Бөйөк Ватан һуғышы барышын тамырынан үҙгәртеүҙе тәьмин итеүҙә Курск бәрелеше хәл итекс роль уйнай. 5 июлдән 23 авгусҡа тиклем дауам иткән был бәрелештә Совет Армияһы дошманды 140-150 саҡрымға сигенергә мәжбүр итә, Орел, Белгород һәм Харьков ҡалаларын азат итә. Гитлер армияһы унда 30 дивизияһын, шул иҫәптән ете танк дивизияһын, бөтәһе 500 меңдән артыҡ һалдат һәм офицерҙарын, 1,5 мең танкыһын, 3,7 меңдән артыҡ самолетын юғалта.