Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 16:00

Ҡартайым хәтирәһе

Хикәйәмдең төп геройы — Буранғол ауылының тыл ветераны Хәмитов Мырҙағәле Рамаҙан улы. Хәҙер инде баҡыйлыҡта. Йәне йәннәттә булһын инде!

Хикәйәмдең төп геройы — Буранғол ауылының тыл ветераны Хәмитов Мырҙағәле Рамаҙан улы. Хәҙер инде баҡыйлыҡта. Йәне йәннәттә булһын инде!
Мыртыйым Айгиз менән киң матур ишек алдында рәхәтләнеп туп тибәбеҙ. 82 йәшлек ҡартайым тупһала беҙҙең уйнағанды ҡарап ҡыуанып ултыра. Ҡыуанғаны бигерәк тә күҙҙәренә сыҡҡан. Эргәлә генә,туғайлыҡта,кәкүк саҡырыуы был кинәнесте туҡтатты. Ҡартайымдың йөҙө ҡапыл етдиләнде. Беҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Ҡартайым сабыр ғына уйҙарын теҙҙе:
– Балаҡайҙарым, бәхетле генә булығыҙ инде, Хоҙайым. Беҙҙең бала саҡты ҡәһәрле һуғыш урланы. Тамағығыҙ туҡ, өҫтөгөҙ бөтөн, бөтә нәмә бар. Матур итеп йәшәргә генә...
Беҙҙе аслыҡтан һуғыш ваҡытында тәбиғәт кенә ҡотҡарҙы. Балтырған, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ, тау йыуаһы һәм башҡа үләндәр төп аҙығыбыҙ ине.
Апайым-авызыйымдар менән бер көндө, туғайға төшөп, балтырған менән ҡуҙғалаҡ йыйып ашарға булдыҡ. Өйҙә бер тәғәм ризыҡ юҡ. Атай һуғышта, әсәй көнө-төнө колхозда эштә. Ашамағанлыҡтан хәл бөткән. Тик шулай ҙа апайымдарға көс һалмаҫ өсөн генә мыжымаҫҡа тырышам. Бер туҡтауһыҙ кәкүк саҡырырға тотондо. Был яҡшыға юраймы?..
Үҙ хәлемә килгәнде күргәс, әсәйем күҙ йәштәрен йәшереп, ҡапыл йылмайып ебәрҙе. Күрше Ғәлимә инәй: “Балаң ғүмерле Райхана килен,оҙон ғүмерле...” тип йыуатты әсәйемде.
Рәхмәт, кәкүк, миңә оҙон ғүмер юрағандыр... Еребеҙҙә тик һуғыш ҡына булмаһын, балаҡайҙарым!...
Читайте нас: