңелмәҫлеге тураһында миф та юҡҡа сыҡты.Яраланған аяҡ ҡан менән ҡуша туңаЛейтенант Абдуллин Мәскәүгә килгәндә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең һөжүме башланған була. Ул Көнбайыш фронтҡа ебәрелә һәм уҡсылар ротаһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеп, тәүге көндән үк һуғышҡа инеп китә. Дошмандың ҡаты ҡаршылығына ҡарамай, беҙҙекеләр алға барыуҙы дауам итә. Бына Мәскәүҙән 214 километрҙа урынлашҡан Калуга өлкәһенең Юхнов ҡалаһына ла килеп етәләр. Бында немецтарҙың бик көслө нығытылған позициялары урынлашҡан була. Бер төндә Әхмәтбай Харрас улы ротаһын һөжүмгә алып китә. Ауылға етәрәк дошман ротаға беркетелгән «Т-34» танкын яндыра, тирә-яҡ яп-яҡты булып китә һәм шунан файҙаланып, фашистар тоҫҡап атып беҙҙекеләрҙең күптәрен һәләк итәләр. Иртәгәһен дә, унан һуң да ҙур юғалтыуҙар менән уңышһыҙ атакалар дауам итә. Уларҙың береһендә бик һыуыҡ көндә Әхмәтбай Абдуллиндың уң аяғы яралана, ҡан итек эсенә аға. Сигенергә бойороҡ юҡ, бик оҙаҡ ҡар өҫтөндә ятырға мәжбүр булалар, командир ротаһын ҡалдырып китә алмай. Сигенергә әмер булғас ҡына һалдаттар уны күтәреп алып сығалар, ләкин бармаҡтар итек эсендә ҡан менән ҡуша туңған булалар. Йәш офицер Новосибирск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә оҙатыла, бында уның аяҡ бармаҡтарын ҡырҡырға мәжбүр булалар.Армияға яраҡһыҙ?!Госпиталдән ул хәрби хеҙмәткә «яраҡлығы сикле» тигән һығымта менән сыға, был хәрәкәт итеүсе армияға яраҡһыҙ тигәнде аңлата. Артабан Әхмәтбай Абдуллин Омск ҡалаһына эвакуацияланған авиация моторҙары заводына эшкә ебәрелә, ләкин ул тәүҙә ошо ҡалала урынлашҡан Себер хәрби округында иҫәпкә торорға тейеш була. Округ штабында педагогия һәм хәрби училищелар дипломдары менән танышҡас, лейтенант Абдуллинды Ленинградтан Новосибирскиға күсерелгән «Выстрел» исемле пехота офицерҙарын камиллаштырыу буйынса юғары хәрби училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1918 йылда уҡ асылған был уҡыу йорто урта звено – батальон, полк командирҙарын һәм хәрби училищелар уҡытыусыларын әҙерләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына уны тамамлаған 200-ҙән ашыу офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, һигеҙе был юғары исемде ике тапҡыр алған.Училищены тамамлағас, Абдуллин Омск пехота училищеһында тактика уҡытыусыһы булып хеҙмәтен уңышлы дауам итә. Ҡыҙғаныс, Бөйөк Еңеүгә ике көн ҡалғас, 1945 йылдың 7 майында ул менингит тигән мәкерле мейе ауырыуы менән сирләп китә. Байтаҡ ваҡыт ғүмере үлем менән йәшәү араһында була. Шулай ҙа йәш организм ауырыуҙы еңә һәм дүрт ай госпиталдә дауаланғандан һуң 1945 йылдың көҙөндә өлкән лейтенант Абдуллин тыуған ауылына ҡайтып төшә.Мәктәпкә, уҡытыусы булыпМәктәптә уҡыу йылы яңы ғына башланған була һәм биш йылдан һуң ул яңынан класс ишеген асып, уҡыусылар алдына килеп баҫа. 40 йыл дауамында арыу белмәй Үрген мәктәбендә эшләне ул. 25 йылдан ашыу физкультура һәм география уҡытты, 15 йылға яҡын Башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы – военрук булды.Тәүҙә уҡыусыһы, унан байтаҡ йылдар коллегаһы булараҡ, Әхмәтбай Харрас улын тәрән белемле, эшенә ныҡ бирелгән педагог итеп яҡшы белә инем. Ул йәш быуынды төрлө яҡлап тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Ҡыҙыҡлы маршруттар буйынса экскурсиялар һәм туристик походтар ойоштороу эшен етәкләне. Балалар ауыл һәм район тәбиғәте, иҫтәлекле урындар менән таныштылар, күренекле шәхестәр менән осраштылар.Өлкән кластар уҡыусылары Мораҙым һәм Шүлгәнташ мәмерйәләренә күп көнлөк походтарға йөрөнөләр. Бөтә сәйәхәттәр ҙә урман-тауҙар аша йәйәүләп булды. Бөрйәндән ҡайтҡанда Ағиҙел йылғаһы буйлап үҙҙәре эшләгән һалда аға торғайнылар. Табылған материалдар буйынса бай йөкмәткеле фотоальбомдар эшләнде.Военрук Абдуллин һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Хәкимйән Зарипов башланғыс хәрби әҙерлектең матди-техник базаһын булдырыуға ла уҡыусылар менән бергә күп көс түкте. Районда тәүгеләрҙән булып атыу тиры, тактик майҙансыҡ, ҡаршылыҡтар теҙмәһе һәм башҡа объекттар сафҡа индерелде. Һөҙөмтәлә уҡыусылар төплө белем һәм күнекмәләр алдылар, атыу, биатлон буйынса район ярыштарында һәр ваҡыт еңеү һәм призлы урындар яуланылар.Совет Армияһынан ҡайтҡан егеттәр мәктәпкә килеп уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп китә инеләр. Баҡтиһәң, хеҙмәт осоронда командирҙар йыш ҡына уларҙан: «Кем һеҙҙе былай яҡшы әҙерләне?» – тип һорай торған булғандар икән. Әхмәтбай Харрас улының байтаҡ уҡыусылары тормошта ил тыныслығын һаҡлаусы һөнәрен һайлауҙары ла һис тә осраҡлы түгел. Улар араһында полковниктар Зәбир Зарипов, Рәмил Аҡъюлов, Ғәфүр Әбсәләмов, подполковниктар Айрат Солтанбаев, Илгиз Аҡсурин, майор Зөфәр Зарипов, капитан Иршат Ейәнбирҙин һәм башҡа офицерҙар бар.Район хәрби-спорт лагерында.Һәйбәт атай ҙа ине1945 йылдың көҙөндә өйләнешкән Сәсәк һәм Әхмәтбай Абдуллиндар 60 йылдан ашыу матур донъя көтөп, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гөлкәйҙең хәтирәләре: «Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәнеләр, бер-береһенә ҡырын ҡараштарын да иҫләмәйем. Беҙгә төрлө яҡлап һәйбәт тәрбиә бирҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыныҡ, төрлө һөнәр эйәләре булдыҡ. Һеңлем Гөлгөнә менән атайым юлынан китеп, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләнек. Атайымдың: «Һинең менән разведкаға барырға була», – тип әйтеүе беҙҙең өсөн иң ҙур маҡтау һүҙҙәре була торғайны. Һуғыш яралары һәм ҡаты ауырыуҙан һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ине, ләкин ул был турала бер кемгә лә белдермәҫкә тырышты, хатта тейеш булған инвалидлыҡ пенсияһынан да баш тартты. Шул уҡ сәбәпле юғары уҡыу йорттарында ла уҡый алманы».Тағы бер ҡыҙы Миңшаттың атаһына арнап яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ:АтайымаБирешмәне минең һалдат-атай!Йонсотһа ла йылдар ҡытлығы.Оҡшай ине һәр саҡ атайымдыңИмән кеүек ҡаты ныҡлығы.Ишетмәнем уның зарланғанын,Ауырлыҡҡа башын эйгәнен.Күрҙем бары тормош бурандарыБаштарына ҡарҙар өйгәнен.Әхмәтбай Харрас улы Абдуллин 2006 йылдың 22 сентябрендә 86 йәшендә вафат булды. Быйыл 5 ғинуарҙа уға 100 йәш тулған булыр ине. Туғандары, ауылдаштары һәм уҡыусылары күңелендә уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана.Юлай СОЛТАНБАЕВ.

Ауылдашыбыҙ Әхмәтбай Абдуллиндың тыуыуына – 100 йыл

Зиһенле булып үҫә
1920 йылдың 5 ғинуарында Үрген ауылында урта хәлле крәҫтиән Харрас Абдуллин ғаиләһендә баш бала Әхмәтбай донъяға килә. Харрас Ғариф улы бик егәрле була, хужалығында бер нисә ат һәм һыйыр, 20-ләп умарта тота, күп итеп ҡаҙ һәм башҡа ҡош-ҡорт үҫтерә.
Әхмәтбай ағай иҫтәлектәренән: «Ул ваҡыттағы өйҙәрҙән айырмалы, беҙҙеке алты мөйөшлө һәм ҙур ине. Бер бүлмәлә һәр ваҡыт ситтән килгән уҡытыусылар йәшәне. Бәләкәйҙән бик ҡыҙыҡһыныусан булдым, йәш мөғәллимдәр менән аралашып, уларҙан күп һорауҙарыма яуап таба инем.
Миңә ун йәш тулғанда, 1930 йылдың ҡышында колхозлашыу башланды. Был ғүмер буйы үҙ хәленә, мөлкәтенә ҡарап йәшәүселәр өсөн бик ҡатмарлы мәсьәлә ине. Шуға ла ни эшләргә белмәй аптыраған кешеләр кис менән атайыма кәңәшкә килә торғайны. Оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшәләр, бәхәсләшеп тә китәләр. Әсәй уларға сәй ҡайнатыу менән мәшғүл була, ә мин өндәшмәй генә уларҙың һүҙҙәрен һеңдерә барам. Иртәгеһен йә колхозға инеп китәләр, йә кире сыға башлай торғайнылар».
Ҡанаттар осҡанда нығый
Әхмәтбай Абдуллин 1928–1935 йылдарҙа Үрген мәктәбендә уҡый һәм ете йыллыҡ итеп үҙгәртелгән (1932 йыл) мәктәптең тәүге сығарылыусыларының береһе була. Әйтергә кәрәк, бик һәйбәт уҡый һәм шул уҡ йылда ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Алыҫта ятҡан ҡалаға барып уҡыу байтаҡ сығымдар талап итә, күптәр был мөмкинлектән мәхрүм була. Атаһының хәлле булыуы был ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, билдәле. Бер йылдан техникум Баймаҡ районының Темәс ауылына күсерелә, ләкин унда ҡабул итеү I курсҡа ғына була. II, III курс студенттары Дәүләкән педагогия училищеһына күсерелә. Шулай итеп, Әхмәтбай ике йыл ауылынан 400 саҡрым ситтә ятҡан Дәүләкәндә белем ала. Бик яҡшы уҡый, был турала әле лә һаҡланған дипломы асыҡ һөйләй – унда бөтә предметтарҙан тип әйтерлек тик «5» билдәләре генә урын алған.
Бик иртә өлгөргән егет иптәштәре араһында ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм етдилеге менән дә айырылып тора.
16–17 йәшлек Әхмәтбай йәйге каникул ваҡытында ҡайтҡанында клубта һәм ҡырҙа – эш урындарында ауылдаштары алдында лекциялар менән бик төплө сығыштар яһай. Бигерәк тә был осорҙа үтә лә ҡатмарлы булған халыҡ-ара хәлдәр тураһындағы сығыштарын кешеләр йотлоғоп тыңлайҙар, сөнки матбуғат саралары юҡ иҫәбендә булыу сәбәпле, халыҡҡа мәғлүмәт килеп етмәй торған була.
Училищены тамамлағас, егет 1938/39 уҡыу йылында Ҡырмыҫҡалы районында эшләй. Унан ҡайтып, тәүҙә Үрген, унан Байыш мәктәптәрендә уҡыта.
Хәрби хеҙмәткә!
1939 йылдың 1 сентябрендә фашист Германияһы Польшаға бәреп инеп, уны тиҙ арала баҫып ала. Бының алты йыл дауам итәсәк II Донъя һуғышының башланыуы икәнен берәү ҙә күҙалламай ине әле. Ошонан һуң халыҡ-ара хәл тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаша, хәүеф арта.
Быға тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарына 20 йәше тулған егеттәр генә саҡырылған була. Ағымдағы хәлде баһалап, 1940 йылда СССР Юғары Советы законға үҙгәртеү индерә һәм хәрби хеҙмәткә алыныу 18 йәштән билдәләнә. Һөҙөмтәлә 1940 йылдың көҙөндә 1920, 1921, 1922 йылда тыуғандар армияға бергә саҡырыла. Үргендән улар 11 егет булып сыға, шуларҙың етеһе – педагогик училищелар тамамлап, төрлө мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусылар.
1940 йылдың 5 октябрендә тәүге тапҡыр ошондай ҙур төркөмдө оҙатыу уңайынан ауыл Советы янында күп халыҡ ҡатнашлығында митинг була. Унан һуң колхоздың иң яҡшы аттары егелгән, ҡыҙыл байраҡтар тағылған ике бричкаға тейәлеп киткән йәштәрҙе изге теләктәр менән район үҙәгенә оҙатып ҡалалар. Иҫәнғолдан Һарыҡташ станцияһына ла ат менән баралар, унан поезға тейәләләр. Ҡайҙа алып барыуҙарын әйтмәйҙәр, Силәбене үткәс кенә Себер яғына юлланғандарын аңлайҙар. Ниһайәт, поезд Амур өлкәһе Благовещенск ҡалаһында туҡтала. Ул ваҡыт егеттәрҙең күптәре летчик, танкист, моряк, кавалерист булырға хыяллана. Тик үргендәр бөтәһе лә бер уҡсылар полкына эләгә. Төрлө роталарҙа булһалар ҙа, һирәкләп осрашып торалар, ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлашалар. Хабаровск хәрби училищеһына уҡырға ингән Әхмәтбай дуҫтарын да бергәләп оҙатып ҡалалар.
Хәрби училищенан – тура фронтҡа! Мәскәү өсөн алыш
Дөйөм әҙерлеге төплө булған егеткә хәрби дисциплиналар еңел бирелә. Тик ярты йыл үтеүгә, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә, уҡыу ваҡыты ҡырҡа ҡыҫҡартыла һәм 1941 йылдың декабрендә училище тамамлаған лейтенант Абдуллин Мәскәүгә йүнәлтелә. Мәскәү янындағы һуғыш II Донъя һуғышының иң масштаблыһы була. Был һуғыш ике этапты үҙ эсенә ала. Тәүгеһе 1941 йылдың 30 сентябренән 5 декабргә тиклем – оборона, икенсеһе 6 декабрҙән 1942 йылдың 20 апреленә тиклем – совет ғәскәрҙәренең һөжүме. Гитлер Мәскәүҙе өс, иң күбе дүрт айҙа һыуыҡтар төшкәнсе алырға ниәтләй, ләкин Киев, Ленинград, Смоленск һәм башҡа ҡалалар өсөн ҡаты алыштар Мәскәүгә һөжүмде ике айға кисектерә һәм ул 30 сентябрҙә генә башлана.
Был ауыр осорҙа илдең бөтә көсө бер генә мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә – Мәскәүҙе һаҡларға! 10 октябрҙә баш ҡала йүнәлешендәге бөтә ғәскәрҙәр Көнбайыш фронтына берләштерелә һәм уның командующийы итеп Г.К. Жуков ҡуйыла. Ике айҙан ашыу барған иҫ киткес ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә декабрь башында немец ғәскәре хәлдән тайып, һөжүмде туҡтатырға мәжбүр була.
Совет етәкселеге ошоно ғына көтә ине. Бик ауыр ноябрь һуғыштары барғанда уҡ беҙҙең командование ныҡ йәшертен рәүештә контрһөжүм планын әҙерләй. Бының өсөн кәрәкле резервтар туплана, ҡорал, боеприпастар, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, йылы кейем әҙерләнә.
Дошман оборонаға ныҡлап әҙерләнгәнсе һөжүмгә күсергә кәрәк һәм ғәскәрҙәр «Алға!» приказын алалар. Совет ғәскәрҙәренең ҡеүәтле ударҙары дошман өсөн көтөлмәгән була. Мәскәү янында фашистарҙы ҡыйратыу Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылының хәл иткес хәрби-сәйәси ваҡиғаһы булды. Фашистарҙың «йәшен тиҙлегендәге һуғыш» планы ла, герман армияһының еңелмәҫлеге тураһында миф та юҡҡа сыҡты.
Яраланған аяҡ ҡан менән ҡуша туңа
Лейтенант Абдуллин Мәскәүгә килгәндә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең һөжүме башланған була. Ул Көнбайыш фронтҡа ебәрелә һәм уҡсылар ротаһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеп, тәүге көндән үк һуғышҡа инеп китә. Дошмандың ҡаты ҡаршылығына ҡарамай, беҙҙекеләр алға барыуҙы дауам итә. Бына Мәскәүҙән 214 километрҙа урынлашҡан Калуга өлкәһенең Юхнов ҡалаһына ла килеп етәләр. Бында немецтарҙың бик көслө нығытылған позициялары урынлашҡан була. Бер төндә Әхмәтбай Харрас улы ротаһын һөжүмгә алып китә. Ауылға етәрәк дошман ротаға беркетелгән
«Т-34» танкын яндыра, тирә-яҡ яп-яҡты булып китә һәм шунан файҙаланып, фашистар тоҫҡап атып беҙҙекеләрҙең күптәрен һәләк итәләр. Иртәгәһен дә, унан һуң да ҙур юғалтыуҙар менән уңышһыҙ атакалар дауам итә. Уларҙың береһендә бик һыуыҡ көндә Әхмәтбай Абдуллиндың уң аяғы яралана, ҡан итек эсенә аға. Сигенергә бойороҡ юҡ, бик оҙаҡ ҡар өҫтөндә ятырға мәжбүр булалар, командир ротаһын ҡалдырып китә алмай. Сигенергә әмер булғас ҡына һалдаттар уны күтәреп алып сығалар, ләкин бармаҡтар итек эсендә ҡан менән ҡуша туңған булалар. Йәш офицер Новосибирск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә оҙатыла, бында уның аяҡ бармаҡтарын ҡырҡырға мәжбүр булалар.
Армияға яраҡһыҙ?!
Госпиталдән ул хәрби хеҙмәткә «яраҡлығы сикле» тигән һығымта менән сыға, был хәрәкәт итеүсе армияға яраҡһыҙ тигәнде аңлата. Артабан Әхмәтбай Абдуллин Омск ҡалаһына эвакуацияланған авиация моторҙары заводына эшкә ебәрелә, ләкин ул тәүҙә ошо ҡалала урынлашҡан Себер хәрби округында иҫәпкә торорға тейеш була. Округ штабында педагогия һәм хәрби училищелар дипломдары менән танышҡас, лейтенант Абдуллинды Ленинградтан Новосибирскиға күсерелгән «Выстрел» исемле пехота офицерҙарын камиллаштырыу буйынса юғары хәрби училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1918 йылда уҡ асылған был уҡыу йорто урта звено – батальон, полк командирҙарын һәм хәрби училищелар уҡытыусыларын әҙерләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына уны тамамлаған 200-ҙән ашыу офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, һигеҙе был юғары исемде ике тапҡыр алған.
Училищены тамамлағас, Абдуллин Омск пехота училищеһында тактика уҡытыусыһы булып хеҙмәтен уңышлы дауам итә. Ҡыҙғаныс, Бөйөк Еңеүгә ике көн ҡалғас, 1945 йылдың 7 майында ул менингит тигән мәкерле мейе ауырыуы менән сирләп китә. Байтаҡ ваҡыт ғүмере үлем менән йәшәү араһында була. Шулай ҙа йәш организм ауырыуҙы еңә һәм дүрт ай госпиталдә дауаланғандан һуң 1945 йылдың көҙөндә өлкән лейтенант Абдуллин тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Мәктәпкә, уҡытыусы булып
Мәктәптә уҡыу йылы яңы ғына башланған була һәм биш йылдан һуң ул яңынан класс ишеген асып, уҡыусылар алдына килеп баҫа. 40 йыл дауамында арыу белмәй Үрген мәктәбендә эшләне ул. 25 йылдан ашыу физкультура һәм география уҡытты, 15 йылға яҡын Башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы – военрук булды.
Тәүҙә уҡыусыһы, унан байтаҡ йылдар коллегаһы булараҡ, Әхмәтбай Харрас улын тәрән белемле, эшенә ныҡ бирелгән педагог итеп яҡшы белә инем. Ул йәш быуынды төрлө яҡлап тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Ҡыҙыҡлы маршруттар буйынса экскурсиялар һәм туристик походтар ойоштороу эшен етәкләне. Балалар ауыл һәм район тәбиғәте, иҫтәлекле урындар менән таныштылар, күренекле шәхестәр менән осраштылар.
Өлкән кластар уҡыусылары Мораҙым һәм Шүлгәнташ мәмерйәләренә күп көнлөк походтарға йөрөнөләр. Бөтә сәйәхәттәр ҙә урман-тауҙар аша йәйәүләп булды. Бөрйәндән ҡайтҡанда Ағиҙел йылғаһы буйлап үҙҙәре эшләгән һалда аға торғайнылар. Табылған материалдар буйынса бай йөкмәткеле фотоальбомдар эшләнде.
Военрук Абдуллин һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Хәкимйән Зарипов башланғыс хәрби әҙерлектең матди-техник базаһын булдырыуға ла уҡыусылар менән бергә күп көс түкте. Районда тәүгеләрҙән булып атыу тиры, тактик майҙансыҡ, ҡаршылыҡтар теҙмәһе һәм башҡа объекттар сафҡа индерелде. Һөҙөмтәлә уҡыусылар төплө белем һәм күнекмәләр алдылар, атыу, биатлон буйынса район ярыштарында һәр ваҡыт еңеү һәм призлы урындар яуланылар.
Совет Армияһынан ҡайтҡан егеттәр мәктәпкә килеп уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп китә инеләр. Баҡтиһәң, хеҙмәт осоронда командирҙар йыш ҡына уларҙан: «Кем һеҙҙе былай яҡшы әҙерләне?» – тип һорай торған булғандар икән. Әхмәтбай Харрас улының байтаҡ уҡыусылары тормошта ил тыныслығын һаҡлаусы һөнәрен һайлауҙары ла һис тә осраҡлы түгел. Улар араһында полковниктар Зәбир Зарипов, Рәмил Аҡъюлов, Ғәфүр Әбсәләмов, подполковниктар Айрат Солтанбаев, Илгиз Аҡсурин, майор Зөфәр Зарипов, капитан Иршат Ейәнбирҙин һәм башҡа офицерҙар бар.

Район хәрби-спорт лагерында.

Һәйбәт атай ҙа ине
1945 йылдың көҙөндә өйләнешкән Сәсәк һәм Әхмәтбай Абдуллиндар 60 йылдан ашыу матур донъя көтөп, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гөлкәйҙең хәтирәләре: «Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәнеләр, бер-береһенә ҡырын ҡараштарын да иҫләмәйем. Беҙгә төрлө яҡлап һәйбәт тәрбиә бирҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыныҡ, төрлө һөнәр эйәләре булдыҡ. Һеңлем Гөлгөнә менән атайым юлынан китеп, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләнек. Атайымдың: «Һинең менән разведкаға барырға була», – тип әйтеүе беҙҙең өсөн иң ҙур маҡтау һүҙҙәре була торғайны. Һуғыш яралары һәм ҡаты ауырыуҙан һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ине, ләкин ул был турала бер кемгә лә белдермәҫкә тырышты, хатта тейеш булған инвалидлыҡ пенсияһынан да баш тартты. Шул уҡ сәбәпле юғары уҡыу йорттарында ла уҡый алманы».
Тағы бер ҡыҙы Миңшаттың атаһына арнап яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ:
Атайыма
Бирешмәне минең һалдат-атай!
Йонсотһа ла йылдар ҡытлығы.
Оҡшай ине һәр саҡ атайымдың
Имән кеүек ҡаты ныҡлығы.
Ишетмәнем уның зарланғанын,
Ауырлыҡҡа башын эйгәнен.
Күрҙем бары тормош бурандары
Баштарына ҡарҙар өйгәнен.
Әхмәтбай Харрас улы Абдуллин 2006 йылдың 22 сентябрендә 86 йәшендә вафат булды. Быйыл 5 ғинуарҙа уға 100 йәш тулған булыр ине. Туғандары, ауылдаштары һәм уҡыусылары күңелендә уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана.
Юлай СОЛТАНБАЕВ.
Читайте нас: