Бөтә яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 21:00

Абзанда - янғын. Кеше ғүмерҙәре өҙөлгән...

Бөгөн, 16 февралдә, республикала йәнә фажиғәле янғын осрағы теркәлде. Иртәнге сәғәт етелә Ейәнсура районының Абзан ауылында ағас йорт янып китә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылыр һәм башҡа махсус хеҙмәттәр килеп етә. Ярты сәғәт тирәһе ваҡыттан һуң, ете сәғәт ҡырҡ минутта, янғын һүндерелде, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында ағалы-ҡустылы 66 һәм 54 йәшлек ирҙәрҙең һәләк булғаны асыҡланған. Көл-күмер эсендә уларҙың кәүҙәһе табылған.Бик үкенесле хәл. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Фажиғәләрҙе булдырмау сараларының береһе - йорттарға янғынды иҫкәртеү приборҙары ҡуйыу мотлаҡ. Фото: Горобзор.ру

Бөгөн, 16 февралдә, республикала йәнә фажиғәле янғын осрағы теркәлде.
Иртәнге сәғәт етелә Ейәнсура районының Абзан ауылында ағас йорт янып китә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылыр һәм башҡа махсус хеҙмәттәр килеп етә.
Ярты сәғәт тирәһе ваҡыттан һуң, ете сәғәт ҡырҡ минутта, янғын һүндерелде, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында ағалы-ҡустылы 66 һәм 54 йәшлек ирҙәрҙең һәләк булғаны асыҡланған. Көл-күмер эсендә уларҙың кәүҙәһе табылған.
Бик үкенесле хәл. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты, һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Фажиғәләрҙе булдырмау сараларының береһе - йорттарға янғынды иҫкәртеү приборҙары ҡуйыу мотлаҡ.
Фото: Горобзор.ру
Читайте нас: