Йылдар үтеү менән нисектер күңелдә кешеләргә йылылыҡ, яҡынлыҡ тойғолары тәрәнәйә, арта барған кеүек...Балаларҙың дуҫ-әхирәттәре – үҙемдекеләр һымаҡ, ата-әсәмдең аралашып, ҡатышып йәшәгәндәре яҡын туғандарым кеүек тойола. Һүҙем әтейемдең (Ғүмәров Ғәббәс Ғәфүрйән улы, йәне йәннәттә булһын) ғүмер буйы ололап, яратып һөйләгән кешеләре – Йылҡыбаев Ильяс Һибәт улы һәм уның ҡатыны Мәфтуха инәй хаҡында булыр.
Ильяс олатай 1923 йылда Сәғит (Бишөйлө) ауылында ауыр ғына көн иткән ярлы ғаиләлә тыуа. Бишөйлөлә башланғыс синыфтарҙы бөтөп, Байышта 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Заманы өсөн был бик һәйбәт күрһәткес була. Уҡырға, белемгә ынтылған егет, моғайын, артабан да үҫергә хыялланғандыр, тик бөтә уй-хыялдарҙы һуғыш емерә, юҡҡа сығара. Колхозда эшсе ҡулдар артмай, фронтҡа йәше етмәгәндәр баш баҫып эшләй. 1942 йылдың 21 февралендә олатай фронтҡа оҙатыла. Гурьев хәрби пехота училищеһында әҙерлек курстары үтеп, июлдә 405-се уҡсы полкка разведчик итеп туп-тура утлы ҡаҙанға – Сталинград фронтына ебәрелә. 1942 йылдың 12 июленән Сталинградты һаҡлау өсөн барған ҡан ҡойғос алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш тигәндең бар ауырлыҡтары, ғазаптарын кисерә, яныңда һәр саҡ үлем. Генерал Родимцевтың 13-сө гвардия дивизияһында һуғыша ул. Ошо мәхшәрҙә күрше ауылдан Уразов Нәғим олатайҙы осратыу ниндәй ҙә шатлыҡ булыуын һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Тик 18 сентябрҙә Ильяс олатайҙың аяғы ауыр яралана, госпиталгә эләгә. Һауығып, сафҡа баҫҡас, тағы Төмән хәрби пехота училищеһын тамамлап, ПТР наводчигы булараҡ фронтҡа ебәрелә. Ҡанлы һуғыш дауам итә. 1943 йылдың 18 авгусында Ильяс олатай икенсегә яралана. Госпиталдә тағы бер яҡташы Ғөбәйҙуллин Абдулла олатай менән осрашыу бәхете эләгә. Икәүһенең дә баш, яңаҡ һөйәктәре яраһы булыу сәбәпле, тел менән һөйләшә алмайҙар, күҙҙәр генә бөтә хәсрәт-һағыштарҙы еткерә. Ә был ваҡытта Сәғит ауылына ҡара ҡағыҙ килеп төшә: “Һеҙҙең улығыҙ Йылҡыбаев Ильяс Һибәт улы, хәрби антҡа тоғро булып, 1943 йылдың 17 авгусында батырҙарса һәләк булды. Курск өлкәһе Березовка ауылында ерләнде”. Әммә Ильяс олатай, үлемгә үс итеп, госпиталдән һуң тағы фронт юлдарын дауам итә. Тик 1944 йылдың 2 мартында ауыр яралар арҡаһында хәрби хеҙмәттән демобилизациялана. Комиссия артабанғы һуғыш хәрәкәттәренә яраҡһыҙ тип тапҡас, Ильяс олатай тыуған ауылына ҡайта.
Ауылда бөлгөнлөк, юҡлыҡ, фронттағы һымаҡ, бында ла ысын мәғәнәһендә еңеү, йәшәү өсөн көрәш бара. Олатай баш-көллө колхоз эшенә сума. Еңеү көнөн дә эш өҫтөндә ҡаршылай. Ошо Еңеү яҙының май аҙаҡтарында Яңыбай ауылынан Мәфтуха исемле һылыу ҡыҙға өйләнә. Ата-әсәгә оло шатлыҡ булып, 1946 йылда оло улдары Илдар донъяға ауаз һала. Ойоштороу һәләте булған яугир йәш ирҙе тәүҙән етәксе вазифаларға тәғәйенләйҙәр. Һуғыштан һуңғы илде күтәрергә кәрәк. Агроном да, парторг та, бригадир ҙа, оҙаҡ йылдар «Зианчура» совхозының 6-сы бүлексәһендә управляющий ҙа була. Эш менән ҡуша белем эстәүен дә дауам итә олатай. Тик бишлегә генә уҡып, бухгалтерҙар курстарын тамамлай. 1958-1961 йылдарҙа Силәбе юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Һөнәре – агроном-ойоштороусы. Дипломындағы дәүләт имтихандарындағы баһалары бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һоҡланырлыҡ:
Земледелие и растениеводство - “отлично”
Экономика и организация с/х производства – “отлично”.
Уйлап ҡараһаң, олатай бит саф башҡортса ғына уҡыған, бер урыҫ булмаған башҡорт ауылында үҫкән, әммә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән дә дүрт тә биш.
Һәр замандың була үҙенең сире,
Һәр сиренең була докторы...
Һәр дәүерҙең була үҙ дошманы,
Үҙ сволочы, ҡәһәр һуҡҡыры...
Һ. Таҡташтың студент саҡтан таныш был ҡәтғи шиғри юлдарын һуғыш һәм хеҙмәт ветераны мәрхүм Ильяс олатай Йылҡыбаевтың эш блокнотында күреп, аптыраным да, һоҡландым да. Эй ул заман кешеләренең ниндәй грамоталы булыуҙары, руссамы, башҡортсамы – бер хата тапмаҫһың, ул почерктары, ул яуаплылыҡтары,.. Кистән иртәгәһе эштәре уйланып блокнотҡа теркәлеп ҡуйылған, шунда уҡ көн торошо, тәбиғәттәге үҙгәрештәр. Бына мәҫәлән, 1979 йылдың 6 апреле: иртән буран, 80-10 см ҡар яуған. Бибикамалды ерләү. Кис һыуытты: – 10. Совхоз партсобраниеһы. Аҡдәүләткә барырға. Сәсеүгә әҙерлек буйынса семинарға әҙерлек.
1979 йыл, 8 май. t + 20, +24. Сәсеү бара, һоло, бойҙай сәсеүҙә 4 агрегат эшләй, 7 гусеницалы, 7 “Беларусь”, 3 бәләкәй трактор ҡушылған...( Гөрләп, геүләп торған саҡтар бар ине!)
Ошондай яҙмалар менән бер йылға бер нисә блокнот тултырылған. Уларҙа һәр көнгә конкрет эш планы ғына түгел, беҙҙең яҡ кешеләре, йәшәйештәре, хужалыҡтары тарихы теркәлгән. Кемдең ниндәй ҡайғыһы, кем эшкә эсеп килгән, кем яҡшы эше өсөн Сочиға ебәрелгән, күпме иген игелгән, һөт һауып алынған һ.б. Олатайҙы етди, ҡаты холоҡло, бер һүҙле, ҡырыҫ, уҫал тип хәтерләйем һымаҡ – ә блокноттарында лирик шиғыр, йыр һүҙҙәре лә осрай. Яҙмалар ситтәрендәге ҡоштар, эттәр һ.б. һүрәттәргә ҡарап, теп-тереләр тип һоҡланаһың, балаларының нескә зауыҡлы, һүрәткә оҫталыҡтары аталарынан, ҡартатайҙарынандыр, тип уйлайһың. Тик нимәһе үкенес – үҙе тураһында бер ерҙә лә ләм-мим. Ә мин һуғыш, хеҙмәт ветеранының үҙе тураһында шәхсән нимәлер тапмаммы тип эҙләнә инем. Эйе, ул быуын кешеләре өсөн үҙем, ғаиләм тигән төшөнсә юҡ, илем, ауылым, колхозым, совхозым тип йәшәй һәм эшләйҙәр.
Бер кистә олатай хәләл ефете менән саҡырыу ҡағыҙы буйынса клубҡа концертҡа баралар. Урындары – икенсе рәттә. Тик олатай: “Ҡара таңдан эшләгән һауынсыларға, көндәр буйы ялан гиҙгән тракторсыларға урындарҙы арттан биргәндәр,” – тип һуҡранып, концертты ташлап ҡайтып китә. Бына шулай эшләй һәм йәшәй Ильяс олатай.
Хәрби хеҙмәттәре өсөн гвардия сержанты Ильяс Һибәт улы Йылҡыбаев I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы, тыныс тормоштағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы, алты юбилей миҙалдары, бик күп социалистик ярыш еңеүсеһе тигән билдәләр менән наградланған. Ә өйҙә уны көн дә тағы ла затлыраҡ наградалары – 9 балаһы һәм ҡатыны көтөп тора.
«Силәбелә алты бала менән уҡыттым олатаңды,» –тип һөйләй Мәфтүха инәй. Һай ул осорҙоң ҡатын-ҡыҙҙары, әсәләрҙең сабырлығы, рухи ныҡлыҡтары һәйкәлдәргә тиң дә бит...
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: һәр береһенең буйы 180-190-дан кәм булмаған Ҡаҫмарт тирәктәрендәй мыҡты кәүҙәле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле 6 ир-егет, зәңгәр күҙле, һомғол буйлы, ҡоңғорт сәсле 3 ҡыҙ бала! Өйҙә балаларым тип өҙөлөп торған әсәй, колхозым, совхозым тип еренә ереккән, эш менән мәшғүл атай янында балалар ҙа, әлбиттә, шулай яуаплы һәм туған йәнле булып үҫә. Һәр береһе ошо ояла буй еткереп, белем, һөнәр алып, үҙ эшен табып, ғаиләләрен ҡороп көн итәләр. Хәҙер инде 18 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре үҫә. Әммә юғалтыу-ҡайғыларһыҙ ғүмер йомғаҡтары һүтеләме ни! Оло ҡыҙҙары Рәшиҙә апай менән бер улдары ауырып, бик иртә китәләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та олатай байтаҡ йылдар Байыш ауыл советының ветерандар ойошмаһын етәкләне. Мәктәпкә, балалар менән осрашыуҙарға йөрөнө. Яҡты донъялар менән 1991 йылда хушлашты олатай.
Ә Мәфтүха инәй бөгөн дә ауылдаштарын салт зиһене, шәп хәтере, яттан көйләнгән доғалары менән ҡыуандырып йәшәй. Ҡайҙарҙан ғына килмәгән күпме кешегә 40 ясин сыҡҡанын, күпме кеше уның доға-аяттарынан им тапҡанын, нисә балаға ҡот ҡойғанын, нисә йәш егет уның бетеүҙәре менән армиянан имен- аман йөрөп ҡайтҡанын кем генә иҫәпләһен инде! Ә балаларҙы күтәргәндә бәйләнгән шәлдәр, туғыҙ бала өсөн бәйләнгән бейәләй- носкиҙар, башлыҡ, кофталар! Һаман да ҡулынан энәләре төшмәй әле инәйемдең, ейән-ейәнсәрҙәргә, бүләсәрҙәргә бүләккә... Аҡыллылар доғаларын яҙып-яҙып ала ла ул, беҙҙең һәр ваҡыттағыса тере китапты теркәй барырға ҡул етмәй, иғтибарыбыҙ етмәй.
Әтейемдең икенсе яҡын күргән ағаһы Ғүмәров Мөхтәбәр Мөхәмәтдин( Мөғли) улы. 1919 йылда Сәғит ауылында тыуған. Бала сағы аслыҡ-яланғаслыҡта, юҡлыҡта, йәтимлектә үтә. Тәбиғәттән үтә һәләтле булһа ла, бер класс белем дә эләкмәй. Һуңынан киске мәктәптә уҡый, колхозда эшләй. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Был олатам да Сталинград өсөн һуғыштарҙа шул ғәрәсәт уртаһында була. 147-се уҡсы Богдан Хмельницкий орденлы Станислав дивизияһының Александр Невский орденлы 15-се уҡсы полкы составындағы уҡсы батальондың уҡсы взводы командиры була, кесе лейтенант. Уның наградной листағы яҙылғандарҙы килтергем килә. Сталинградта (09.08.42й.) тәүге тапҡыр яралана, һауығып, сафҡа баҫа. Ржев өсөн барған һуғыштарҙа (26.02.43й.) икенсе тапҡыр яралана, госпиталдән һуң часына килеп, артабан һуғыша. Сувалки янындағы яуҙарҙа (18.10.44й.) өсөнсөгә яралана. Иптәш Ғүмәров үҙен яуҙарҙа оҫта етәксе, личный состав араһында ҙур ихтирам яулаған дисциплиналы, ҡыйыу командир итеп күрһәтте. Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн барған ҡанлы һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ғүмәров Мөхтәбәр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. 24 июнь 1945йыл. Полк командиры полковник Хамидов, тиелгән приказда.
Дары төтөндәре аша утты-һыуҙы үтеп сыҡҡан Мөхтәбәр олатай ауылына 1946 йылда ғына ҡайтып етә. Ғүмере буйы колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Мәстүрә инәй менән ете балаға ғүмер бирәләр, үҫтереп, уҡытып, үҙ юлдарын ярырға ярҙам итәләр. Хәҙер инде 18 ейән-ейәнсәре, 34 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Ҡартайҙары, ҡәрсәйҙәре яулаған тыныс тормошта күпме быуын йәштәре ғүмер кисереп, илебеҙ тарихына үҙ яҙмыштарын яҙа. Тормош дауам итә.
Был юлдарҙы ни өсөн яҙам һуң... Әтейем дә, әнейем дә (Фатима Ғөбәй ҡыҙы, йәне йәннәттә булһын) – атайһыҙ үҫкән һуғыш балалары. Икәүһенең дә аталары (Ғәфүрйән һәм Ғөбәйҙулла ҡартайҙарым, йәндәре йәннәттә булһын) Мәскәүҙе обороналауҙа Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргәндәр. Шуға күрә әтейем дә, әнейем дә һуғыштан имен-аман ҡайтҡандарға (Ильяс, Мөхтәбәр, Ғиниәт, Сәйфи, Миңлеғәзиз, Әхмәҙулла һәм башҡа олатайҙарым, йәндәре йәннәттә булһын) оло хөрмәттә, ихтирамлы-иғтибарлы мөнәсәбәттә булдылар, яҡын күрҙеләр. Ошо ихтирам беҙгә лә күсте, бәләкәй генә йөрәгебеҙ менән беҙ ҙә яугир олатайҙарҙы яҡын ҡартайыбыҙ һымаҡ күрҙек. Еңеү байрамы алдынан ошо яҙмалар бөтә яугирҙәрҙе, тол ҡалғандарҙы, ҡайта алмағандарҙы оло хөрмәт менән хәтерләү булһын. Был юлдарҙы һуғыш күрмәгән быуындың ошо ҡот осҡос ваҡиғалар шаһиты булып, бөтәһен үткәреп, еңеп сығыусыларға мәҙхиә, һоҡланыуы, ғорурланыуы, бергә һыҙланыуы тип ҡабул итһәгеҙсе.
Резедә Назарова. Байыш ауылы.