Минең атайым Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 1925 йылда Ейәнсура районының Ярғайыш (Үрге Мәмбатша) ауылында Зәһүрә һәм Сәғит Хөсәйеновтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бала һәм үҫмер сағы ошо ауылда үтә. Шул осорҙоң ауырлыҡтарын, михнәттәрен уға ла татырға тура килә. Атайым, тиҫтерҙәре кеүек, йәше еткәс, мәктәпкә бара. Ауыр заман булһа ла, тырышып уҡый, яҡшы билдәләр ала, йыр-бейеүгә оҫта була, мәктәп эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Байыш ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Унан һуң тыуған колхозында төрлө эштәрҙә эшләп йөрөй. 1942 йылдың 12 декабрендә 17 йәшлек Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов Ҡыҙыл Армия сафына алына. Был ваҡытта инде ике ағаһы – Сәлимйән Һәм Ғәлимйән олатайҙар фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты һуғыштар алып барған булалар. Атайымды һәм Башҡортостандан килгән, командирҙың ”Запевай” тигәненә йырлау түгел, русса һөйләшә лә белмәгән башҡорт-татар егеттәрен Тоцк лагерендә 8 ай буйына һуғышҡа әҙерләйҙәр. 1943 йылдың 18 авгусында һуғышҡа китә торған минуттар уларға ла килеп етә. Эшелондарға тейәлешеп, фронт линияһына табан ҡуҙғалалар. Тирә- яҡ ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары, ҡарттар, бала-сағалар, күҙ йәштәре менән, һалдаттар тейәлгән поезды оҙатып ҡалалар.
Атайымдың тәүге алышы 4-се Украина фронтының 13-сө гвардия корпусының 72-се батальон составында элемтәсе булып башлана. Ул саҡта немецтарҙың иң ныҡлы оборонаһы Миус йылғаһы ярында була. Ошо оборонаны емереп, Миус йылғаһы аша сығалар, 9 сентябрҙә Сталино (Донецк) ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан ғәсҡәр Сталиндың рәхмәт хатын ала. Унан һуң – Донбассты азат итеү, Днепрҙы аша сығыу өсөн ҡаты һуғыш, Ҡырым ярымутрауын дошмандан таҙартыу. Был ҡаты алыштарҙа дуҫтарын, иптәштәрен юғалтыу атайымдың күңелендә онотолмаҫлыҡ яра булып мәңгегә ҡала. Сапун тауын героик штурмлауҙа һәм 1944 йылдың 12 майында Севастополде азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн атайыма “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Ҡыуанысы эсенә һыймай уның, ҡәрсәйемә, туғандарына был турала хат аша белдерергә ашыға. Атайым Ҡырым операцияһынан һуң, Белоруссияны, Латвияны, Литваны азат итеүҙә ҡатнаша. Ул һуғышты Көнсығыш Пруссияның Пиллау ҡалаһында тамамлай. Ә ике хәрби наградаһы – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалы – дошмандың был көслө нығытылған крепость-ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарға бәйләнгән. Гвардия өлкән сержанты Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов тыуған яҡтарына тик 1951 йылда ғына ҡайтып төшә. Тимәк, армияла уға 8 йылдан ашыуыраҡ хеҙмәт итергә тура килә. Ә Сәлимйән олатайым, ҡаты яраланып, был ҡәһәрле һуғыштан 1943 йылда, Ғәлимйән олатайым 1946 йылда ҡайталар. Ҡәрсәйем өс улының да һуғыш яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын күреү бәхетенә ирешә.
26 йәшлек фронтовикты, тыуған яҡтарына ҡайтҡас та, Мәмбәтша сельпоһына етәксе итеп һайлайҙар. Ошо эшендә үҙен һәр яҡлап күрһәтеп өлгөргән Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 1954 йылда Яңыбай ауыл Советы рәйесе итеп һайлана. Ул үҙенең төп эшен 18 йыл буйы Матросов исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһы менән бергә алып бара. Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Ғәлийән Хөсәйенов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971 йыл), миҙалдар һәм күп һанлы Рәсәй һәм Республиканың Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ул – халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңыбай ауыл Советы рәйесе вазифаһын 32 йыл буйына намыҫлы башҡара.
Үҙенең эшләгән дәүерендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә Яңыбай һәм Ҡужанаҡ ауылдарында обелиск асыу теләгенә ирешә. Был обелискка Яңыбай ауыл Советының һуғыш яланында ятып ҡалған яугирҙәре исемлеге индерелә. Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов ошо обелиск янында күпме Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын Бөйөк Еңеү менән тантаналы рәүештә ҡотланы, күкрәктәренә юбилей миҙалдары таҡты!
Ләкин ваҡыт аяуһыҙ. Бөгөнгө көндә ҙур еңеү менән ҡайттҡан яугирҙәребеҙҙең береһе лә беҙҙең арала юҡ инде. Ғәлийән Сәғит улы Хөсәйенов 2009 йылда 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, 2015 йылда дәһшәтле һуғыш яланынан ҡайтып вафат булған ветерандарыбыҙ хөрмәтенә лә ошо обелискка өҫтәлеп мәрмәр таҡтаташ ҡуйылды. Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрөктәрҙә ҡалырһығыҙ, хөрмәтле яугирҙәребеҙ.
Нәйлә Хөсәйенова. Яңыбай ауылы.