9май – Еңеү байрамы! Еңеү көнөнә арналған тантаналы парад күргән һайын, тамаҡҡа төйөр тығылып, күҙ йәштәре менән ҡарайым. Ирекһеҙҙән ғәмһеҙ, шат бала саҡ иҫкә төшә: ишек алды, йәшел сирәмдә матур күлдәктәрҙе елберҙәтеп кейеп, беҙ – 5-6йәшлек ҡыҙсыҡтар һикергеләп уйнап йөрөйбеҙ. Ә өй тупһаһы янында, таяғына таянып, йылмайып ҡартатай ҡарап тора...
Ҡартатайым нәҡ шулай булып хәтерҙә һаҡлана. Шул саҡта беҙгә ҡарап шатландымы икән? Фронт юлдары, һуғыш яланы аша үтеүҙәре бушҡа түгел, ә ошо бәләкәстәрҙең бөгөнгөһө өсөн булыуын уйланымы?..
Шатланғандыр, тием. Ул ваҡытта беҙ өләсәйҙең: "ҡартатайығыҙ фронтовик – һуғышта булған," – тип ғорурланып әйткәнен үтә аңлап етмәһәк тә, ғәйәт ҙур ғорурлыҡ булғанын бөтә йөрәктән тоя инек. Ҡартатайым фронт юлдары үтеп, унда контузия алып, бер аяғын танктан тапатып, тыуған яғына ҡайта. Тыл эшсәне, ФЗО-нан ҡайтҡан өләсәйем менән ҡауышып, өс бала үҫтерәләр. Икеһе лә оҙаҡ йылдар колхозда хеҙмәт итә. Ҡартатайым Ғәлийәнов Ғибаҙулла Хәйбулла улы ?әм өләсәйем Йыһаншина Камила Бикәт ҡыҙы! Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан һеҙҙең рухығыҙ алдында ҙур ғорурлыҡ менән баш эйәм!