Бөтә яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 17:00

Фәүзиә Әбүбәкерова

Күренекле дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы 1921 йылдың 30 сентябрендә Орск ҡалаһында тыуған. Бала сағы, үҫмер йылдары атаһының тыуған яғында – Ейәнсура районының Өмбәт ауылында үтә. 7-се класты Абзан мәктәбендә тамамлай. 1939 йылда Ырымбур өлкәһенең Иҫке Ейәнсура урта мәктәбен тик «5» билдәләренә генә, аттестатта «Институтҡа имтихандарһыҙ ҡабул итергә» тигән яҙыу менән тамамлап, Мәскәү ҡалаһындағы Кредит-иҡтисад институтына уҡырға инә.

Күренекле дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы 1921 йылдың 30 сентябрендә Орск ҡалаһында тыуған. Бала сағы, үҫмер йылдары атаһының тыуған яғында – Ейәнсура районының Өмбәт ауылында үтә. 7-се класты Абзан мәктәбендә тамамлай. 1939 йылда Ырымбур өлкәһенең Иҫке Ейәнсура урта мәктәбен тик «5» билдәләренә генә, аттестатта «Институтҡа имтихандарһыҙ ҡабул итергә» тигән яҙыу менән тамамлап, Мәскәү ҡалаһындағы Кредит-иҡтисад институтына уҡырға инә.
1941 йылда йәйге имтихандар тапшырып йөрөгәндә, һуғыш башлана. Фәүзиә апай ата-әсәһе күсенгән Ҡыуандыҡҡа ҡайтып китә һәм гранаталар етештергән заводта эш башлай. Уның фронтҡа барыу теләге бик көслө була һәм 1942 йылдың апрель айында үҙе теләп армияға китә. Бер төркөм ҡыҙҙарҙы, радистлыҡҡа уҡытып, һуғыш яланына оҙаталар. Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы Совет Армияһы сафтарында Сталинград яуынан алып Германияға тиклем барып етә.
«1945 йылдың 9 майы беҙҙең өсөн бик иҫтәлекле көн булды. Күпме көттөк беҙ уны. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләнек. Нисек кенә ауыр булмаһын, барыһына ла түҙҙек, сөнки немец илбаҫарҙарын еңеп, тыуған еребеҙгә тыныслыҡ алып ҡайтырыбыҙға ышана инек.
Һуғышта булыу ҡыҙҙар эше түгел инде ул, ҡатын-ҡыҙ был доньяның йәме, биҙәге бит. Шуға күрә лә мин кешелеккә, иң тәүге сиратта, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләр инем», – тип уйҙары менән уртаҡлашыр ине Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы.
Уҡыуын дауам итеү теләге бик көслө булғанға күрә, ул, һуғыштан ҡайтып барышлай, Мәскәүҙә туҡтай. Элек уҡыған Кредит-иҡтисад институты Финанс институты итеп үҙгәртелгән була, һәм Фәүзиә апай 3-сө курсҡа килергә тип, тыуған яғына юл ала. Райкомға эшкә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, риза булмай. Әсәһе лә: «Балам, уҡып бөтөргә кәрәк, белеме барҙың – ҡәҙере бар», – тип, уҡыуын дауам итергә дәртләндерә. Шулай итеп, Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы, 1947 йылда институт тамамлап, юғары белемгә эйә була һәм СССР Дәүләт банкының Башҡортостан филиалында инспектор булып эш башлай. Артабан ул республиканың Финанс министрлығында бүлек етәксеһе вазифаһына тиклем күтәрелә.
Һуғыш йылдарында ныҡ ҡаҡшаған ауыл хужалығы тиҙ генә мандып китә алмай. 1953-1954 йылдарҙа ил етәкселеге уны аяҡҡа баҫтырыу буйынса байтаҡ саралар күрә һәм боҙ урынынан ҡуҙғала башлай. Ләкин хужалыҡтар етәкселәренең һәм белгестәрҙең белеме түбән булыуы, шул сәбәпле йыш алмашыныуҙары эшкә ныҡ аяҡ сала. Мәҫәлән, 1946 йылда Ейәнсуранан бүленеп сыҡҡан Абзан районында 1954 йылда 14 колхоз рәйесенең береһенең дә махсус белеме булмай. Береһе генә – 10, дүртәүһе – 7, һигеҙе – 4 класс бөткән, берәүһе бөтөнләй белемһеҙ була. Бухгалтерҙарҙың да унауһының белеме – 7, дүртәүһенең – 4 класс кимәлендә. Башҡа райондарҙа ла хәлдәр яҡынса шулай тора.
1955 йылдың 25 мартында КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы «Колхоздарҙы етәксе кадрҙар менән нығытыу тураһында» ҡарар ҡабул итә. Унда колхоздарҙа етәкселек эшмәкәрлеге өсөн сәнәғәттә, партия һәм совет органдарында эшләгән 30 мең алдынғы хеҙмәткәрҙе үҙ теләктәре менән ауылға йүнәлтеү мәсьәләһе ҡуйыла. Партия һәм хөкүмәт саҡырыуына
100 меңдән ашыу кеше әҙерлеген белдерә. Шулар араһынан 30 мең кеше һайлап алына,
90 %-тан артығы коммунистар була. Уларҙың күпселеге колхоз рәйестәре итеп һайлана.
Утыҙ меңселәр араһында КПСС ағзаһы Фәүзиә Әбүбәкерова ла була. Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙында халҡының тормошон яҡшыртыу, уға бөтә көсөн биреп хеҙмәт итеү теләге көслө була. Партия Өлкә Комитеты уны Башҡорт АССР-ының иң көньяғында урынлашҡан Абзан районына йүнәлтә, ә бында үҙәге Ҡужанаҡ ауылында булған «Победа» колхозы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Фәүзиә Әхмәсәғит ҡыҙы менән бергә, Әлшәй районының Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Миәкә районы ҡыҙы Йосопова Кәримә агроном булып килә. 1955 йылдың йәмле май айында Абзандан уларҙы яңы 17 йәше генә тулған Тоҡомбәтов Нурислам исемле егет ат менән ауылға алып ҡайта. Ауылда ҡыҙҙарға торорға фатир ҙа әҙер була. Уларҙы Тоҡомбәтов Насрый исемле олатайҙарға төшөрәләр. Фәүзиә һәм Кәримә апайҙарҙы йорт хужабикәһе – көләс йөҙлө Мәҙинә инәй ихлас ҡаршы ала. Һәр кемде «был йәш кенә ҡыҙ бөлгөнлөккә төшкән колхозды аяҡҡа баҫтыра алырмы, халыҡ менән эшләргә ҡулынан килерме икән» тигән төрлө уйҙар борсой. Сөнки хужалыҡ ҙур бит, «Победа» колхозына Ҡужанаҡтан башҡа тағы ла алты ауыл ҡарай: Бәләкәй Аҫҡар, Ҡыҙылъяр, Таулыҡай, Башҡорт Бармағы, Калининск һәм Георгиевка. Дүрт ҙур бригада.
Әммә һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән Фәүзиә кешеләрҙең йәшәйешенә еңеллек килтереү өсөн ең һыҙғанып эш башлай.
Халыҡтың көнкүреше бик ауыр була. Күп ир-егеттәр һуғыш яланында ятып ҡалған, эштә күбеһенсә яралы ир-ат та, йәш-елкенсәк һәм ҡатын-ҡыҙ. Бик әҙ ваҡыт эсендә ул халыҡтың күңелен яулап ала. «Беҙҙең Фәүзиә», «наша Фаузия» тип кенә йөрөтәләр уны башҡорто ла, урыҫы ла. Бер йыл эсендә ул сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙе арттырыу, һыйыр, сусҡа фермалары төҙөү, малдар һанын ишәйтеү эштәрен уңышлы башлай. 1955 йылда уҡ пилораманы эшләтеп ебәрә. 1956 йылдың башында нисәмә йыл колхоздан бер тин күрмәгән халыҡҡа 20-шәр һумдан эш хаҡы түләй. Был көн кешеләр өсөн оло байрам була. Сөнки ошо аҡсаға он, тоҙ, шәкәр, сәй, кейем-һалым алырға була. Фәүзиә апайҙың уң ҡулдары булған бригадирҙар ҙа ал-ял белмәй эшләй. Халыҡ та яҡшы була, нисек кенә ҡыйын, ҡайһы осраҡта аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа ла, берәү ҙә аяҡ салыу, ошаҡлашыу тураһында уйлап та бирмәй. Ергә ятып, аунап илаған саҡтары ла була, әммә күҙ йәшен берәүгә лә күрһәтмәй Фәүзиә. Арыуҙан да, ялҡыуҙан да түгел, үҙ ҡулдары менән гәрәбәләй иген үҫтереп тә, туйғансы икмәк ашай алмаған колхозсыларын һәм уларҙың балаларын йәлләп илай ул. 1956 йылда Фәүзиә апайға колхозсылар күмәкләшеп, бер тин түләүһеҙ өй һалып индерәләр, бына ҡайҙа күренә ул ысын ихтирам билдәһе! Шул йылда уҡ ауылдан-ауылға тиҙерәк йөрөп бригадаларҙың эшен ойоштороу өсөн мотоцикл ала. Һәм ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға була. Алма баҡсаһы. Тыуған ерҙе гөл-баҡса итеү. Халыҡ менән һөйләшеп кәңәшләшкәндән һуң, эшкә тотоналар. Баҡсасылар бригадиры итеп Акулина Степановна Волкова һайлана. Фәүзиә апай баҫыуҙарҙы ҡарап йөрөгәндә, баҡса өсөн уңайлы ерҙе күңел түренә һалып та ҡуйған була инде. Был урын башҡорт телендә «Һике тамағы» (Һике йылғаһы менән Ҡороюл йылғаһы ҡушылған ер), ә урыҫтарҙа «Теняков угол» (Теняков тигән фамилиялы кешенең өйө яҡын ултырған) тип йөрөтөлгән була. Бик уңайлы ер баҡса өсөн, йылға ла яҡын, тупраҡ та уңдырышлы. Тик ундай ауыр эште атҡара алырмы халыҡ... Ике йылғанан арыҡ ҡаҙырға... Үҫентеләр табыу... Яңы тормош төҙөү өсөн әҙер торған халыҡтың өмөтөн юҡҡа сығарыу ғына булмаҫмы... һ.б. һ.б. Төнө буйы йоҡлай алмай сыҡҡан Фәүзиә апайҙың башында ошондай уйҙар ҡайнай. Ә иртәгеһен халыҡтың өмә булған ергә ағылыуын күреп, хыялы тормошҡа ашасағына Фәүзиәнең бер генә лә шиге ҡалмай инде. Ете ауылдан меңләгән кеше йыйыла. Тәүгеләр рәтендә фронтовиктар, башҡалар ҙа уларҙан ҡалышмай эшкә тотона.
Ер эштәре бөткәс, баҡсаны ултыртырға ғына ҡала. Ишемғолов Сәитғәли менән фронтовик Липовских Леонид Ҡыуандыҡ ҡалаһына барып үҫентеләр алып ҡайталар. Уларҙы ултыртыу эшенә бөтә ауылдар халҡы: йәше-ҡарты, бала-саға, көстәрен йәлләмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Артабан баҡсаға башҡа төр емеш-еләк ҡыуаҡтары ла ултыртыла һәм ул байтаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итә. «Победа» колхозының һәм утыҙ меңсе рәйестең даны бөтә республикаға тарала. 1956 йылдың аҙағында Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙын бер төркөм колхозсылар менән Мәскәүгә СССР Бөтә союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыралар. Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүҙәге һәм һатыуҙағы уңыштары өсөн «Победа» колхозы Ейәнсура районы тарихында беренсе булып Күргәҙмәнең Бронза миҙалы менән бүләкләнә, ә Фәүзиә Әбүбәкерова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденына лайыҡ була. Колхоздың һәм уның рәйесенең уңыштары тураһында республика баҫмалары һәм илдең үҙәк гәзит-журналдары яҙып сыға. 1957 йылдың көҙөндә
Ф.Ә. Әбүбәкерова халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
1960-1962 йылдарҙа ул Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Юғары партия мәктәбендә уҡый. Уны уңышлы тамамлағас, КПСС-тың Балтас район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге ҡала, район етәксеһе ул – Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы! 1965-1972 йылдарҙа Ф.Ә.Әбүбәкерова Федоровка районы менән етәкселек итә. Артабан Башпотребсоюз йәмғиәте идараһы рәйесенең кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп һайлана һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифала уңышлы эшләй.
Фәүзиә Әбүбәкерова 2005 йылдың 1 майында Өфө ҡалаһында вафат була.
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, ул ваҡытта президент Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров һәм башҡа республика етәкселәре ҡул ҡуйған некрологта ошондай юлдар бар: «Ф.Ә. Әбүбәкерова һәр ваҡыт юғары профессионаллеге һәм тапшырылған эш өсөн ҙур яуаплылығы менән айырылып торҙо. Уға ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек, иҫ киткес баҫалҡылыҡ һәм әҙәплелек кеүек күркәм кешелек сифаттары хас ине.
Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, Почет Билдәһе, Ватан һуғышы ордендары һәм күп миҙалдар менән бүләкләнде, бер нисә тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланды.
Ватаныбыҙҙың ысын патриоты, талантлы етәксе һәм һоҡланғыс кеше тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр».
Фәүзиә Әбүбәкерова тураһында республика Милли архивында, Ҡужанаҡ мәктәбе музейында һәм туғандарында байтаҡ документтар һәм материалдар һаҡлана. Улар менән танышыу Ейәнсураның данлы ҡыҙының тормош юлын һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә ҙур ярҙам итте. Халыҡ өсөн хәләл көстәрен йәлләмәгән, хатта ғүмерҙәрен аямаған шәхестәрҙе онотмаһаҡ ине.

Юлай СОЛТАНБАЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы.

Читайте нас: