Күптән баҡыйлыҡҡа күскән был олатай Буденныйҙыҡы кеүек (кемдәрҙер Чапайҙыҡы һымаҡ, тиер – улар ҙа хаҡлы) һыҙылып киткән ҡап-ҡара мыйығы менән хәтерҙә уйылып ҡалған. Уға бәйле мәрәкә ваҡиғаларҙы, ниндәй сетерекле хәлдә лә юғалып ҡалмауы тураһында Ҡаҫмарт буйҙарында әле булһа көлөп һөйләйҙәр, таҡмаҡтарын иҫләйҙәр.
Элмәле ауылынан ябай ауыл эшсәне Әхмәт Солтан улы Дәүләтшин тарихта йотлоҡ йылы булараҡ уйылып ҡалған 1921-ҙә Байыш ауыл Советына ҡараған Элмәле (Иҫәргәп) ауылында донъяға килә. Бер йәшендә атайһыҙ ҡала, уны әсәһе яңғыҙ үҫтерә. Сая, үткер, йор һүҙле булып танылған, егәрле ҡатын улында ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша.
Бала саҡтан тимер-томорға иҫе киткән Әхмәт колхозда яңы-яңы күренә башлаған машина-тракторҙар янында уралана. Шофер йә тракторсы булып эшләргә хыяллана. Тормош ауыр булыу сәбәпле, артабан уҡыу мөмкин булмағас, 7-се кластан һуң колхозға эшкә сыға. Уларҙың ауылына эшкә ебәрелгән МТС механизаторҙарына ярҙамлашып йөрөй торғас, “тимер аттар”ҙы үҙе лә йүгәнләргә өйрәнә. 1938 йылда Абзан МТС-ында комбайнер булып эш башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бронь менән ҡалдырылған Әхмәт Дәүләтшин колхоз баҫыуҙарын һөрөп сәсеү, уңыш йыйыу менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе техниканы ауыҙлыҡларға, боҙолһа – йүнәтергә өйрәтә.
Бына шулай, бер ниндәй курс тамамламаһа ла, Әхмәт Солтан улы 52 йыл буйы киң профилле механизатор булып хеҙмәт юлы үтә. Пенсияға сығыр алдынан иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, 1984-1990 йылдарҙа район үҙәгендәге Куйбышев исемендәге колхозда тимерсе булып эшләй.