Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 17:00

Беҙҙең олатай

1980 йылдың апрелендә, совет халҡы Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығын ҙур рухи күтәренкелек менән ҡаршыларға әҙерләнгән мәлдә, миңә район хәрби комиссариатынан шылтыратып, Иҫәнғолға килгәндә уларға ла инеп сығыуымды һоранылар.

1980 йылдың апрелендә, совет халҡы Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығын ҙур рухи күтәренкелек менән ҡаршыларға әҙерләнгән мәлдә, миңә район хәрби комиссариатынан шылтыратып, Иҫәнғолға килгәндә уларға ла инеп сығыуымды һоранылар. Иртәгеһенә район үҙәгенә юл төшөп, комиссариатҡа ла һуғылдым. Унда миңә бер нисә фотография менән плакат күрһәттеләр, уларҙың өҫкө ике рәттәгеләре күптән тарихҡа ингән, бөтә донъяға билдәле ине. Хәрби комиссар минең иғтибарымды аҫҡы рәттәге һул яҡтағы фотоға йүнәлтте һәм ундағы һалдатты таныу-танымауымды һораны. Кире яуап алғас, комиссар уның беҙҙең ауыл кешеһе Сәхиулла Абдулла улы Янбаев булыуы тураһында әйтте.
Плакат СССР Оборона Министрлығы архивынан тәүҙә Башҡортостандың Хәрби комиссариатына ебәрелеп, ошо көндәрҙә беҙҙең районға тапшырылған икән, ә хәҙер уны ауылға алып ҡайтырға кәрәк. Мине был хәбәр бик ғәжәпләндерҙе. Берҙән, Сәхиулла олатайҙы күптән белһәм дә, уны һаман да танып етмәнем, икенсенән, тиҫтәләрсә миллион һалдат ҡатнашҡан һуғышта күпме фотографиялар эшләнгән, утлы дауыл эсендә нисек был һалдаттың исем-шәрифе, тулы теүәл адресы яҙып алынып, һаҡланып ҡалырға мөмкин һуң?
Ошондай шикле уйҙар менән плакатты Үргенгә алып ҡайтҡас, был турала әлегә бер кемгә лә өндәшмәй, иртәгеһен Сәхиулла олатайҙы мәктәпкә саҡырҙым. Мәктәп директоры кабинетында хәл-әхүәлдәр һорашҡандан һуң уның алдына плакатты ҡуйып: «Олатай, ошо фотоларҙы ҡарап сыҡ әле», – тинем. Ул фотоларҙы үҙенең комментарийҙары менән ҡарап килде-килде лә, баяғы фотолағы һалдатты күргәс, телһеҙ ҡалған кеүек туҡтап ҡалды. Ветерандың күҙҙәре фотографияла, мин уны күҙәтәм. Байтаҡ ваҡыт үткәс, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡарт яугир: «Был мин бит», – тип шыбырланы. Һылтау табып олатайҙың бер үҙен генә ҡалдырып кире ингәндә, ул бер ни тиклем тынысланған ине һәм ошоларҙы һөйләне: «Мин фронтҡа 1941 йылдың 22 июлендә алындым. Ике айҙан хәрби ант ҡабул итеп, ут эсенә барып индем. Был фото ошо ваҡытта төшөрөлгән, уны тәүгә күрәм, үҙем тураһында мәғлүмәттәрҙе кемгә һәм нисек биргәнемде хәтерләмәйем».
Сәхиулла 1916 йылда районыбыҙҙың Байдәүләт ауылында тыуа, атаһы Абдулла Янбаев – ошо ауылдан, әсәһе Гөлбикә Ейәнбирҙина Үрген ҡыҙы була. 1922 йылғы бер туған һеңлеһе Ғилминур ҙа Үргендә йәшәне, ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәли Мырҙаҡаевтың ҡатыны ине. Аталары балалар бәләкәй саҡта уҡ вафат булғас, ғаилә Үргенгә ҡайта, малай бында егет ҡорона инә, әсәһенең төп ярҙамсыһы була.
Сәхиулла Янбаев 1937-1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Саҙалы ауылы ҡыҙы Зәкирәгә өйләнә, күп тә үтмәй, һуғыш башлана. Һалдат төрлө фронттарҙа, күберәк шофер булып, алғы һыҙыҡҡа хәрби припастар ташый, командирҙарҙы йөрөтә. Хеҙмәтен Еңеүҙән һуң да дауам итеп, ул тыуған ауылына 1948 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Пенсияға сыҡҡансы Үрген балалар йортонда хужалыҡ эштәре мөдире, урман ҡарауылсыһы вазифаларын башҡара, колхозда ла эшләй. Сәхиулла Абдулла улы 1994 йылда вафат булды. Ауылдаштары хәтерендә ул эшсән, киң күңелле, бик кешелекле, алсаҡ, йор һүҙле булып һаҡлана.
… Шул көндә үк беҙ мәктәп уҡыусыларының дөйөм линейкаһын үткәреп, балаларҙы фотоплакат менән таныштырҙыҡ һәм яугирҙең иҫтәлектәрен тыңланыҡ. Артабан бындай осрашыуҙар даими үткәрелеп торҙо һәм Үрген урта мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең данлы яҡташы өсөн ғорурлыҡ хисе тойоп үҫте. Совет осоронда беҙҙең егеттәр Венгрия, Болгария, ГДР, Польша һ.б. илдәрҙә хәрби хеҙмәт үтә торғайны. Улар «Беҙҙең олатай» тип, шул илдәрҙә Сәхиулла Янбаевтың фотоһы менән сыҡҡан открыткаларҙы мәктәпкә ебәрәләр ине. Илебеҙҙә лә был фото киң таралды, «Комсомольская правда», «Красная звезда», «Советский воин» һәм башҡа күп кенә үҙәк, шулай уҡ республика баҫмаларында урын алды. Бөгөн был фотоплакат – Үрген урта мәктәбендә Тыуған яҡты өйрәнеү музейының иң ҡәҙерле экспонаттарының береһе.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ошоларҙы киң йәмәғәтселеккә еткерергә булдым.
Юлай Солтанбаев.
Читайте нас: