Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 12:55

Олатайыбыҙ ҡыуанып ҡалды

#афаринИҫәнғолдоң Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбенең йәш тимурсылары беҙ аҙ ҡар ташларға тип Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла олатай Түләбаевҡа юлланды. Ҡар аҙ ғына түгел ине! Әммә был тимурсыларҙы ҡурҡытманы ла, туҡтатманы ла! Улар көрәккә тотондо һәм... ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартып та ҡуйҙы!Олатай ҡыуанып, уҡыусыларға ла, уларҙың етәкселәре Гөлмизан Мурзабаева менән Роза Квасоваға ҙур рәхмәттәр әйтеп ҡалды.

Иҫәнғолдоң Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәбенең йәш тимурсылары беҙ аҙ ҡар ташларға тип Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла олатай Түләбаевҡа юлланды. Ҡар аҙ ғына түгел ине! Әммә был тимурсыларҙы ҡурҡытманы ла, туҡтатманы ла! Улар көрәккә тотондо һәм... ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартып та ҡуйҙы!
Олатай ҡыуанып, уҡыусыларға ла, уларҙың етәкселәре Гөлмизан Мурзабаева менән Роза Квасоваға ҙур рәхмәттәр әйтеп ҡалды.
Читайте нас: