Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2020, 17:07

“Һүнмәһен ижадың шишмәһе”

“Тыуған яғың ҡайһы яҡ, тиһеңме? Ейәнсура – минең тыуған яҡ. Әле лә бит, Ейәнсурам, тиеп, Һағыштарға сумып торған саҡ...»Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март – Башҡорт теле йылын тантаналы асыу уңайынан, шулай уҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолованың (Ҡәҙербәкова) “Һүнмәһен ижадың шишмәһе” исемле йырлы-моңло ижад кисәһен үткәрҙек. Был матур сара шағирәнең 55 йәшлек юбилейына арналды.

“Тыуған яғың ҡайһы яҡ, тиһеңме?
Ейәнсура – минең тыуған яҡ.
Әле лә бит, Ейәнсурам, тиеп,
Һағыштарға сумып торған саҡ...»
Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март – Башҡорт теле йылын тантаналы асыу уңайынан, шулай уҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолованың (Ҡәҙербәкова) “Һүнмәһен ижадың шишмәһе” исемле йырлы-моңло ижад кисәһен үткәрҙек. Был матур сара шағирәнең 55 йәшлек юбилейына арналды. Программабыҙ ике өлөштән торҙо. Беренсе өлөшөндә шағирәнең ҡыҫҡаса тормош юлы, ижады тураһында һөйләнелде, артабан сарабыҙҙың төп өлөшө һаналған – шиғыр һөйләү бәйгеһенә күстек. Руша апайҙың ижадында тыуған илгә, ергә, халҡына булған тәрән һөйөү, ихтирам сағыла. Шуларҙың бер-нисәһе: “Ейәнсура”, “Яңыбайым”, “Тыуған яғым”, “Һылыуҙарым”, “Туғандарым”, “Бер моңланып йырлайымсы”, “Һигеҙ бала”, “Әсәйҙәргә”, “Ғүмер юлы” исемле шиғырҙарын бәйгеселәр тамашасыларға яттан һөйләп ишеттерҙе. Бәйге музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Автор үҙе үк жюри булып баһалап ултырҙы. Шуныһы ҡыуаныс, бәйгелә ололар ҙа, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты! Аҙаҡ еңеүселәрҙе билдәләп, уларға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә яҡташыбыҙ Руша апай Солтанғолованың хөрмәтенә дәртле-моңло йырҙар, бейеүҙәр башҡарылды. Шағирәне ҡотлау өсөн ауыл биләмәһе башлығына, ата-әсәһе, туғандарына ла һүҙ бирелеп, улар үҙҙәренең матур, изге теләктәрен еткерҙеләр. Байрам уңайынан гөлләмәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, йылы мөнәсәбәтле кисәбеҙ тамамланды.
Беҙ, Яңыбай ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханасыһы, үҙ сиратыбыҙҙа, яҡташыбыҙ, ауылыбыҙ ғорурлығы, Башҡортостаныбыҙҙың күренекле шағирәһе булған Руша Солтанғолованың ижад шишмәһе тынмауын, һүрелмәүен, киләсәктә лә илһам шишмәләре өҫтәлеп, шиғыр һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, тағы ла осорашырға насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ!
Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы.
Читайте нас: