Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 11:00

Бөгөн – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Был көндө 79 йыл элек немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Бөгөн, 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Был көндө 79 йыл элек немец фашистары илде бомбаға тота башлағас та, сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша. Немец тарихсылары яҙыуынса, һөжүм итеүселәр фанатик рәүештә алышҡан совет һалдаттары тарафынан ныҡ ҡырыла.
Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Шулай башланып киткән был аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙ еңеп сыға. Һуғыш башланған көн 1996 йылдан бирле Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә.
Читайте нас: