Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,
Бер битендә – моңһоу ай һаман.
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама…
Һуғыш тамамланыуы, ул осорҙа бәләкәй генә балалар булһаҡ та, әле лә беҙҙең күҙалдында тора. Берәм-берәм ауылға һалдаттар ҡайта башланы.Тик уларҙың күптәре, йәш булыуҙарына ҡарамай, йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ, бер күҙҙәрен сепрәк менән ҡаплап бәйләгән, йә контузиянан һаңғырау булып ҡалған, ғәрипләнгән егеттәр ине.Туғандары менән осрашыу-күрешеү шатлыҡтары сикһеҙ булһа ла, тән яраларынан,ғәриплектән күңелдәре һыҡраныуы күҙ алдында. Әкүптәрҙең, өҙөлөп көткән һөйгәндәрен, йәп-йәш ҡатындар– ирҙәрен, балалар – атайҙарын, әсәләр улдарын көтөп тә, осрашыу ҡыуанысына булған өмөттәрҙе селпәрәмә килтергән «ҡара ҡағыҙ» алыуҙары, ҡанлы күҙ йәштәре түгеүҙәре – һаман йөрәктәрҙе әрнетеп, иҫтән сыҡмай.
Ваҡыт аяуһыҙ… Инде ана шул дәүерҙең ауырлыҡтарының тере шаһиттары булған, бар ауырлыҡтарҙы үҙ елкәләрендә татыған тыл һәм һуғыш ветерандарының, етемлектең әсе яҙмышын кисергән һуғыш осоро балаларының да сафы һирәгәйә.
Сирғол урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа, һәр Еңеү байрамына һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыуҙармотлаҡүткәрелә ине. Сараға килгән күп кенә инәй-олатайҙарҙы, уҡыусылар ҙур хөрмәт күрһәтеп, концерт номерҙары, сәскәләр, бүләктәр менән ҡаршы ала ине. Инде уларҙың береһе лә ҡалманы. Әммә хәтер – мәңгелек! Был яҙмамда мин мәктәбебеҙҙең даими ҡунағы, класс сәғәттәре, патриотик дәрестәргә саҡырылған ветераныбыҙ Сәғитулла Искәнйәров тураһында һөйләгем килә.
Сәғитулла ағай 1923 йылда Сирғол ауылында Сәхиулла олатай һәм Хөсниямал инәйҙәр ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Эшһөйәр, татыу, иманлы ғаиләлә тәрбиәләнә Сәғитуллаағай. Ишле ғаиләлә Фәрхиямал, Вәспиямал һылыуҙары, Айнулла, Батырйән ҡустылары була. Бөгөн Искәнйәровтарҙың нәҫел тамыры ныҡлы. Шәжәрәләрендә ейән-ейәнсәрҙәре 130-ға етә!
Сәғитулла ағай оҫта ҡурайсы ла, бейеүсе лә, йор һүҙле, мәрәкәсел кеше була. Йорт эштәрендә лә, колхоз эшендә лә кесе йәштән теремек, һәр эште лә урын-еренә еткереп башҡарыусан була.Сәхиулла олатай бик һынсыл кеше булған. Малайҙарына ҡарап: «Сәғитуллам ер кешеһе булыр, Айнулла улым – инженер, ә Батырйәнем күккә осор,» – тип хыялланған. Ул хыялдар тормошҡа ашҡан да булыр ине, әгәр фашистар илебеҙгә баҫып инмәһә.
– Мин 1940 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алындым. Тәүҙә Кавказға артиллерия часына эләктем.1941йылдың 1 майыншундаүткәрҙем.17майҙа беҙҙең часте Кавказдан Латвияға ебәрҙеләр.Аңғармаҫтан фашистар һуғыш башланы.Һуғыш ныҡ көслө булды. БеҙгәРига яғына сигенергә приказ бирелде. Күп иптәштәр яраланды, үлгәндәр ҙә күп булды. Риганың күперен аша сыҡҡанда немец көслө бомбаға тотто, мәхшәр инде.Иҫкә төшөрөүе лә бик ҡыйын...
Мин һуғыш юлын Днепр йылғаһына тиклем үттем. Днепрҙы аша сыҡҡанда бик ҡаты яраланып, госпиталгә эләктем. Өс тапҡыр операция үтеп, бер аяғымды киҫтеләр. Шулай итеп, бер аяҡты ҡалдырып ҡайтырға тура килде. Әҙәм балаһы барыһына ла түҙә, өйрәнә икән ул. Һуғыш – үлем ул, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар ғына килтерә. Тыныс тормоштоң һәр сәғәтенә, көнөнә Хоҙайға шөкөр итеп, дуҫ-туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, балалар, – тип һөйләгәйне ул осрашыуҙарҙәң береһендә.
Шулай итеп, Сәғитулла ағай тыуған ауылына, һуғышта бер аяғын юғалтып, 1944 йылда ҡайта. Яралымын тип төшөнкөлөккә бирелеп тормай, көс-дәрте ташып торған 23 йәшлек егет, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй башлай.
1945 йылда Муйнаҡ ауылының иң һылыу ҡыҙҙарының береһе Шәһиҙәгә өйләнә. Шәһиҙә еңгәйҙә дәрт-дарманы ташып торған егәрле, тоғро тормош иптәше булды. Оҙаҡ йылдар магазинда һатыусы булып эшләне. Үҙ көстәре менән өй һалып инделәр. Ул ваҡытта һуғыш ветерандарына хөкүмәт тарафынан ярҙам булманы. Бер аяғы тубыҡтан түбән ағастан булған Сәғитулла ағай туҡылдата баҫып эшкә йөрөнө. Ул ғүмере буйы колхозда шорник булды: арба-сана, сбруйҙар йүнәтте. Эшен намыҫ менән башҡарҙы. Салғы менән бесәнен дә сапты, утын да әҙерләне.Шәһиҙә еңгәй менән туғыҙ балаға ғүмер, тәрбиә бирҙеләр.Ауыр яралары, һуғыштағы тетрәнеүҙәре сәбәплелер инде, иртәрәк китте был донъянан.Әммә шул дәүерҙә лә ул йәшәүгә ынтылыусанлыҡ өлгөһө булды замандаштарына.
Мәрйәм Батталова, Сирғол ауылы.