27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.
Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтамай авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ- түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.
1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә.