"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 00:00

Тол ҡатындар иламай

Һүҙемдең аҙағында шуны ла әйтәйем: һуғышта ҡорбан булған атайыбыҙға ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡланы. Ә һоратыусылар аҙ булманы. Әсәйем атайыбыҙҙы ғүмере буйы көттө. Оҙаҡ ауырып, 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Үлер алдынан:– Балам, нишләп ҡапҡағыҙҙы асып ҡуймайһығыҙ, ана бит, атайығыҙ ҡайтҡан, инә алмай йөрөй, асып ҡуй ҡапҡаны, янына барайымсы, – тине. Әллә төшөндә күрҙе, әллә һаташты…Беҙ бәләкәй саҡта, беҙгә күрһәтмәйем типтер инде, төндәрен һыуыҡ мейесте ҡосаҡлап илай торғайны…

1941 йылдың 22 июне – бөтә донъяны шаҡ ҡатырған, ҡара, фажиғәле дәүерҙе башлаған көн. 70 йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, сәстәр үрә торорлоҡ, тетрәндергес, илебеҙгә мәңге уңалмаҫлыҡ яра һалған, немец-фашист ғәскәрҙәре советтар иленә вәхшиҙәрсә, аңғармаҫтан һуғыш асҡан көн.
Бөтә совет халҡы менән бер рәттән, Тыуған илебеҙҙе һаҡларға Байләүләт ауыл Советы һыу һөлөгөндәй 532 ҡыҙ һәм егетен оҙата. Шуларҙың 368-е яу яландарында һәләк була, йә хәбәрһеҙ юғала. Уларҙың араһында минең атайым Юлдашбаев Иғдислам Шәмсислам улы ла була. Атайыма ни бары – 25, ә 3 бала менән тол ҡалған әсәйемә 24 йәш кенә була.
– Атайығыҙҙы 1942 йылдың 23 февралендә һуғышҡа оҙатҡанда абзыйыңдың – бише, апайыңдың дүрт йәше лә тулмаған, ә һиңә 2 ай ҙа юҡ ине. Һин сәңгелдәктә ятаһың, тышта күҙ асҡыһыҙ буран, оҙатып барырға ла форсат юҡ, исмаһам. Ауылдан Әбделхаҡ ҡайнаға, Шафиҡ ағай бер санаға ултырып киттеләр.
Аҙаҡ һуғыштан йөрөп ҡайтҡан Әбделхаҡ ҡайнағанан һорашам, ул юлда нисек барыуҙары тураһында һөйләй: «Поезда барғанда беҙҙән, кемегеҙ ҡорал тота белә, тип һораштылар. Иғдислам алдаша ла белмәй, исмаһам, мин мылтыҡ тота беләм, тигәйне, уны әҙерлекһеҙ-ниһеҙ һуғышҡа алды ла киттеләр. Башҡаса осрашманыҡ», – тине ул.
Атайығыҙ фин һуғышынан яңыраҡ ҡына ҡайтҡайны шул, бергә йүнләп йәшәргә лә насип булманы инде, – тип әсенеп һөйләй торғайны әсәйебеҙ.
Атайыбыҙ Ленинград өлкәһенә, алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Бер-ике генә хаты килә, хат яҙырға форсаты ла булмайҙыр инде. «Менәүәрә, бик теләһәк тә ҡабат осрашыу мөмкин булмаҫ инде. Беләм, һиңә бик ауыр булыр, бирешмәҫкә тырыш. Балаларҙы уҡытырға тырыш инде. Исмаһам, уларҙың киләсәге һәйбәт булһын. Их, иҫән-һау ҡайтырға насип булһын ине!» – тип яҙған ул һуңғы хатында.
Һуғышҡа алыныуына ярты йыл тигәндә, 1942 йылдың 18 июлендә атайымдан «ҡара ҡағыҙ» килә, уның Ленинград өлкәһендәге Козловка ауылын дошмандарҙан азат иткәндә һәләк булыуы һәм шунда ерләнеүе хаҡында хәбәр ителә.
– Бына шулай етем тороп ҡалдыҡ. Етемлекте Хоҙай берәүгә лә күрһәтмәһен ине. Беҙ күргәнде яҙып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Шуныһына шатланам: атайығыҙҙың васыятын үтәй алдым. үсөгөҙгә лә юғары белем алырға ярҙам иттем, – тиер ине әсәйем.
Әсәйебеҙгә мең рәхмәтлебеҙ, яңғыҙмын тип торманы, бөтә эшкә лә өлгөрҙө: мәктәптә йыйыштырыусы булды, колхозда ла эшләне, бәйләү эшенә лә оҫта булды. Шәл бәйләп уҡытты беҙҙе. Фәхрислам абзыйым ике вуз тамамланы, зоотехник булып эшләне, 30 йыл самаһы мәктәптә химиянан белем бирҙе. Фәрзәнә апайым Бөрө пединститутында уҡыны, башланғыс кластарҙа уҡытты. Аллаға шөкөр, үҙем Стәрлетамаҡ зооветтехникумын тамамлап, зоотехник булып эшләнем, ситтән тороп БДУ-ның биология факультетын тамамланым, 30 йыл Сирғол мәктәбендә биологиянан уҡыттым. үсөбөҙ ҙә бишәр бала тарбиәләп үҫтерҙек, уларға юғары белем алырға ярҙам иттек.
Һуғыш йылдарында тыуып үҫкән балалар, ауырлыҡты, аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫкәнгәме, миһырбанлы, туған йәнле булыуҙары менән айырылып тора. Олоно оло, кесене кесе итә беләләр. Эштә сынығып үҫтеләр, әсәйҙәренә лә, туғандарына ла терәк булдылар. Хәҙер һөйләһәң дә, яҙһаң да – береһе лә ышанмаҫ, моғайын. 10-11 йәштән келәт алдына эшкә йөрөй инек, веялка, триер тигән ҡорамалдарҙа ашлыҡ елгәрәләр – шунда ярҙам итәбеҙ. Ҡыш көнө колхоз баҫыуҙары өсөн көл йыябыҙ, йәй баҫыуҙа ҡул менән ҡый утайбыҙ (билсәндең ҡулды сәнскәне һаман да иҫтә). 12 йәштән ҡул салғыһы менән бесән сабырға өйрәндек.
Һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдарында беҙҙе ашарға яраҡлы үләндәр ҡотҡарғандыр инде. Иртә яҙҙан ҡуян тубығы, торараҡ көпшәһе, балтырған өлгөрә. Серек картуфҡа мысай орлоғо ҡушып көлсә бешергән саҡтар ҙа булды. Йыуа, ҡуҙғалаҡ, әтмәкәй, һарына, әтләк ашап үҫтек беҙ. Ала ҡарҙа яланаяҡ йөрөп йыя инек. Шуға сынығып үҫкәнбеҙҙер. Хәҙер балаларҙы үләндә лә яланаяҡ йөрөтмәйҙәр, ҡайҙан һаулыҡтары булһын. Тәбиғәт биргән үләндәрҙе тәмләп булһа ла ҡараһындар ине, торғаны дарыу бит улар.
Әсәйем хаҡында һүҙемде дауам итәйем. Йәп-йәш көйө тол ҡалып, өс балаһын аяҡҡа баҫтырыу менән бер рәттән, күп яҡлы һөнәрле лә булды. Ауылда медпункт юҡ саҡ. Шул тиклем тәүәккәл булдымы икән, акушерка ролен дә үтәне, 30-ҙан ашыу балаға кендек инәһе булды. үлән менән дауалау юлдарын да өйрәтә ине. Быуын төшөрә, мейе ҡаға, ҡот ҡоя – һәммәһе лә ҡулынан килде уның. Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙы ла башҡарҙы. Ниндәй көслө атеизм заманында ла ураҙаһын ҡалдырманы, дин юлынан тайпылманы.
Һүҙемдең аҙағында шуны ла әйтәйем: һуғышта ҡорбан булған атайыбыҙға ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡланы. Ә һоратыусылар аҙ булманы. Әсәйем атайыбыҙҙы ғүмере буйы көттө. Оҙаҡ ауырып, 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Үлер алдынан:
– Балам, нишләп ҡапҡағыҙҙы асып ҡуймайһығыҙ, ана бит, атайығыҙ ҡайтҡан, инә алмай йөрөй, асып ҡуй ҡапҡаны, янына барайымсы, – тине. Әллә төшөндә күрҙе, әллә һаташты…
Беҙ бәләкәй саҡта, беҙгә күрһәтмәйем типтер инде, төндәрен һыуыҡ мейесте ҡосаҡлап илай торғайны…
Бына шулай, һуғыш йылдары алыҫая барһа ла, ул фажиғәне бер минутҡа ла онотоп булмай, оноторға ярамай ҙа. Ғаиләләр теүәл, татыу, балалар ата-әсәләренә һыйынып үҫһендәр, дөрөҫ тәрбиә алһындар ине. Аталы бала – арҡалы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Баланы кем тапҡан – шул ҡараһын. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, ғаиләләр ныҡлы, татыу, балалар бәхетле булһын!
Мәрйәм Батталова.
Сирғол ауылы.
Читайте нас: