Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 14:00

Урланған баласаҡ

“Урындыҡта әсәйем ята. Биттәре ҡара янған. Тамағы шешкән, һөйләшә алмай. Ымлап ҡына мине саҡыра. Баш осона килгәйнем, ипләп кенә ҡулдары менән битемде һыйпай. Бәхилләшеүе шул булғандыр инде. Шунан оҙаҡ ятманы, үлде әсәйем...” – Асия апайға был турала һөйләүе еңелдән түгел икәнен аңлап торам.Һуғыш башланғанда өс йәш кенә булып, уның бөтә ауырлыҡтарын үҙе кисергән Асия апай Ҡарабаева яҙмышы тураһында тулы мәҡәләне сайтта уҡығыҙ.

Тормош иптәшемдең иң оло апаһы Асия бәләкәй сағын әллә ни һөйләргә яратмай. Һуғыш башланғанда өс йәш кенә була уға, шуға ла бик еңелдән тура килмәгән: яҙға сыҡҡас, ашлыҡ ашап әсәһе үлгән; аслыҡ-яланғаслыҡ; туғандарының үлемен күреү, – һанай киткән күп инде...
“Урындыҡта әсәйем ята. Биттәре ҡара янған. Тамағы шешкән, һөйләшә алмай. Ымлап ҡына мине саҡыра. Баш осона килгәйнем, ипләп кенә ҡулдары менән битемде һыйпай. Бәхилләшеүе шул булғандыр инде. Шунан оҙаҡ ятманы, үлде әсәйем...” – Аңлап торам, был турала һөйләүе еңелдән түгел уға. Ғаиләләрендә ете бала: Фәрхетдин (ете йәштәр тирәһендә бер ғаилә менән еләк ашарға сыға ла юҡ була, эҙләйҙәр – тапмайҙар), Камил, Сабира, Клара, Асия, Нәсимә, Вәхит (тыуғанда үлә) булып, Асия һәм Нәсимә апай ғына ҡала, башҡалары йәшләй үлеп бөтә.
Яңғыҙ донъя көтөүе ҡыйын, балаларға әсәй кәрәк, 1944 йылда атаһы Әһлетдин (ҡайным) ире һуғышта үлеп ҡалған, бер балалы Зарифа Әхмәтбаҡый ҡыҙын, минең бейемемде, алып ҡайта. Әйтеп үтергә кәрәк, ҡайным, бала сағында аяғын ауырттырып, бер аяғына аҡһап ҡала, шуға күрә һуғышҡа алмайҙар. Үгәй әсәйҙең (Асия апай уны апай тип йөрөтә) Дамир тигән улы була. Улар бик дуҫлашып китәләр, килешеп уйнайҙар. “Аталары һуғышта үлгән балаларҙы детдомға урынлаштыр. Дамирҙы бир. Унда ашаталар, балаң туҡ йөрөр”, – тип мәктәп уҡытыусыһы бейемгә кәңәш бирә. Шулай апаһы Ҡырғыҙға туғандарына ашарға һорарғамы китә, Дамирҙы нисек алып киткәндәрен дә күрмәй ҡала. “Мин Дамир ҡалһын, мин барам детдомға тип үкереп илайымсы. Атайым булған балаларынан бер мин ҡалғанға, әсәйемдең төҫө тип мине ебәргеһе килмәгәндер инде...” – баласаҡ хәтирәләре бигерәк ауыр.
Атаһы ла үлә яҙа һуғыш осоронда. “Һуғыш бөтһә лә шул тиклем аслыҡ булды, яланғаслыҡ үҙәккә үтте. Хатта тауҙа үлән бөттө.
Самаҙының үрендә урыҫ ауылы була торғайны. Участка тип йөрөттөләр, Конный дворҙары булды, бер бай ере булдымы икән. Улар мул йәшәне, картуф сәсә торғайнылар. Шунда ашарға эҙләп барҙыҡ. Бер өйҙән эй тәмле икмәк еҫе сыға инде. Ингәйнем, өҫтәлдә ҡабарып бешкән икмәк ята. Хужабикә яҫтыҡ әпкилһәң – бирәм, ти. Ҡайтып, яҫтыҡ алып килдем инде.
Атайым ята, мин янында ултырам. Илайым. Алҡам бар ине, пар алҡаға ярты ярым икмәккә алыштырҙым. Шәбәй тием атайға. Атайым: “Ҡыҙым, шәбәйһәм, мин һиңә тағы ла матурыраҡтан алып бирермен,” – тигән була, бахыр. Шәбәйеп китте шунан”, – атаһының тере ҡалыуына ярҙам итә алыуына ҡыуана ул.
Бала сағы ауырлыҡтар менән үтһә лә, мәктәптә уҡый ала. Мәктәпте 54-се йылда тамамлай. 1955 йылдың декабрендә Ҡарабаев Рәшит Ғайса улы менән тормош ҡоралар. Еҙнәй (ауыр тупрағы еңел булһын) менән 52 йыл бер йәшәйҙәр. Икеһе лә колхозда хеҙмәт итәләр: еҙнәй тракторсы, комбайнер, аҙаҡтан гараж мөдире була, ә апай һарыҡ, быҙау, хатта тауыҡ та ҡарай.
Шөкөр, хәҙер алты балаһының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй Асия апай. Янында иң оло ҡыҙы Алсу иптәшкә. Айһылыу менән Разифа йәш саҡтарында Үзбәкстанға эшкә барып, хәҙер шунда төпләнеп ҡалғандар. Уларҙан килә Ринаты ауылда тамыр йәйгән. Илфат менән Илшаты Өфөлә йәшәй. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, улар ҙа ейән-ейәнсәр һөйөргә өлгөргәндәр. 17 ейән-ейәнсәр, 16 бүлә-бүләсәре бар Асия апайҙың.
“Ҡайтып, өйҙәге эштәрҙе һыпырып эшләп китәләр. Ике йыл элек 80 йәшемде бик ҙурлап уҙғарҙылар. Әсәй кешегә нимә кәрәк? Балалар һау булһа – шул еткән. Хатта ҡыуанып йәшәйем.”, – бала саҡта тормош ауырлыҡтарын етерлек кисергән Асия апай хәҙерге тормошҡа һоҡланып бөтә алмай. Әхирәттәре Рәшиҙә һәм Вәсилә менән ҡатышып йәшәйҙәр. Йыл да “Ейәнсура таңдары”на, “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылмайынса ҡалмай. Һаулыҡ-сәләмәтлектә, балаларығыҙҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, Асия апай!
Читайте нас: