Бөтә яңылыҡтар
5 Май 2020, 14:00
Победа 1945-2020

Волга буйы округында барған марафонға Пенза өлкәһе ҡушылды

#песнипобедыПФО #нашденьпобеды Бөгөн Волга буйы федераль округында барған"Еңеү йыры" киң күләмле акцияға Пенза өлкәһе ҡушылды. Йыр марафоны, һис шикһеҙ, халыҡтарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерәсәк.

#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Бөгөн Волга буйы федераль округында барған"Еңеү йыры" киң күләмле акцияға Пенза өлкәһе ҡушылды. Йыр марафоны, һис шикһеҙ, халыҡтарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерәсәк.

Халыҡтарҙың йыр эстафетаһын Сыуаш Республикаһына тапшырып, Пенза йырсылары яҡташтарына мөрәжәғәт тә яҙҙырған булған. Унда Пенза өлкәһенән 300 меңдән ашыу кеше һуғышҡа алыныуы, 190 меңдән күберәге кире әйләнеп ҡайтмауы хаҡында хәбәр ителә. Рейхстагта 1945-тең май айында уйылған "Ә беҙ Пензанан!" тигән легендар фразаны өлкәнең кесеһенән алып олоһона ҡәҙәр ғорур ҡабатлай.

2020 йылда Пенза ҡалаһы РФ-ның "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" почетлы исемен алыуға дәғүә итә.


#песнипобедыПФО, #нашденьпобеды, #амыизпензы, #75летпобеды #75летпобедыпенза #годпамятииславы

Читайте нас: