Үҫеш һәм берҙәмлек юлынан
Хөрмәтле ейәнсуралар! 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверинететы тураһында декларация ҡабул ителеүгә 30 йыл тулыуын – үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй.
Был байрам күп милләтле халҡыбыҙ берҙәмлегенең, һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған ергә сикһеҙ һөйөүенең, беҙҙең тарихи уртаҡлығыбыҙҙы аңлауыбыҙ һәм республиканың ҙур мөмкинлектәренең кәүҙәләнеше булып тора.
Бөгөн Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүсе юғары үҫешкән индустриаль һәм аграр төбәк, ҙур фәнни һәм мәҙәни үҙәк. Беҙҙә ғорурланырлыҡ нәмәләр бар: ҡеүәтле сәнәғәт һәм фәнни база, бай мәҙәни традициялар һәм спортта ҙуруңыштар, ҡабатланмаҫ тәбиғәт һәм бай тарих, ә иң мөһиме – күркәм, талантлы, эшһөйәр кешеләр. Үҙҙәренең тырышлығы, батырлығы һәм ижади хеҙмәте менән бөгөн беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланған ҡаҙаныштарға ирешкән ата-бабарарыбыҙға ихтирам белдерәбеҙ.
Яҡташтарыбыҙҙың яуаплылығы һәм егәрлелеге, юғары илһөйәрлек тойғоһо, үҙ-ара ихтирам һәм бер-беребеҙгә ҡарата толерантлыҡ һөҙөмтәһендә өҫтөнлөклө социаль бурыстар хәл ителә, ауыл-ҡалалар төҙөкләндерелә, иҡтисад үҫешә. Был байрамды беҙ үҙ ксөбөҙгә, һәр кемдең хеҙмәте республикабыҙҙың сәскә атыуына һәм именлегенә булышлыҡ итәсәгенә ышанып ҡаршылайбыҙ
Хөрмәтле Ейәнсура районы халҡы, һеҙгә – ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, тыныслыҡ, ә республикабыҙға сәскә атыуын һәм йылдам үҫешеүен теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.