Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Илебеҙгә немец фашистары һуғыш башлағас, ауылда булған ир-аттар, үҫмер егеттәр яуға күтәрелде. Олоғайған олатайҙар хеҙмәт армияһына ебәрелде. Колхоздың барлыҡ эштәрен башҡарыу фронтовик ҡатындар һәм бала-саға елкәһенә төштө. Хужалар нимә ҡушһа, шул эште башҡарҙылар. Һыйыр егеп, ер һөрҙөләр, иген үҫтерҙеләр, бөртөгөн дә юғалтмайынса ураҡ урҙылар.
Ә бер йылды ер һөрөп-тырматыла, ә сәсергә орлоҡ юҡ. Район үҙәгенән килгән түрә ауыл Советы бинаһында йыйылыш үткәрә. Һүҙ бәләкәй арба һөйрәп, ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙандыр орлоҡ алып ҡайтырға тейешлеге хаҡында бара. “Эш хаҡына бер ҡуш ус бойҙай бирә торғайнылар”, – тип һөйләр ине әсәйем мәрхүмә.
Йыйылышҡа ‡рген ауылының Сатра урамында йәшәгән Аҡсурина Заһита ҡоҙағый ҙа килә. Ул иренән 4 бала менән тороп ҡалғайны. Бәләкәй ҡыҙы яңы тыуған. Шулай булһа ла әлеге бер ҡуш ус бойҙайҙы ашағыһы килгәндер инде, меҫкенкәйҙең. Теге түрә исемлек төҙөй, ләкин исемлектә Заһита ҡоҙағыйҙың фамилияһы булмай сыға. Колхозсылар ҡайта башлай. Заһита ҡоҙағый:
– Мырҙа, мин дә барайым орлоҡ алып ҡайтырға, миндә лә Сталин арбаһы бар ул, - тип әйтеп ҡуя. “Сталин арбаһы” тигән һүҙ теге түрәнең ҡолағын һағайта. Заһита ҡоҙағыйға:
– Апай, һеҙ ҡалып тороғоҙ, – ти.
Бына бер ваҡыт теге түрә стенала эленеп торған телефондың ручкаһын тызылдатып өйрөлтөп, Иҫәнғолдан милиция саҡырта башлай.
Заһита ҡоҙағый: “Нимә уйларға ла белмәйем, башым әйләнә башланы, күҙ алдарым ҡараңғыланды. “Ярай, мине төрмәгә лә ебәрерҙәр, үлеп тә ҡалырмын, теге кескенә ҡыҙ балаҡайым нимә эшләр, кем ҡарар?” – тигән уй йүгереп үтте башымдан. Бәхетемдән шул моментта мәктәп директоры Абдуллин Фәтих ағай килеп инде. Грамоталы кеше эштең нимәлә икәнен тиҙ аңлағандыр инде. Теге яуыз түрәгә ялынып, үтенеп һорап, мине төрмәнән ҡурсалап алып ҡалды”, – тип иҫләр ине.
Икенсе бер осраҡ. Уныһы ла Сталин бабай менән бәйле. Мин Нәфисә апайымдың көндөҙ колхозда эшләп, кис мәктәп ҡарауыллауы тураһында бер яҙғайным инде.
Мәктәп ҙур ғына. Ике залы бар ине. Бәләкәй залда уң яҡта бак менән һыу ултыра торғайны. Ҡорһаҡ ас булғас, ул һыуҙы бик эсеп тә бармай торғайныҡ. Ҙур залда – класс бүлмәләре. Стенала уҡыусылар сығарған “Белем өсөн” гәзите, янында дәрестәр теҙмәһе. ¤ҫтәрәк төҫлө плакат эленеп тора торғайны. Плакаттың уң яҡ ситендә йәшел урман һыҙаты, уртала аҡ кителен кейеп, уң ҡулын күтәрә биреп торған Сталиндың һүрәте, уның артында кеше баштары теҙелеп киткән. Йәнәһе, халыҡ Сталин бабайҙың күрһәтмәләрен үтәй тигәнде аңлатҡандыр инде. Яҙыуы ла була торғайны, уныһын хәтерләмәйем.
Апайым ҡарауылға ике малайын да алып бара торғайны. Әсәйем мәрхүмә лә, малайҙарыңды бергә йөрөт, бәләкәй булһалар ҙа иптәш бит, яңғыҙ йөрөмә, тип һәр ваҡыт иҫкәртеп тора ине.
Мәктәптә педсовет бара, апайым тышта нимәнелер ҡарап ингәнсе, теге ике ҡарауылсы малай сыбыҡ менән плакаттағы кешеләрҙең күҙҙәрен төртөп тишеп сыҡҡан. Сталин бабайҙың һүрәте ҙурыраҡ булғас, уға нығыраҡ эләккән. Педсовет тамамланып, уҡытыусылар ҡайта башлай. Иң аҙаҡтан мәктәп директоры килеп сыға. Фәтих ағайҙы күреү менән апайым ҡысҡырып илап ебәрә. “Балалар бынау плакаттағы кешеләрҙең күҙҙәрен тишкән дә ҡуйған, мине төрмәгә алып китерҙәр инде”, – ти. Абдуллин Фәтих ағай тыныс ҡына тыңлап тора ла: “Нәфисә, илама, ҡурҡма, ҡайғырма ла. Балаларҙы ла әрләмә. Бына мин был плакатты алам да, бөкләп алып ҡайтам да китәм. Һин күрҙең дә мин күрҙем. Онот был турала”, – тип плакатты алып ҡайтып китә.
Ысынлап та, был турала онотҡан да булырҙар ине.
Колхозда тормош шаҡтай яҡшырғас, кешеләр эш хаҡын аҡсалата ала башлай. Механизаторҙар центнерлап, тонналап иген ала. Ауылда һыу тирмәне гөрләп эшләп тора. Күпләп игендәрен тарттырып алалар, күпертеп икмәк бешерәләр. Элек таяҡҡа эшләгән колхозсылар 1965 йылда 12 һум булһа ла пенсия ала башлай. Пенсионерҙарҙың һәр береһенә бушлай 1 ц. иген бирелә. Беҙҙең “Заветы Ильича” колхозы гөрләп тора, колхозсылар мул тормошта йәшәйҙәр, тырышып эшләйҙәр. Урамда эшһеҙ, эсеп йөрөгән колхозсылар юҡ. 1970 йылда апайым улы янына күсеп килә. Көҙгө эштәр тамамланғас, әлеге Аҡсурина Заһита ҡоҙағыйҙы йылына бер тапҡыр булһа ла саҡырып ҡайтара. Заһита ҡоҙағый апайымдың берҙән-бер иң яҡын бикәме ине. Был мәлдә бикәм менән килендең көндәр буйы һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ҡайһы ваҡыт ниндәй ауырлыҡтарҙы баштарынан үткәргәнде иҫтәренә төшөрөп, илап ебәрәләр, ҡайһы бер осраҡтарҙы көлөп иҫләйҙәр. Бына ошо ваҡытта үҙҙәрен төрмәнән ҡурсалап алып ҡалған Абдуллин Фәтих ағайҙы иҫтәренә алалар. Береһе, ул ябай кеше булмағандыр, фәрештә булғандыр ул, тип ҡуя. Икенсеһе, фәрештә генә түгел, Хызыр Ильяс булғандыр ул, тип өҫтәй. Фәтих ағай юлыбыҙҙа осрамаған булһа, беҙ был көндәрҙе күрә алмаған булыр инек, тип тағы илап ебәрәләр. Шунан инде, Фәтих ағайҙың йәне йәннәттә булһын, урыны ожмахтың түрендә булһын, тип теләргә тотоналар.
Фәтих ағай тыныс ҡына һөйләгән, бер генә лә тауышын күтәрмәгән, изгелекле уҡытыусыларҙың береһе булды ул. Мине 7-се класты бөтөргәнсе уҡытты.
7-се класты тамамлап, тиҙерәк уҡытыусы булыу маҡсатында Мораҡ педучилищеһына юл тоттом. Директор Кәбиров ағай бик ихлас ҡабул итте. Ҡарт булһа ла, атайың бар, һиңә ятаҡтан урын булмай, фатирҙа ятып уҡырһың, 140 һум стипендия аласаҡһың, тип бик яҡшылап аңлатып, дәртләндереп ебәрҙе. Беҙ 4 ҡыҙ, Федор Власенко тигән хохолда фатирҙа ятып уҡый башланыҡ. Стипендияның 40 һумын фатирға түләйбеҙ. Ҡалғанын ашарға тотонабыҙ. өйҙән артыҡ ярҙам юҡ. Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, тырышып уҡыйбыҙ.
Бына Сталин бабай ауырый башланы. Көн һайын сәғәт 8-ҙә уның хәл-торошо тураһында мәғлүмәт тапшыралар. Һуңғы хәбәрҙе тыңлайбыҙ ҙа мәктәпкә китәбеҙ.
1953 йылдың 3 марты. Сталиндың һаулығы тураһында бер хәбәр ҙә булманы. Юлбашсыбыҙ һауыҡҡандыр, тип уйлап дәрескә килдек. Килһәк, тар ғына коридорҙа ике яҡлап студенттар теҙелгән, алда ҡара таҫма менән уратып алынған Сталин портреты. Беҙ ҡайғы уртаҡлашыу линейкаһына йыйылдыҡ. Тәүҙә директор, унан профком председателе, комсомол секретары сығыш яһанылар. Беҙ, 14-15 йәшлек ауыл балалары, хәҙер нисек йәшәрбеҙ инде, тип күҙебеҙ шәмәреп илап та алдыҡ.
Сталин бабайҙың вафатына 63 йыл тулып, 64-се йыл китте. Был ваҡиғалар барыһы ла тарихта ҡалды. Имен-аман ғына йәшәп ятабыҙ. Донъялар ғына тыныс булһын. Бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, барына шөкөр итеп, юғына сабыр итеп, Аллаһы Тәғәлә һанап ҡына биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, хәмер ҡоллоғона батмай ғына йәшәһәк ине, ауылдаштарым, тип әйтәһем килә.
Әйткәндәй. Сталин арбаһын хәҙерге йәштәр күҙ алдына ла килтермәй. Ул иҫке ат һабанының тәгәрмәстәренән эшләп алған ҡул менән һөйрәй торған арба ул.