1957 йылдың матур йәй көнө ине. Яңы Себенле ауылында һуғыштан һуңғы ауыр йылдар бер аҙ онотола барып, халыҡтың көнкүреше саҡ ҡына алға, яҡшырыу, еңеләйеү яғына йүнәлеш ала башланған ине ул йылдарҙа.
Өйҙәрҙең һалам түбәләре яңы һалам, ҡайһылары таҡта йә шифер кеүек материалдар менән ябыла башланы. Ишек алдары уратылып, йәшелсә, емеш ҡыуаҡтары ултыртылды. Халыҡтың күңеле күтәрелеп, күҙе асылып, яңы көс менән бөтөн энергияһын биреп эшләүе, донъяны яйлап үҙгәреү яғына этәрҙе.
Шундай көндәрҙең береһендә беҙ ғаиләбеҙ менән ишек алдында йәм-йәшел ҡаҙ үләне өҫтөндә ашъяулыҡ йәйеп, киске аш ашарға йыйынып йөрөй инек. Күптәр йыш ҡына шулай итә торған ине: өйҙәр бәләкәй, ҡыҫыҡ, ә ишек алды иркен, еләҫ, ҡоштар һайрай, гүйә, илдең матурая барғанын улар ҙа һиҙә. Кәртәләр юҡ әле, бөтөн тирә-яҡ асыҡ. Һирәк кенә урамдан ауылдаштар уҙып китә, барыһы ла таныш, үҙ кешеләр. Ҡайһы берҙәре ҡысҡырып иҫәнләшеп уҙа, ҡайһыларын йә атайым, йә әсәйем: “Әйҙә беҙҙең менән сәй эсергә!” – тип саҡырып та ҡуялар. Ҡайһы ваҡыт бергәләп яҡын кешеләр менән һөйләшеп ултырып сәй эсергә тура килгән саҡтар ҙа булғылай. Шул арала ҙур ғына кәүҙәле бер апай уҙып барышлай күтәренке кәйеф менән: “Ашығыҙ тәмле булһын!” – тип сәләмләне лә ары атланы. Шунда атайым: ”Әйҙә, бергә булһын! – тине лә дауам итте. – Түтәй, улай ғына уҙып китмә әле, бергәләп сәй эсеп алайыҡ”. Ул минең класташымдың әсәһе ине. Апай туҡтаны ла бер аҙ уйланып торҙо, шунан әсәйемә өндәште: “Шәмсинур һылыу, һине күптән тап килтерә алмайым да ҡуям. Әйтәһе һүҙем бар ине. Һеҙҙең янға барһам, оҙаҡҡа китә, үҙең бер-ике минутҡа ғына кил әле яныма берүк “.
Әсәйем күп уйлап тормай ғына: ”Барып киләйем, важный хәбәре бар ахыры, оло апай бит, ашай тороғоҙ”, – тип һөйләнә-һөйләнә уның янына йүнәлде. Беҙ, ҡалғандарыбыҙ, киске ашҡа тотондоҡ, ҡартинәйем дә: “Ашай башлайыҡ, хәҙер килер ул”, – тине.
Теге апай әсәйемә бик тауышланмай ғына нимәлер һөйләй башланы. Ара 25-30 аҙым булыр, һөйләшкәндәре ишетелһә лә, нимә тураһында икәне аңлашылмай. Шулай бер аҙ һөйләшкәс, апайыбыҙҙың илаған тауышы ишетелде, уға ҡушылып әсәйем дә иларға тотондо. Беҙ аптырашҡа ҡалдыҡ, ашауҙан туҡтап бер аҙ ултырғас, атайым: “Нимә булды икән, яндарына барып киләйем әле”, – тип тора башланы. Шунда мин: “Бармай тор, бер аҙ көтәйек”, – тигәс,”Ярар”, – тип кире ултырҙы.
Оҙаҡҡа барманы был хәл, апай әсәйемде ҡосаҡлап, илауҙан саҡ тыйылып һаубуллашты ла, нимәләрҙер әйтеп китеп барҙы. Беҙ аптырашып, өндәшмәй генә, был хәлдең аҙағын көтөп ултырҙыҡ. Әсәйем тынысланып: “Әйҙәгеҙ, ашайыҡ инде”, – тине лә, нимә булғанын һөйләп бирҙе.
Баҡһаң, ул апай һуғыш бөткән генә йылдарҙа беҙгә килеп киткәнен иҫкә төшөрөп, уға ярҙам иткән өсөн рәхмәттәрен әйтергә әсәйемде саҡырған икән. Ә мин ул һөйләгәндәрҙе барыһын да яҡшы хәтерҙә ҡалдырҙым, ул ваҡиға һаман минең күҙ алдымда тора. Миңә ул ваҡытта алты тулып етенсе йәш бара ине.
Һуғыш бөтһә лә, унан һуңғы йылдарҙа оҙаҡ ваҡыт тормош бер ҙә еңеләймәне, аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш, хәйерселек хөкөмсөлөк итте. Был турала күп яҙылды, күп һөйләнде инде. Ҡабатлап тормайым, 1947 йылдың март урталары ине ул көн. Тышта буран, епшек ҡар бер-нисә көн инде туҡтамай дауам итә. Ауыл халҡының иң ыҙа кисергән айы була торған ине ул март. Март еттеме, төп ашаған ризыҡ – картуф бөтә лә ҡуя, ә икмәкте ҡасан туйғансы ашағанын кешеләр хәтерләмәй ҙә инде, күберәк һөйләшеүҙәр балаларҙы ғына әллә ниҙә бер булһа ла туя ашатып алырлыҡ ваҡыттар булырмы икән тигән темаға ҡайтып ҡала. Гел шундай булып торор кеүек ине ул. Картуф бөткән ваҡытта һыйыр быҙауламаған булһа, ундай нужаны үткәреп, йәйге үләнгә етеү – иң ауыр мәсьәлә булды халыҡ өсөн. Халыҡ өсөн генә лә түгел, мал өсөн дә, сөнки март айында бесән дә бөтә ине. Күберәк кешеләр бер һыйыр ғына тоттолар, уны үләнгә еткереү – шулай уҡ ауыр мәсьәлә булды. Йыш ҡына күптәр һыйырҙы ашатыу өсөн һарайҙарҙың һалам түбәләрен, утъяҡҡыстарҙың, хатта өй түбәләренең һаламдарын тотона ине.
Хәтерләйем, халыҡтың һарай, өй түбәләренең бер ҙә сифаты булмаған һаламдарын фермалағы колхоз малдары өсөн малсыларҙың ташып тотонған саҡтары ла күп булды.
Шундай ауыр ваҡыттарҙың бер көнө ине был. Беҙ биш йәшлек һылыуым менән күҙҙәрҙе тәҙрәнән алмай, епшек ҡарҙың туҡтағанын көтөп, урамдан һирәк кенә үткән кешеләргә ҡарап ултыра инек. Бер ваҡыт беҙҙең өйҙөң ҡаршыһына бер апай туҡтаны ла оҙаҡ ҡына китмәй баҫып торҙо. Бер талай торғас, туҡтала-туҡтала яй ғына беҙгә табан йүнәлде. Тәҙрәгә яҡынайғас әсәйем: “Кем икән был? – тип ҡараны ла, – таныш апай бит”, – тип ҡаршы сығып китте. Икәүләп килеп инделәр. “Ултыр, апай”, – тип әсәйем өндәште. Ләкин апай ишек төбөндә баҫып тороуын дауам итте. “Әҙерәк йылындым шикелле, – тине лә, һүҙ башланы: – Һылыуҡайым! Миңә былай килеп инеү шул тиклем ауыр ҙа, оят та. Шулай булһа ла, был хәлдән ҡотолорлоҡ бер сара ла тапманым. Балаларым бына өсөнсө көн бер киҫәк ризыҡ ҡапҡандары юҡ. Йә буран туҡтамай, күрше урыҫ ауылдарына барып берәр эштәрен эшләшеп йөрөп ҡайтырлыҡ түгел, ниндәйҙер уңайы сығыр ине, бәлки. Үҙем генә улай итеп сығып йөрөргә лә ҡыйын: телдәрен белмәйем. Бына русса һөйләшә белгәс, һиңә анһатыраҡ, бәлки мине лә эйәртеп берәр ауылға йөрөп ҡайтһаҡ, хатта ла ҙур ярҙам булыр ине. Нисек кенә ҡыйын булһа ла яҡыныраҡ күргән ауылдаштарыма барып киләйем, бәлки ҡайһылары ярҙам итеп ебәрерлек мөмкинселек табырҙар тип йөрөйөм бына. Беләм, үҙҙәре лә саҡ йәшәйҙәр, бына һинең дә хәлең бик ауыр, ундай хәбәрҙе ҡуҙғатыуы ла урынһыҙ...” – тине лә, башҡа һүҙ әйтә алмай туҡтап ҡалды. Үҙе йәштәрен күрһәтмәй генә эстән һулҡылдап илай ине.
Әсәйем, ысынлап та, 11-12 йәшлек сағында йәтим ҡалғас, ағайҙарына эйәреп “Әсташ” тигән ерҙә “Инәк” совхозы ойошторолған саҡта, шунда булдырылған балалар баҡсаһында бәләкәйҙәрҙең иҫкеләрен йыуып көн күргән. Шул саҡта аңлашырлыҡ русса ла өйрәнгән. Ҡайһы ваҡыт: “Әйҙә, урыҫҡа барып киләйек әле”, – тип әсәйемә өндәшеүселәр була торған ине, бергәләп сығып киткәндәрен дә хәтерләйем.
Шулай бер аҙ паузанан һуң әсәйем:
– Апай! Һиңә нисек кенә ярҙам итәйек икән? Картуфыбыҙ бөттө шул, бер нисә ҡабаҡ менән әҙерәк сөгөлдөрөм бар. Үҙебеҙ әле шулар менән көн күрәбеҙ. Бына һиңә әле бешеп ятҡан ҡабаҡтың яртыһы, ал шуны, – тип өҫтәл аҫтынан яңы ғына ҡырҡылған ярты ҡабаҡты алып бирҙе.
Ҙур ҡабаҡ ине ул, әсәйем: “көсөң етмәһә, күршеләрҙең бәләкәй санаһын алып торайыҡ”, – тип әйтеп ҡараһа ла, апай: “Юҡ! Ярар, күтәреп кенә алып ҡайтырмын, бик алыҫ түгел бит”, – тине лә, шәле аҫтынан ябынған яулығын сисеп, шуға урап бәйләне лә арҡаһына һалып, рәхмәттәр әйтә-әйтә ҡабаланып ҡайтып китте.
Ул апайҙы был һөйләшеүҙәр барған саҡта мин танымай инем әле. Мәктәпкә йөрөп. уның улы менән бергә уҡый башлағас, бер-беребеҙгә йөрөшөп аралашып, дуҫлашып киттек.
Мин әле сит ҡалала уҡып йөрөй инем, ул апайҙы күптән күргән юҡ, ололарҙың һөйләшеүҙәре генә иҫкә төшөрҙө. “Шул ярҙамың менән ялғанып киттек, ике көнгә етте ул ярты ҡабаҡ, мең рәхмәттәр һиңә, Шәмсинур. Әллә ҡасандан йыйынам күреп китергә, әллә нимә менән үтә ваҡыт, тура килтерә алмайым да ҡуям. Ул ғына ла түгел бит әле, урыҫҡа бергәләп йөрөп ҡайттыҡ, онотманыңмы. Уныһы ла ҙур ярҙам булды. Мин дә ниндәйҙер изгелек күрһәтергә тейеш инем һиңә. Ана өйөң дә, һарайың да һылап ағартылмаған, әйҙә һылашып бирәйем, миңә мотлаҡ әйт, башҡа шундай эшең сыҡһа – тағын әйт тип, ҡабат-ҡабат рәхмәттәр әйтеп, ҡайтып китте апай”, – тип һөйләне әсәйем.
Ололар оҙаҡ ҡына ул апайҙың ауыр тормошо тураһында һөйләшеп ултырҙылар... Биш бала бит, шуларҙы кеше итте, көндөҙ – иҙән йыуыусы, төнөн фермала мал ҡараусы булып эшләне, тағы ла бер нисә эштә йөрөп, бер үҙе барлыҡ көсөн һалып тырышты. Балалары ла талантлы булды: ике улы – табип, бер улы – комбайнер, икенсеһе – рәссам, ә ҡыҙы уҡытыусы һөнәрҙәрен һайланылар. Ә беҙгә уға ҡарағанда йәшәүе күпкә еңелерәк булғандыр. Сөнки ҡартинәйем көслө, эшсән әбей ине, ул күп эштәрҙе еңелләштереү сараһын табып торҙо. Балаларҙан да беҙ һылыуым менән икәү генә инек. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: әсәйем оҫта тегенсе булды, ауылда бик кәрәк кеше ине ул. Эш шунда: ауылда ул ваҡытта әҙер кейем булманы. Күптәр иҫке-моҫҡо кейемдәрен, йә размеры тура килмәгәндәрен беҙгә алып килеп, йә бәләкәсәйтеп, йә ҙурайтып, ремонтлатып ала торғайнылар. Ҡайһы кешеләргә фронттан төрлө кейемдәр йә материалдар менән посылкалар ҙа килә ине. Шундай сепрәк-сапраҡтарҙы кейемгә әйләндереп бирә торған урын ине беҙҙең өй. Күбеһен бушҡа эшләһә лә, теккән өсөн ҡайһы берәүҙәр ашамлыҡ алып килгеләне. Иҫке әйберҙәрҙе һүтеп, йөйҙәрен таҙартып тегергә әҙерләп биреүҙә хәтһеҙ генә минең дә ҡатнашлығым булды.
Беҙҙең ауылдың халҡы эшсән, тырыш булды. Тәүҙә колхоз, унан һуң “Инәк” совхозы составында ауыл гөрләп торҙо. Һуғыш йылдарында таралып бөтә яҙған Яңы Себенле ауылы яңынан аяҡҡа баҫты. Ун йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, яңы фермалар, ремонтлау мастерскойы, гараж, ауыл хужалығы техникаһы парктары һәм башҡа объекттарҙың эше гел маҡталып торҙо һәм районға күтәрелергә ҙур этәреш булды.
Ә беҙ һөйләгән апай оҙон ғүмерле булды. Етеш тормоштоң рәхәтен күреп, йөҙ йәшкә етә яҙып, ҙур хөрмәт эсендә уның был донъянан күскәненә әллә ни күп тә түгел. Йәне ожмахта булһын!
Хәҙер шул көндәр ҡайһы ваҡыт иҫкә төшә, онотолмай. Нисек сыҙап, үҙен һаҡлап ҡына түгел, ә бөтөн тормошто үҙгәртерлек көс ҡайҙан тапты икән беҙҙең халыҡ, тип уйландыра ла, тик ауыр һынауҙарҙы ғына башҡа насип итмәһен инде Хоҙай, тип ҡуяһың...
Ә халыҡтың йөрәге аша үткән ул тарихты оноторға ярамай: шул үткәнгә дөрөҫ баһа биреү өсөн, хаталар булһа ҡабатламаҫ өсөн, хәҙерге тормоштоң ҡәҙерен белеү өсөн...
Чулпан Ғөбәйҙуллин. Таҙлар ауылы.
ФОТОЛА: Нурзидә (һулда) менән Гөлшат – әсәйемдең бер туған ағайҙары Нуретдин һәм Фәхретдин Бикташевтарҙың ҡыҙҙары. Яңы ғына тектереп алған күлдәктәрен күрһәтеп торалар.