Бөтә яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 17:00

#БөйөкЕңеүгә75йыл

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!Ҡыуандыҡов Хәмәҙрәхим Һибәт улы ( 1926-1999) Ейәнсура районы Иҙәш ауылында тыуып үҫкән.Беҙҙең атайыбыҙҙы 1943 йылда һуғышҡа алып китәләр. Һуғыш бөткәс, ул хеҙмәт итеүен дауам итеп, 1947 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.Ул ғүмере буйына колхоздың алдынғы механизаторы булып эшләне. Әсәйем, Ҡыуандыҡова Әлимә Долха ҡыҙы менән өйләнешеп бик оҙаҡ бергә ғүмер итеп, 15 балаға ғүмер бирәләр. Икеһе лә дәртле, донъя көтөүгә ынтылышып йәшәнеләр. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, 15 балаһына ла тәрбиә биреп, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Беҙ ата-әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Аяҙ таңдарыбыҙ, яҡты көндәребеҙ өсөн рәхмәт Һиңә, Еңеү һалдаты!Бына тағы Еңеү көнө етә –75 йыл бөйөк Еңеүгә,Ғорурланам: сөнки был еңеүҙәӨлөшөң ҙур, атай, һинең дә!

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!
Ҡыуандыҡов Хәмәҙрәхим Һибәт улы ( 1926-1999) Ейәнсура районы Иҙәш ауылында тыуып үҫкән.
Беҙҙең атайыбыҙҙы 1943 йылда һуғышҡа алып китәләр. Һуғыш бөткәс, ул хеҙмәт итеүен дауам итеп, 1947 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Ул ғүмере буйына колхоздың алдынғы механизаторы булып эшләне. Әсәйем, Ҡыуандыҡова Әлимә Долха ҡыҙы менән өйләнешеп бик оҙаҡ бергә ғүмер итеп, 15 сабыйға ғүмер бирәләр. Икеһе лә дәртле, донъя көтөүгә ынтылышып йәшәнеләр. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, 15 балаһына ла тәрбиә биреп, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Беҙ ата-әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Аяҙ таңдарыбыҙ, яҡты көндәребеҙ өсөн рәхмәт Һиңә, Еңеү һалдаты!
Бына тағы Еңеү көнө етә –
75 йыл бөйөк Еңеүгә,
Ғорурланам: сөнки был еңеүҙә
Өлөшөң ҙур, атай, һинең дә!
Читайте нас: