Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2020, 14:45

Дуҫлыҡ күпере

Алты команда араһында ярыш бик сәмле барҙы. Хатта өсәр партия уйнаған уйындар булды. 60 йәшлек өләсәйҙәр, 3-5-әр йәш балалы әсәләрҙең уйынын ҡарап тороу үҙе ҡыуаныс. Өй мәшәҡәттәренән арынып, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, интернет- телевизорҙан баштарын йырып алып күрше ауылға күнекмәләргә йөрөү үҙе батырлыҡ.Үтәғол мәктәбе спортзалында Яңыбай һәм Үтәғол ауыл биләмәләре ауылдары араһында уҙған волейбол ярышы тураһында Сәүиә Дәүләтбәкованың мәҡәләһе менән сайтта танышырһығыҙ.

Үтәғол мәктәбенең спортзалында ысын мәғәнәһендә байрам, сөнки әхирәттәр, таныштар осрашалар, байрам менән ҡотлашалар. Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған ерҙә һәр ваҡыт күңелле. Шулай ҙа бөгөн уларҙың маҡсаты изге, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап –волейболда көс һынашыу, еңеү яулау. Дәртле марш аҫтында ярышты асыу тантанаһына Үтәғол ауылы биләмәһе командаларын һәм саҡырылған ҡунаҡтар – Яңыбай ауылы биләмәһе командаларын теҙелергә команда булды. Был матур сараны Үтәғол ауыл хакимиәте башлығы Сабит Фазлыев асып, гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы, уларға уңыштар теләне. Фаил Ҡолсурин, Вадим Әхмәровтарҙың музыкаль бүләген барыһы ла йылы ҡабул итте. Яңыбай ауыл хакимиәте башлығы Самат Ҡансурин үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, был ярыштарҙың киләсәктә лә дауам итеүен теләне.
Алты команда араһында ярыш бик сәмле барҙы. Хатта өсәр партия уйнаған уйындар булды. 60 йәшлек өләсәйҙәр, 3-5-әр йәш балалы әсәләрҙең уйынын ҡарап тороу үҙе ҡыуаныс. Өй мәшәҡәттәренән арынып, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, интернет- телевизорҙан баштарын йырып алып күрше ауылға күнекмәләргә йөрөү үҙе батырлыҡ. Сөнки, күптәрҙең ҡулынан килмәй. Бына уйындар тамам. Бер тапҡыр ҙа еңелмәй уйнаған Үтәғолдар – 1-се, Ҡужанаҡ ауылы – 2-се, Иҙәштәр – 3-сө урында. Уйын аҙағына тиклем көрәшеп, матур уйын күрһәткән Яңыбай, Юнай, Ярғайыш командалары ла афариндар, һеҙ булмаһағыҙ был матур байрам тулы булмаҫ ине. Һеҙ бит башлап та йөрөүселәр. Командалар ял иткән арала, дартс буйынса ла ярыш уҙғарылды. Һәр команданан ике кеше көс һынашып, 1-се урында Яңыбай командаһы (79 мәрәй), 2-се Ҡужанаҡ (63 мәрәй), 3-сө Үтәғол (58 мәрәй). Шәхси беренселектә,1-2 урындар Яңыбайҙарҙа: 40 мәрәй менән Әлиә Күҙәшева – тәүге урынды, 39 мәрәй йыйған Әлфиә Ҡаһирова икенселекте алды 3-сө урында 35 мәрәй менән Үтәғолдан Зилә Ишемйәрова.
Тантаналы шарттарҙа еңеүсе командаларҙы кубок, миҙалдар менән бүләкләү булды. Матур теләктәр әйтелде. Әлбиттә, иҫтәлеккә күмәкләшеп фотоға төштөк.
Сәүиә Дәүләтбәкова, Үтәғол мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы.
Читайте нас: