Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 11:00

#Еңеүгә_75

Тыныс киләсәк хаҡынаХөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла халҡыбыҙҙың бөйөк байрамы – Еңеү көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Тыныс киләсәк хаҡына

Хөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла халҡыбыҙҙың бөйөк байрамы – Еңеү көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Етмеш биш йыл элек кешелек тарихындағы иң дәһшәтле һуғыш тамамланған. Данлы Еңеүгә юл бик оҙон һәм ауыр булған. 1418 көн һәм төн беҙҙең армия бығаса булмаған батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалды, Европала һәм Азияла күп илдәрҙе фашизмдан азат итте.
Еңеү өсөн тылда ҙур көс түгелде. Һуғыш ауырлыҡтарын һәм михнәттәрен еңеп, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар фронтҡа барыһын да, хатта һуңғыһын да бирҙе.
Бөгөн беҙ яу яланынан ҡайтмаған, һуғыштан һуңғы йылдарҙа арабыҙҙан киткән геройҙарҙы иҫкә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан 7899 яҡташыбыҙҙың 5167-һе батырҙарса һәләк булған һәм тик 2732 генә яугир әйләнеп ҡайтҡан. 2400 яҡташыбыҙ батырлыҡтары өсөн хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 6 яугиребеҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың ҡаһармалығын ваҡыт юя алмай һәм ул халыҡ хәтерендә һәр ваҡыт һаҡланасаҡ.
Юбилейлы Еңеү көнө – йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙе, яҡташтарыбыҙҙың, бөтә ил һаҡсыларының героик батырлығын хәҙерге генә түгел, киләсәк быуындар хәтерендә һаҡлау эшен көсәйтеү өсөн ҡеүәтле стимул ул.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, данлы Еңеүҙе яулаған ҡаһарман ветерандарыбыҙға мәңгелек дан! Һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә!
Еңеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: