Бөтә яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 20:00

#аш_һыу

Милли ризыҡтарыбыһһың береһе ул - бишбармаҡ. Шул уҡ ваҡытта Эрнест Ишбирҙин "Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары" китабында бишбармаҡ һүҙенә аңлатма бирә һәм бишбармаҡ атамаһы ҡаҙаҡ теленән килеп инеү ихтималлығын фаразлай. Ашамлыҡтың башҡорт халҡына ғына хас булған атамалары бихисап: ҡулһалма, ҡуллама йәки ҡулдама, һалмалит, ҫалмалит, ҫалмалыйт, ҡаҙанаш һәм башҡалар. Нисек кенә аталмаһын, яратҡан ризығыбыҙҙың асылы, тәме үҙгәрешһеҙ ҡала.Бишбармаҡты һәр хужабикә үҙенсә бешерә, шуға ла уның традицион рецебы юҡ. Сайтта шул рецптарҙың ике төрөн тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ, төркөмдәштәр, уны нисек бешерәһегеҙ?

Бишбармаҡ, ғәҙәттә, һарыҡ итенән бешерелә.Һарыҡ ите булмаһа, һыйыр, йылҡы итенән дә бешерергә мөмкин.

Бишбармаҡты әҙерләү төрҙәре

1-се юл. 4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн 600 гр. һарыҡ (һыйыр йәки йылҡы) ите, 2 баш картуф, 3 баш һуған, 1 стакан бойҙай оно, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы аҡ май, 3 стакан һурпа, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.

Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ ит алына. Итте ваҡ киҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалып бешерергә кәрәк. Он, йомортҡа һәм йылы һыуҙан ҡамыр баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Артабан йәймә 3 см киңлектәге таҫмаларға бүленә һәм ромбиктарға киҫелә. Ҡырҡылған һалманы һурпала йәки һыуҙа ҡайнатып, һыуын һарҡытып аҡ май менән майларға кәрәк. Бишбармаҡ өсөн картуф 3-5 см ҡалынлыҡ түңәрәкләп ҡырҡыла һәм айырым бешерелә.Тәрилкәгә һалма, картуф, ит һалына. Өҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола. Өҫтөнә ваҡлап туралған йәшел һуған һибелә.

2-се юл. Итте эре итеп киҫкеләп, әҙер булғансы бешерәләр. Бешеп сыҡҡас уны һоҫоп алып һыуынмаһын өсөн, йылы урынға ҡуйып торалар. Һөҙлөгөн алып, һурпала һалма бешерәләр. Һалма өсөн йомортҡа һытып, тоҙло һыуҙа сөсө ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙан уҡлау менән йәйеп, 1,5-2 см ҙурлыҡтағы дүрткелдәр яһап турайҙар. Һалма ни тиклем вағыраҡ булһа, шул тиклем һәйбәтерәк иҫәпләнә. Бешкән һалма һурпанан һоҫоп алына. Уны ваҡлап туралған ит менән ҡушып,өҫтөнә дүңгәләкләп туралған һуған һибеп,һөҙлөк һалып бирәләр. Ә һурпаны, ҡорот,ваҡ ҡына итеп туралған һуған, борос һалып, кәсә, бокал йәки сынаяҡ өҫтө кеүек һауыттарҙа айырым ҡуялар.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: