Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 17:00

Ике батыр яҙмышы

Заһиҙулла менән Ғилметдин Өмбәт ауылының Һыртъяҡ урамында ут күрше булып йәшәгәндәр. Бәләкәйҙән дуҫ булып, бергә уйнап үҫәләр. Шаян, теремек малайҙар мәктәптә бик тырышып уҡыйҙар, заманаһына күрә яҡшы белем алалар, Заһиҙулла 8-се класты тамамлай. Унан колхозда эшләйҙәр. Был фотола улар инде еткән егеттәр, Заһиҙуллаға әрме хеҙмәтенә барырға повестка килгән икән. Ауылға фотограф килгәс, ике дуҫ иҫтәлеккә фотоға төшәләр. Һәм был фото минең алдымда ята. Унан береһе моңһоу, уйсан, икенсеһе шаян ҡарашлы егеттәр ҡарап тора. Артабанғы яҙмыштары нисек булыры тураһында уйланылармы икән шул саҡта?! Әгәр һуғыш булмаһа, был егеттәрҙең томошо юлы нисегерәк булыр ине икән? Заһиҙулла Сырлыбаев (һулда) һәм Ғилметдин Сырлыбаев тураһында тулы мәҡәләне сайтта һәм гәзиттә уҡығыҙ.

Заһиҙулла менән Ғилметдин Өмбәт ауылының Һыртъяҡ урамында ут күрше булып йәшәгәндәр. Бәләкәйҙән дуҫ булып, бергә уйнап үҫәләр. Шаян, теремек малайҙар мәктәптә бик тырышып уҡыйҙар, заманаһына күрә яҡшы белем алалар, Заһиҙулла 8-се класты тамамлай. Унан колхозда эшләйҙәр. Был фотола улар инде еткән егеттәр, Заһиҙуллаға әрме хеҙмәтенә барырға повестка килгән икән. Ауылға фотограф килгәс, ике дуҫ иҫтәлеккә фотоға төшәләр. Һәм был фото минең алдымда ята. Унан береһе моңһоу, уйсан, икенсеһе шаян ҡарашлы егеттәр ҡарап тора. Артабанғы яҙмыштары нисек булыры тураһында уйланылармы икән шул саҡта?! Әгәр һуғыш булмаһа, был егеттәрҙең томошо юлы нисегерәк булыр ине икән?
Заһиҙулла Сырлыбаев Дәүләтша һәм Ғәйникамал ғаиләһендә донъяға килә. Тағы ла уның туғандары – Ғәйзулла, Ғизиназ, Мостафа, Мәсҡүҙә лә була. Һуғыш алға ҡуйған бөтә пландарҙы, хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. 1906 йылда тыуған оло улдары Ғәйзулла 1943 йылда һуғышҡа алынып, яу яланында ятып ҡала. “Хәтер китабы”нда уның тураһында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу ғына бар. Ҡатыны Мәймүнә өс балаһы менән тороп ҡала.
Икенсе улдары Мостафа (1914 йылғы) 4 класс белемле була. Колхозда йәштән үк бригадир булып эшләй башлай. Һуғышҡа тиклем район Советына депутат итеп һайланып, дүрт йыл шул бурысты аҡтара. Уның бәләкәйҙән бер күҙе күрмәй, шул сәбәпле, һуғышҡа алынмай. 1945–1950 йылдарҙа Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда рәйес булып, хеҙмәт юлын дауам итә. 1951–1953 йылдарҙа “Октябрь” колхозы рәйесе була. Ҡатыны Сабира менән ете бала тәрбиәләйҙәр.
Ҡыҙҙары Ғизиназ Уразаҡов Мөхәмәтуллаға кейәүгә сығып, Әмир исемле улға ғүмер бирәләр. Үкенескә күрә, аяғына быҙау баҫып, Ғилминаз йәшләй генә вафат булған. Ире Мөхәмәтулла 1944 йылдың 54 майында Днепропетровск өлкәһендә һәләк була.
Мәсҡүҙәләре һуғыш ваҡытында колхозда тырышып эшләй. Һуғыштан һуң Урта Муйнаҡ ауылына фронтовик-уҡытыусы Сафа Яҡшыбаевҡа кейәүгә сыға, биш балаға ғүмер бирәләр.
Заһиҙулла – Дәүләтша Сырлыбаевтың өсөнсө улы. Ул илдә ҡатмарлы сәйәси хәл-ваҡиғалар барған ваҡытта – 1918 йылда тыуған. Спорт менән шөғөлләнгән, бик матур итеп йырлаған да, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡарған. Һуғышҡа алынғас, партизандар отрядында фашистарға ҡаршы көрәшкәне билдәле. 1943 йылда “партизан отрядында үлде” тигән хат ҡына килә. 1970 йылда Белоруссияның ҡыҙыл эҙәрмәндәре Воложинда батырҙың ҡәберен табып, тәүҙә Өфөгә хат ебәрәләр, унан инде Заһиҙулла Сырлыбаевтың тыуған районына яҙалар, туғандарын табалар. Уларҙың хаты һаҡланмаған, шулай ҙа ундағы юлдарҙы бик яҡшы хәтерләйҙәр: “Погиб в неравном бою как герой”. “Атайымды Белоруссияға ҡунаҡҡа ла саҡыралар, ләкин, ул ауырыу сәбәпле, унда бара алмай, – ти Иҡсан Мостафа улы. – Атайым улар менән хат алышты, ҡустыһы тураһында мәғлүмәттәр ебәрҙе”.
Фотола икенсе егет – Ғилметдин. Ул Рамаҙан һәм Сафура Сырлыбаевтарҙың ғаиләһендә тыуған. Бында өс ул: Шаһимәрҙән, Ғилметдин, Ғизылхаҡ һәм ике ҡыҙ: Маһинур, Кинйәбикә тәрбиәләнә. Ғаиләләге өс егет тә Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан яҡлауҙа ҡатнаша. Шаһимәрҙән (1912й.) 1942 йылда һуғышҡа китә, 43-сө йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғала. Ғизылхаҡтары (1924 й.) Алыҫ Көнсығышта Тымыҡ океанда моряк булып хеҙмәт итеп, япон милитаристарына ҡаршы көрәшә. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып, Маһинур тигән ҡыҙға өйләнә. Алты балаға ғүмер бирәләр.
Ә Ғилметдиндың тарихы былай: 1917 йылда тыуған, мәктәптә белем алғас, колхозда эшләй башлай. 20 генә йәшендә Фәһимә исемле ҡыҙға өйләнә. Тәүге балалары 39-сы йылда донъяға ауаз һала. Ғилметдинды һуғышҡа 1942 йылда оҙаталар. Ул Курск дуғаһындағы һуғышта ҡатнаша, йыл ярым алғы һыҙыҡта йөрөй. Алышта уң ҡулына снаряд ярсығы тейеп, госпиталгә эләгә. Бер нисә ай дауалағас, уны комиссовать итеп ҡайтарып ебәрәләр. Тәү осорҙа бик эшләй алмаһа ла, әҙерәк нығынғас, бригадир, бухгалтер, председатель булып эшләй, һуңынан белемле белгестәр ҡайта башлағас, тынысыраҡ эшкә күсә. Егәрле, хәстәрлекле атай, ҡартай булып, хәләл ефете менән татыу йәшәп, 1994 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Бына шулай, был фотолағы егеттәрҙең тарихы. Яҙмыштарының ошолай булып бөтөрөн күҙалламанылар ҙа инде улар. Заһиҙулла утлы ғәрәсәттән әйләнеп ҡайта алмаған, ә Ғилметдинға тыуған яғына ҡайтып, балаларын һөйөргә, һуғыштан бөлгән илде яңынан аяҡҡа баҫтырышырға насип була.
Читайте нас: