Бөтә яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 11:05

9 декабрь – Ватан геройҙары көнө

Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә.

Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, 1769 йылда Екатерина икенсе тарафынан изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла, ул тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.
Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Яңы Павловка ауылындағы “Дуҫлыҡ” паркында Ейәнсура районынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының бюстары ҡуйылған Дан аллеяһы бынан ике йыл элек асылды.
Читайте нас: