Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2020, 17:15

#хәтер

Педагогик хеҙмәт ветераны Төхвәтуллин Ирек Шәрәф улы 91-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.Ирек Төхвәтуллин 1930 йылдың 22 апрелдә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында донъяға килә. 1948 йылда –Йылайыр педучилищеһын, 1959 йылда В. Чкалов исемендәге Ырымбур дәүләт институтын “тарих” белгеслеге буйынса тамамлай.Ирек Шәрәф улы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Күгәрсен ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.1951-55 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, булмышы менән уҡытыусы һәм тәрбиәсе булған И. Ш. Төхвәтуллин мәктәптә дәрестән һуң крайҙы өйрәнеү буйынса тарихи материалдар туплау эшен асып ебәрә; йыйылған материалдар нигеҙендә мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы аса, уҡыусылары менән бик күп төрлө бай материал туплай, шул иҫәптән ауыҙ-тел ижадына ла иғтибарҙы йүнәлтә.1967 йылдан директорҙың кластан тыш эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләү дәүерендә Ирек Шәрәф улы үҙен уҡытыу-тәрбиә процесын оҫта ойоштороусы итеп таныта: уҡыусыларға хеҙмәт һәм әхлаҡи тәрбиә, һөнәри йүнәлеш биреүҙе яраштырып, өҙлөкһөҙ алып барыу маҡсатында районда беренселәрҙән булып хеҙмәт һәм ял лагеры ойоштора.70-се йылдарҙа Ирек Шәрәф улының башланғысы менән уҡыусыларҙың мәктәп лесничествоһы булдырыла, ул уңыштары өсөн Башҡортостан лесничествоһының өҫтәл миҙалы менән бүләкләнә; йәш умартасылар түңәрәген ойоштороп, районда берҙән-бер булған мәктәп пасекаһын булдыра.1967 йылда Төхвәтуллин И.Ш. “РСФСР Мәғариф министрлығының халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән наградлана, 1969 йылда Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының II съезына делегат итеп һайлана.1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны, педагогик хеҙмәт ветераны ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем әүҙем булды, тормоштоң уртаһында ҡайнаны, йәш коллегаларына аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо.Уның менән бергә эшләгән, унан өйрәнгән, белем һәм тәрбиә алған һәр кем Ирек Шәрәф улын тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.Район мәғариф бүлеге, РФ мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең Ейәнсура ойошмаһы, Күгәрсен ауылының Нәбиулла Кәримов исемендәге Күгәрсен урта мәктәбе коллективы.

Педагогик хеҙмәт ветераны Төхвәтуллин Ирек Шәрәф улы 91-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Ирек Төхвәтуллин 1930 йылдың 22 апрелдә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында донъяға килә. 1948 йылда –Йылайыр педучилищеһын, 1959 йылда В. Чкалов исемендәге Ырымбур дәүләт институтын “тарих” белгеслеге буйынса тамамлай.
Ирек Шәрәф улы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Күгәрсен ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.
1951-55 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, булмышы менән уҡытыусы һәм тәрбиәсе булған И. Ш. Төхвәтуллин мәктәптә дәрестән һуң крайҙы өйрәнеү буйынса тарихи материалдар туплау эшен асып ебәрә; йыйылған материалдар нигеҙендә мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы аса, уҡыусылары менән бик күп төрлө бай материал туплай, шул иҫәптән ауыҙ-тел ижадына ла иғтибарҙы йүнәлтә.
1967 йылдан директорҙың кластан тыш эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләү дәүерендә Ирек Шәрәф улы үҙен уҡытыу-тәрбиә процесын оҫта ойоштороусы итеп таныта: уҡыусыларға хеҙмәт һәм әхлаҡи тәрбиә, һөнәри йүнәлеш биреүҙе яраштырып, өҙлөкһөҙ алып барыу маҡсатында районда беренселәрҙән булып хеҙмәт һәм ял лагеры ойоштора.
70-се йылдарҙа Ирек Шәрәф улының башланғысы менән уҡыусыларҙың мәктәп лесничествоһы булдырыла, ул уңыштары өсөн Башҡортостан лесничествоһының өҫтәл миҙалы менән бүләкләнә; йәш умартасылар түңәрәген ойоштороп, районда берҙән-бер булған мәктәп пасекаһын булдыра.
1967 йылда Төхвәтуллин И.Ш. “РСФСР Мәғариф министрлығының халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән наградлана, 1969 йылда Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының II съезына делегат итеп һайлана.
1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны, педагогик хеҙмәт ветераны ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем әүҙем булды, тормоштоң уртаһында ҡайнаны, йәш коллегаларына аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо.
Уның менән бергә эшләгән, унан өйрәнгән, белем һәм тәрбиә алған һәр кем Ирек Шәрәф улын тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Район мәғариф бүлеге, РФ мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең Ейәнсура ойошмаһы, Күгәрсен ауылының Нәбиулла Кәримов исемендәге Күгәрсен урта мәктәбе коллективы.
Читайте нас: