#ӨЙҘӘ ҠАЛАБЫҘ!
Хөрмәтле ауылдаштар һәм Ейәнсура районы халҡы!
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә һәм илебеҙҙә, шулай уҡ тотош донъяла күҙәтелгән эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле, зинһар өсөн ӨЙҘӘ ҠАЛЫҒЫҘ! Планда билдәләнгән барлыҡ саралар райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан тамашасыларһыҙ үткәреләсәк.
Сараларға барыуҙан тыйылып тороуҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүҙе һорайбыҙ.
БАРЛЫҠ САРАЛАР ҘА ОНЛАЙН-РЕЖИМДА ҮТӘ.
Сараларҙың нисек уҙыуы тураһында мәғлүмәттәр гәзитебеҙ сайтында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ, гәзиттә донъя күрәсәк.
Ихтирам менән, "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы.
Ейәнсура районында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төп саралар
1. Нимә: “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы тарафынан ойошторолоусы #Еңеүгә75#башҡортТелеЙылы#башҡортТелеЕңеүселәрТеле
хештегы менән видеофлешмоб.
Ҡасан: 10.04 – 9.05.
2. Нимә: #Бөтә Рәсәй “Георгий таҫмаһы” акцияһында ҡатнашыу;
Ҡасан: 04.05 - 09.05.
Ентеклерәк: билдәләнгән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлап, таҫмалар магазиндарҙа, дарыуханаларҙа, АЗС-тарҙа таратыла.
3. Нимә: on-line форматта "Үлемһеҙ полк" акцияһы
Ҡасан: 5- 8 май.
Ентеклерәк: проектта ҡатнашыу өсөн
2. Соцселтәр аша раҫланырға (ВКонтакте, Одноклассники йәки Facebook соцселтәрҙәре аккаунты аша инергә була)
3. Фотографияны урынлаштырырға (фотола һеҙҙең ветеран булырға тейеш, янында башҡа кешеләр булыуы рөхсәт ителмәй, фото ҡырын йә баштүбән тормаһын, ниндәйҙер рамкалар һәм яҙыуҙар булмаһын)
4. Яҡынығыҙ тураһында кәрәкле мәғлүмәтте тултырырға, талаптарға ярашлы итеп фотоны урынлаштырырға.
4. Нимә: ветерандарҙың йорт алдарында ағастар ултыртыу.
Ҡасан: 3-нән 8 майға тиклем.
5. Нимә: онлайн-саралар - төп социаль селтәрҙәрҙә "Үлемһеҙ полк", “Беҙ барыбер рәхмәт әйтәбеҙ”, “Еңеү әҙәбиәте” бүлектәрендә ҡатнашыу;
Ҡасан: 30.04 - 9.05.
6. Нимә: район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең онлайн-концерты, ветерандарыбыҙ онлайн-ҡотлауҙар ҡабул итә.
Ҡасан: 8 май, 19.00.
7. Нимә: һәйкәл һәм обелискыларға тантаналы шарттарҙа сәскәләр, веноктар һалыу.
Ҡасан: 9 май, 8.00.
8. Нимә: Бер кешелек парад - ветерандарҙың йорттары янында уникаль парад.
Ҡасан: 9 май, 10.00
Ентеклерәк: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров исеменән ҡотлап открытка һәм бүләктәр йыйылмаһы тапшырыу.
9. Нимә: МР хакимиәте башлығы Д. Юланов һуғыш ветерандарын телефон аша ҡотлай.
Ҡасан: 9 май, 14.00
10. Нимә: “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһында ҡатнашыу; күмәкләп "Еңеү көнө" йырын башҡарыу.
Ҡасан: 9 май, 19.00.
Ентеклерәк: "Бер минут тынлыҡ"ҡа барлыҡ эфирҙар туҡтала. Шунан һуң һәр кемгә үҙҙәренең яугир ҡартай-олатайҙарының фотоларын тотоп балконға йә тышҡа сығырға һәм "Еңеү көнө" йырын башҡарырға тәҡдим ителә.
Тулыһынса уҡырға: http://www.bashinform.ru/longread/afisha#ixzz6LkQ5iPtD.
11. Нимә: "Еңеү фонариктары" Дөйөм Рәсәй акцияһы.
Ҡасан: 9 май, 23.45.
Ентеклерәк: 23.45-тә кешеләр "фонариктар" - майшәмдәр, көнкүреш фонарҙары, телефон яҡтылығы - тотоп, балконға/тышҡа сыға, йә тәҙрә янына баҫа. Маҡсат - "ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК" менән урам буйлап йөрөй алмаған саҡта берҙәмлекте тойоу һәм күрһәтеү.
Тулыһынса уҡырға: http://www.bashinform.ru/longread/afisha#ixzz6LkQBBcOr