"Командир кеше үҙе белә инде," – тип ҡуя атаһы. Улы менән бик ғорурлана ул. Ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк аттарҙы һағынған Йәмил колхозда ат ҡарарға тотонғанда ла: "Армия һуғышҡан, һалдаттар үлгән, ә һине шул ваҡытта ат ҡарарға уҡыттылармы?" – тип үпкәһен белдертә. Өндәшмәй Йәмил, ә атаһының һүҙҙәрен ғүмергә иҫеңдә ҡалдыра, балаларына, ейәндәренә еткерә. "Эштең иң ҙурына тотонорға кәрәк. Уҡығанһың икән – файҙаға булһын. Булдыра алған бөтә эштәрҙе лә эшлә," – тип өйрәтә ине.
Ибрайға ҡайтып ай үтеүгә ата-әсәләре килешеп, никах туйы яһап, өйләнә Йәмил. Кәләшен бер тапҡыр ҙа күреп һөйләшә алмай, күҙ һалып ҡына йөрөй. Әсәһенең һынсыл икәнен белә ул, уның һүҙе етә. Ҡыҙын килеп һоратҡас та Ғәлимйән ҡартай риза булмай. Үҙе үтә етди, ҡаты холоҡло, бер һүҙле кеше булараҡ, алсаҡ, уйынсыл Суҡайҙар нәҫелен еңел холоҡло тип һанай ул. Әммә Зәйнәп "барам" тип һүҙендә ныҡ тора. Шулай тыуа беҙҙең ғаилә. Ҡапма-ҡаршы мөхиткә килеп инә әсәйебеҙ. Бәләкәй генә өйҙә ауылдың бөтә кешеһе йәшәгән кеүек: киләләр, һөйләшеп ултыралар, кәңәш көтәләр, зарланалар, им-том һорайҙар, аят уҡыталар... Һәм бөтәһенә лә яҡты йөҙ күрһәтергә, сәй эсерергә, изгелек теләп оҙатып ҡалырға кәрәк. Ҡартай-ҡәрсәйҙең өйөндә ике йыл йәшәгәндә алынған һабаҡтар әсәйебеҙҙең тормош асылына әйләнә: Иҫәнғолда ла, Сирғолда ла бик күп кешегә төйәк булла өйө. Ә Ғизылхаҡ ҡартайҙың "Кеше килә икән – кәрәгенә килә. Кәрәк булыуҙан да ҙур хөрмәт юҡ," –тигәне төп ҡағиҙәһе булла беҙҙең йорттоң.
Атайҙы ат һарайынан алып сельсовет итеп ҡуялар. Эшкә сумып эшләп китә ул. Әсәйем бейеменә: "Һыуынды инде, кеше менән йөрөй, шикелле," – тигәненә ҡәрсәй: "Белһәң дә, белмә. Күп белһәң – ирһеҙ ҡалырһың," – тип тыйып ҡуя. Ә атай: "Балаң да булмай бит исмаһам," – тип ғәйеп ташлай.
1948 йылдың йәй айында була был хәл. Әсәйҙе бер еңгәһе ашыҡтырып Һүрәм буйына алып китә. Кис, яҡты әле. Ире бер ҡыҙҙың ҡулдарын тотоп, яр башында тора. Әсәйем тауыш күтәрә, яҡлау эҙләп атаһына йүгерә. Атаһы өмәнән ҡайтмаған әле, өмә тап шул ҡыҙ – Маһираның йортонда. Һәм әсәй ғүмерлек үкенес булыр хата яһай–бейеменең аҡылын тотмай. Өмә ашына барып сығып, бөтә ауыл ҡарттары алдында атаһына ошаҡлай. Бик намыҫсан була Маһираның атаһы – ҡыҙын өйҙән һөйрәп сығарып бөтә кеше алдында ҡайыш менән яра. Бер кем бер нимә өндәшмәй, бары ҡартай ғына: "Үҙе йығылған – иламаҫ," – тип ҡайтып китә. Ә ике көндән атайым әсәйҙе атаһы өйөнә ҡайтарып ҡуя. Ваҡытлыса, тип һүҙ бирә. Ә үҙе: "Кешене хурлыҡҡа ҡалдырҙыҡ, мин уны алырға тейешмен," – тип ҡарар итә һәм Маһираны алып, Байдәүләткә йәшәргә китә.
Әсәйҙе ата йорто ҡабул итмәй, үгәй әсә ҡаршы тора. Ауырлы ҡатынын урамға сығарып ебәргәнен атай ҙа, хатта әсәй үҙе лә белмәгән була әле. Әсәй йәйен-көҙөн апаларында бала ҡараша. Ә ҡышҡылыҡҡа Ҡойобар ауылында эшләп, йәшәп ятҡан Шәрифйән абзыйына бара. Шунда 27 февралдә мин тыуғанмын. Изгелекле Гөлзаһира инәйемдең исеменә оҡшатып ҡуйғандар исемде лә. Миңә 11 ай тулғас, атайым үҙенә ала, ә әсәйемде сплавҡа ебәрәләр. Ниндәй ғазаптар кисергәнен хатта һөйләй ҙә алмай ине ул...
Ә Маһира әсәй бик яратып, яҡшы итеп ҡараған мине. Шул мөнәсәбәтен оҙаҡ йылдар, үҙе вафат булғанға тиклем, белгертеп йәшәне. 1950 йылдың йәйендә атайымдың улы тыуа, Шамил тип исем ҡушалар. Атай бик яратҡандыр инде, сабый әсәһе эргәһендә баҫылып үлгәс, ҡатынын ғәйепләп, айырып ебәрә. Ә мин ҡәрсәй ҡулында ҡалам.
Атайҙы Иҫәнғолға эшкә алалар. Тәүҙә ДОСААФ рәйесе, тиҙ үк райком инструкторы булып китә. Һүҙендә тора атай, әсәй менән мине лә алып китә Иҫәнғолға. 1952 йылда Гөлсәсәк һылыуым, унан һуң Камил, Наил мыртыйҙарым тыуа. 1957 йылда атайҙы Силәбегә, юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Йылына ике ҡайтып йөрөнө. Гел “бишле”гә генә уҡый ине, ҡайтып оценкаларын күрһәтә ине. Беҙҙе ныҡ һағынғанын хәтерләйем. Йомшаҡ күңелле, хисле кеше булды шул атай. Сталин үлгәндә утынлыҡта оҙаҡ илағаны иҫтә ҡалған.Урамда бағаналағы радионан ауыр көй көн буйы яңғыраны. Ә көн шул тиклем матур, ҡояшлы ине. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡты күтәрә алмай, мин дә илап алдым. Һуңынан, өлкәнәйгәс, һораным ниңә шул тиклем илағанын. "Сталин өсөн түгел, "За Сталина!" тип үлгән һалдаттар өсөн ине," – тине. Шул уҡ йылда, 53-тә, Ғизылхак ҡартай ҙа үлеп китте. Хаҡҡолой абзый армияға алынды, ҡәрсәйҙе Иҫәнғолға алып ҡайтты атай.
Кистәрен өйөбөҙгә Ибрай яғының ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып артелгә шәл бәйләй инеләр. Минән китап уҡыталар ине. Өс оҙон көҙ-ҡышты шулай үткәрҙек. Мин, башланғыс класс уҡыусыһы, "Кәмһетелгәндәр" романын өс ҡабат ҡысҡырып уҡыным. "Мораҙым" ныҡ иҫемдә ҡалған. Үкенес, ул китап алынды. Инәйҙәр тыңлайҙар, мине туҡтатып илашып алалар, фекерләшәләр. Бына ҡайҙа булған икән ул аҡыл!
1960 йылда атайым агроном белгеслеге алып уҡып бөтөп ҡайтты. Һәм беҙгә тағы күсенергә кәрәк булды: уны Чапаев колхозына парторг итеп эшкә ебәрҙеләр. Атайым һигеҙ йыл парторг, һуңынан агроном булып эшләне. Әйткәндәй, ул агроном саҡтағы уңышты башҡа бер ҡасан да бирмәне был яландар... Һуңғы көндәрендә лә, һаташҡанда ла һаман иген үҫтерҙе атайым: һай һөрәһегеҙ тип әрләне, ашлыҡ ҡалдыраһығыҙ тип көйҙө.
Сирғолда бөтәбеҙҙең дә шатлығы – Гөлдәр һылыуыбыҙ тыуҙы. Пенсияға сыҡҡас та атай колхоздың төрлө эштәрендә эшләп йөрөнө. Бер эште лә еңелсә башҡарманы ул. Оҙаҡ йылдар ветерандар советы рәйесе булды, бик күп эшләгәнен беләбеҙ. Мәктәпкә күп килде, балалар алдында бик матур сығыш яһай ине. 1984-1985 йылдарҙа ветерандар хоры ойоштороп, районда беренселек алдылар.
Ә теге ярсыҡ... Борсоманы ул, бары йөрәк йәнәшәһендә өнһөҙ иҫкәртеү булып бергә йәшәне, бергә китте Ибрай зыяратына 2003 йылда. Беҙҙең алда бер ҡасан да "Алла" тип әйтмәгән атайыбыҙ хәл өҫтөндә ятҡанда тағы ла үҙ-үҙенә ясин сыҡты. Кем белә инде, гел ҡабатлап йөрөгәнме, әллә күңел түрендә һаҡлағанмы, әммә динле ата-әсәһенә тоғролоҡло булып китте.
Ә әсәйем тағы һигеҙ йыл йәшәне әле. Өйөндә гел балалар тулы булды: ейәндәре, туғандарының балалары. Төшлөктә сит ауылдарҙан киләләр ине, нисә кеше булһа ла һыя, туя. Шәл бәйләүгә оҫта, сымыры булды әсәй. Өйө лә, нисә кеше булһа ла, ялтлап торҙо. Хәтеренә аптырай инек. Һәр бер ваҡиғаны теүәл датаһы менән һөйләр ине. Берәй бик аҡыллы нимә әйтеп ебәрһә, "Ниңә, әсәй, элек үк өйрәтмәнең ул аҡылдарҙы?" – тип үпкәләһәң, "Әллә, мине кем тыңлаһын," – тигән булыр ине. Тыңламаныҡ шул, тыңламаныҡ. Әсәй, атай мәңгелек тип уйлағанбыҙҙыр. Шуға ла мин яҙған был иҫтәлектәр ҙә өҙөк-һурыҡ, күбебеҙ өсөн яңылыҡ та булыр.Мин үҙем, мәҫәлән, ғүмер буйы инәйҙәрҙән "ашҡаяҡ" тигәнде ишетеп тә, нимә икәнен алтмышҡа еткәндә генә белдем. "Ашҡаяҡҡа барғанда" тигәс, мин уны бер географик урын тип уйлағанмын. Ә ул ағас ҡайырыһын һыҙырыу булған икән.
95 йәшендә вафат булған ҡәрсәйемдең дә эсе тулы хазина ине. Көйләп-көйләп әкиәттәр, ҡобайырҙар һөйләр ине, пәйғәмбәр тарихтарын да, тыйылған саҡ булһа ла, унан ишеттек, доғалар ятлатыр ине. Ҡайҙа һуң инде шунда яҙып алыр кешеһе? Үкенесле донъя...
Шуға ла минең был яҙмаларымдың ике маҡсаты бар. Тәүгеһе – ата-әсәйемдең иҫтәлеген хөрмәтләү. Икенсеһе –бөтәбеҙҙең дә хәтерен уятыу. Хәтер йомғаҡтарын һүтәйек, белгәнде ишетәйек, белмәгәнде өйрәтәйек, замандаштарым!
Атай менән әсәйҙең биш баланан 15 ейәне, 32 бүләһе, өс тыуаһы бар. Ниндәй заманда, ниндәй ғазаптар, кисереп йәшәһәләр ҙә, бәхетле яҙмыш бирелгән уларға. Уларҙың дәүерҙәштәренең күбеһенә насип булмаған был яҙмыш. Һуғыш...