Бөйөк Еңеү байрамының 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған көндәрҙә Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған Мырҙабай ауылынан һуғышҡа алынған ике кеше тураһында район гәзитенә яҙырға булдым. Улар: Ҡотлобаев Сәмиғулла Рамаҙан улы һәм Ҡотлобаев Әхмәҙулла Байтүрә улы.
Ҡотлобаев Сәмиғулла – беҙҙең атайыбыҙ. Ул 1913 йылда тыуған, 1931 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының бухгалтерҙар бүлеген тамамлағандан һуң Иҫәнғол почтаһында, 1938-39 йылдарҙа “Инәк” совхозында бухгалтер булып эшләне. 1939 йылда Финляндия менән һуғыш башланғас, 40-сы йылда армия сафына алдылар. Финдәр менән һуғыш бөтөүгә, Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыу сәбәпле, атайыбыҙҙы армиянан ҡайтарманылар. Сержант һәм отделение командиры булып хеҙмәт иткән атайыбыҙ 1941 йылдың декабрь айында Латвияла барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғалды.
Атайыбыҙҙы өйҙә тормош иптәше Рәбиғә һәм беҙ, ике улы: 4,5 йәшлек мин һәм ике йәшлек Ирек ҡустым көттөк. Әсәйебеҙгә ике бала менән тороп ҡалыу бик ауыр булды. Ул колхозда төрлө эштә эшләне. Үгеҙ, һыйыр егеп яҙын сәсеүҙә, йәй бесән әҙерләүҙә, ә көҙөн ҡул менән ашлыҡ урыуҙа, ҡышын колхоз малын ҡарауҙа ҡатнашты. Беҙгә һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа аслыҡ-яланғаслыҡты күреп үҫергә тура килде. Бер генә һыйырыбыҙ булды, тик уның да айыртылған шыйыҡ һөтөн (обрат) генә эстек, ә майын йыл һайын 10 кг итеп хөкүмәткә биреп торҙоҡ. Ашарға бер нимә лә булмағанлыҡтан, 1942 йылдың февралендә һыйырҙы бер центнер онға Александровка ауылына һаттыҡ. Ул ондан әсәйебеҙ ыумас бешереп беҙгә ашата торғайны.
Ашарға булмағас, яҙҙан алып көҙгә тиклем яландан ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы һәм башҡа ашарға ярарлыҡ үләндәр, йәйен еләк, көҙөн башаҡ йыя торғайныҡ. Ҡыш көндәрендә өйҙә йылылыҡ 12-14 градустан юғары булманы. Һәр ваҡыт өҫтә куфайка, башта кәпәс, аяҡта иҫке ямалған быйма булды.
Ауылда тормош 1949 йылдан ғына бер аҙ арыулана башланы. Колхоз хеҙмәткә көнөнә 15-20 кг ашлыҡ бирҙе, уны ҡул тирмәнендә тартып икмәк бешерә инек.
Бына шулай ҡыйынлыҡта, аслыҡта, яланғаслыҡта йәшәнеләр беҙҙең быуын кешеләре.
Ҡотлобаев Әхмәҙулла Байтүрә улы 1908 йылда Мырҙабай ауылында тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йәштән етем ҡалған, шуға уны тәрбиәгә бер туған ағаһы Рамаҙан алған. Башланғыс мәктәпте тамамалағандан һуң ауыл байында ялланып эшләгән. 1930 йылда колхоз ойошторолғас, шунда төрлө эштәрҙә йөрөгән. Колхоз хужалары уның эшкә тырышлығын күреп, 1936 йылда Йылайыр ветфельдшерҙар мәктәбенә уҡырға ебәрә. Уны тамамлағас, 41-се йылға тиклем колхозда ветеринар булып эшләй. Һуғыш башланғас, Йылайыр военкоматына саҡырып, шунда уҡ һалдат кейеме кейҙереп, атҡа мендереп Һарыҡташ станцияһына оҙаталар. Уның өйҙә ҡатыны, өс йәшлек ҡыҙы һәм йәш ярымлыҡ улы тороп ҡала. Әхмәҙулла Байтүрә улы 1-се Украина фронтының 6-сы кавалерия корпусында пулеметсы булып хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта ветеринар эшен дә алып бара.
1943 йылдың 6 мартында ныҡ яралана һәм уны Старый Оскол ҡалаһының 1108-се госпиталенә дауалауға һалалар. Унан шәбәйеп сыҡҡас, 1-се Украина фронтының 13-сө “Конное дело” полкында хеҙмәт итә. Армиянан 1945 йылдың 30 ноябрендә демобилизациялана. Уны яҡшы хеҙмәте өсөн орден һәм бер нисә миҙал менән бүләкләйҙәр. Армиянан ҡайтҡас, колхозда ветврач, зоотехник һәм “Инәк” совхозында балта оҫтаһы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ун йыл совхозда нефтебазала һаҡсы була. Әхмәҙулла Байтүрә улы 1988 йылдың 17 декабрендә 80 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.
Айҙар Ҡотлобаев. Ишемғол ауылы.