Ейәнсура районы Ибрай ауылында бик матур, хөрмәтле ғаилә йәшәне. Улар – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Ғәлимов Хәйҙәр Ғәлим улы һәм Ғәлимова-Егорова Дарья Васильевна.
Ғәлимов Хәйҙәр олатай 1918 йылдың 5 декабрендә Татарстандың Әлмәт районы Түбәнге Абдулла ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәшләй генә колхозда эшләй, комсомол сафына баҫа.
1939 йылдың 7 октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм көнбайышҡа оҙатыла. 1940 йылдың 23февралендә, Ҡыҙыл Армияның тыуған көнөндә йәш һалдаттар хәрби ант ҡабул итәләр. Шулай тырышып хеҙмәт итеп йөрөгәндә, Тыуған илебеҙгә фашист Германияһы мәкерле һөжүм итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хәйҙәр олатайға һуғыштың тәүге сәғәттәренән үк ут эсенә инергә тура килә. Сигенеү ғазаптарын да, дошманды туҡмап, Тыуған илебеҙҙән ҡыуып сығарыу шатлығындакүрергә насип була. Уҡымышлы, тырыш егетте командирҙары офицерҙар курсына ебәрә. 1943 йылдың декабрендә офицерҙар курсын кесе лейтенант булып тамамлап, кире фронтҡа, үҙенең часына әйләнеп ҡайта. Ул взвод командиры, рота командиры ярҙамсыһы, артиллерия уты корректировщигы булып Калинин, 4се Украина, Прибалтика фронттарында, Курс дуғаһында фашистарға ҡаршы һуғыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2 тапҡырҠыҙыл Йондоҙ, 1-се, 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордендары, хәрбимиҙалдар менән бүләкләнә.
Фронтта олатай ғүмерлек тормош иптәшен – сыуаш ҡыҙы Егорова Дарья Васильевнаны осрата. Дарья инәй 1920 йылдың 30 мартында Башҡортостандың Ейәнсура районы Алабайтал (Сөләймән) ауылында тыуа. Телефонистар курсын тамамлап эшләп йөрөгән йәш кенә ҡыҙ был һөнәренең һуғыш яланында кәрәк булыр тип уйлап та бирмәй.
Һуғыш... Был ҡәһәрле, ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе, әлбиттә, беренселәрҙән булып телефонистар ишетә.
1942 йылдың буранлы март көнө. Дошманға көслө нәфрәт менән янған йәш кенә 10 ҡыҙ үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Ниндәй ҡыйыу булған ул ҡыҙҙар! Дарья инәй фронтта телефонистка булып хеҙмәт иткән. Ул да ордендар, миҙалдар менән бүләкләнә.
Шундай дәһшәтле ут эсендә лә йәшлек үҙенекен итә, татар егете менән сыуаш ҡыҙы бер-береһенә ғашиҡ була һәм 1944 йылдың 1 сентябрендә йәш, матур хәрби ғаилә барлыҡҡа килә. Һуғыш бөткәс тә улар тиҙ генә тыуған яҡҡа ҡайтып китә алмайҙар, хеҙмәт итәләр.
1947 йылда ғына йәш ғаилә Ейәнсура районының Ибрай ауылына ҡайтып төшә. Тыныс тормошта ла һынатмай ветерандар. Икеһе лә тырышып колхоздаэшләй. Һуғышта алған наградаларына тыныс тормошта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бирелгәндәре өҫтәлә.
Хәйҙәр олатай менән Дарьяинәй 4 улға ғүмер биреп, уҡытып, гөрләтеп туйҙар үткәрҙеләр. Абруйлы, хөрмәтле булдылар ветерандарыбыҙ. Уҡыусылар янына осрашыуҙарға йөрөнөләр, ләкин ул ҡәһәрле һуғыш тураһында һөйләргә яратманылар, һуғыш тураһында кинофильмдарға йөрөмәнеләр.
“Һуғыш – ул ҡот осҡос нәмә, уны һеҙгә күрергә яҙмаһын!” – тип һәр ваҡыт теләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә гүр эйәләре. Гүрҙәре яҡты, урындары ожмахта булһын. Шундай матур, тыныс, яҡты донъяны беҙҙең өсөн яулап алғандары өсөн уларға ысын күңелдән ҙур рәхмәт! Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!