Бөтә яңылыҡтар
6 Май 2020, 16:30
Победа 1945-2020

9 Майҙа Ейәнсура районында ниндәй саралар үтә?

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла һанаулы көндәр ҡалды. Байрамға әҙерлек барышында ЕЙӘНСУРА районында нимәләр ойошторола, 9 Май – Еңеү көнөндә ниндәй саралар планлаштырыла, улар нисек уҙасаҡ?

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла һанаулы көндәр ҡалды. Байрамға әҙерлек барышында ЕЙӘНСУРА районында нимәләр ойошторола, 9 Май – Еңеү көнөндә ниндәй саралар планлаштырыла, улар нисек уҙасаҡ?

Байрамға әҙерлек барышында байтаҡ саралар уҙғарылды.

3 майҙан төп социаль селтәрҙәрҙә “Беҙ барыбер рәхмәт әйтәбеҙ”, “Еңеү әҙәбиәте” бүлектәрендә,

4 майҙан Бөтә Рәсәй “Георгий таҫмаһы” акцияһына ҡатнашыу бара. 3–7 май көндәрендә ветерандарҙың йорт алдарында ағастар ултыртыла.

8 майҙа, сәғәт 19:00-дә байрам уңайынан мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең онлайн-концерты уҙасаҡ, ветерандарыбыҙ онлайн-ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.

9 Майҙа – Бѳйѳк Еңеү кѳнѳндә – беҙҙең районда ла байрам тантаналары уҙасаҡ, әммә эпидемиологик хәлгә бәйле ул күмәк кешеләр ҡатнашлығында ойошторолмаясаҡ, сараларҙың бер ѳлѳшѳ онлайн тәртиптә үтәсәк.

- Еңеү көнөндә тамашасыларһыҙ һәйкәл һәм обелисктарға тантаналы шарттарҙа сәскәләр, веноктар һалыу, ветерандарҙың өйө янында Парад уҙғарыласаҡ.

Сафтары көндән-көн һирәгәйгән районыбыҙҙың һуғыш ветерандарын район башлығы Дәмин Марат улы Юланов телефон аша шылтыратып ҡотлаясаҡ.

Шулай уҡ был көндө “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһында ҡатнашасаҡбыҙ.

Читайте нас: