Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 17:00

Һуғышҡа тиң ғәрәсәт

Ил Президенты В. Путин телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Сығышында тажлы вирустан һаҡланыу сараларын аңлатты. Республикабыҙ Башлығы Р. Хәбиров та көндәр буйы өҙгөләнеп, хатта ныҡ борсолоп, һәр кешегә үҙен, балаларын, яҡындарын һаҡларға ҡуша. Сит илдәрҙә меңәрләгән кеше һәләк булып тора. Шул хәл беҙҙә лә булмаһын, тип тырыша улар.

Ил Президенты В. Путин телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Сығышында тажлы вирустан һаҡланыу сараларын аңлатты. Республикабыҙ Башлығы Р. Хәбиров та көндәр буйы өҙгөләнеп, хатта ныҡ борсолоп, һәр кешегә үҙен, балаларын, яҡындарын һаҡларға ҡуша. Сит илдәрҙә меңәрләгән кеше һәләк булып тора. Шул хәл беҙҙә лә булмаһын, тип тырыша улар.
Ошо коронавирусҡа бәйле хәбәрҙәр башланғас, бала саҡтағы хәүефле хәтирәләр иҫкә төштө. Таң атыуға бер күңелһеҙ хәбәр булырын бөтә кеше белә ине. Почтальон нимә килтерер тип ҡурҡып ҡына торола. Әтейем, ағайым һуғышҡа киткәс, нәнәйем уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, уҡынып йөрөй торғайны. 1941 йылдың октябрендә – әтейем, 1943 йыл, февралдә ағайым киткән. Уларҙың икеһенә лә ҡайтырға насип булмаған. Әнейемә алты балаһы, ҡәйнәһе менән ултырып иларға, ул балаларҙы ашатып үҫтерергә генә ҡалған. Әнейем партия ҡушыуы буйынса Яңы Себенленән Үрнәккә, унан колхоз рәйесе итеп 1950 йылда Таҙларға ебәрелә – шулай күсенеп йөрөнөк. Һуғыш йылдарында ас-яланғас халыҡ менән эшләүе уға бик ауыр булған, хаҡ-нахаҡ һүҙҙәрҙе лә күп ишетергә тура килгән. Әнейемдең бер ҡыҙыҡ һөйләгәне иҫкә төштө. Үрнәктә эшләгәндә “Сталинец” комбайны ураҡ ваҡытында эшләмәй ултырған. Үҙебеҙгә туған тейешле абзый:
- Еңгә, комбайндың майы бөттө, шуға эшләмәй, – тигән әнейемә.
- Бәй, яңыраҡ ҡына МТС-тан алып ҡайттылар бит. Тағы бирерҙәр микән? – тигән әнейем.
- Эрегән һары май ҙа ярай ул, – тигән ҡәйнеше.
Шунан әнейем келәттән хөкүмәткә тапшыра торған майҙан әҙерәк алығыҙ, тигән (Үрнәк уртаһында колхоз келәте була торғайны). Техниканы белмәгән ҡатындан шулай көлгән ваҡыттары ла булған. Һуңынан “шаярттыҡ, еңгә”, – тип ғәфү үтенгәндәр.
Был донъянан киткән барлыҡ атай-әсәйҙәребеҙҙе, яу яланында ятып ҡалған туғандарыбыҙҙы һуғыш бөтөүгә 75 йыл айҡанлы иҫкә алыу хөрмәтенән яҙам.
Фотола: һуғыш башланмаҫ элек төшкәндәр Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған колхоздар рәйестәре:
  1. Ғәбит Заһиҙуллин (әтейем)
  2. Һиҙиәт Йәғәфәров
  3. Һиҙиәт Ғөбәйҙуллин
  4. Заһит Иҫәкәев
  5. Сабит Кашапов – ҡалғандары билдәһеҙ. Фото “Хәтер китабы”нан алынды.
  6. Ошо ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыҡҡан ябай халыҡтың балалары, ейәндәре шул хәтле тыныс, матур йәшәп ятҡанда, күңелгә шом һалып, килеп сыҡты был тажлы вирус. Өйҙә ултырһаҡ та, һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәйек. Мин үҙем һәр көндө артыш төтәтеп алам. Ул электән дизенфекция ысулы, уның ылыҫы бөтә микробтарҙы ла үлтерә, тиҙәр. Бушҡа ғына түгел, уны кеше оҙаҡ ауырығанда, мәйет оҙатҡанда яндыралар бит. Ул уға ғына бирешерлек булмаһа ла, ҡйгә үҙенсәлекле еҫ сығарып алайыҡ. Беҙ олоғайҙыҡ инде, йәштәрҙе, беҙҙең дауамыбыҙ – балаларҙы һаҡлайыҡ.
    Вилә Зарипова.
    Иҫәнғол ауылы.
    Читайте нас: