“Мосфильм”дың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Еңеү көнө алдынан киноконцерндың YouTube-каналында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмдар ҙур һорау менән файҙаланған. Иң популяр картина тип “Освобождение” фильмын атарға була. Ул – 40 млн просмотр йыйған. “Белый тигр” картинаһы – 17 млн, “Звезда” фильмы – 13,8 млн, “Дорога на Берлин” – 13,4 млн, “Они сражались за Родину” фильмы 10 млн-дан ашыу просмотр йыйған. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмдарҙы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә бик яратып ҡарағандар.
Ә һеҙ, төркөмдәштәр, был ялдарҙа һуғыш тураһындағы ниндәй фильмды ҡаранығыҙ? Иң яратып, ҡабат-ҡабат ҡарай алған картинағыҙ ниндәй?