Бөтә яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 17:28

Сталинград алышында еңеүгә – 78 йыл

2 февраль – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград алышында тар-мар итеүенә 78 йыл тула.

Сталинград алышы — Икенсе бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында Ҡыҙыл армия һәм Вермахт араһында («күсәр» илдәре менән берлектә) иң мөһим генераль алыштарҙың береһе.
Алыш хәҙерге Воронеж, Ростов, Волгоград өлкәләре һәм Ҡалмыҡ Республикаһы территорияларында 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара.
Немец һөжүме 1942 йылдың 17 июленән 18 ноябренә тиклем дауам итә, уның маҡсаты — Дондың ҙур бөгөлөшөн, Волга-Дон муйынын һәм Сталинградты (хәҙерге Волгоград) яулап алыу.
Сталинград алышы, 1941—1942 йылдарҙағы бер нисә еңелеүҙән һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ғына түгел, бөтә Икенсе донъя һуғышында «төп һынылышҡа» баш һала, совет командованиеһы стратегик инициативаны үҙ контроле аҫтына ала.
Сталинград алышы кешелек тарихында кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙары дөйөм һаны буйынса (һәләк булғандар, госпиталдәрҙә яраларҙан вафат булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар) иң аяуһыҙ һәм иң ҡанлы алыштарҙың береһе була: РККА яғынан 478 741 кеше (323 856 кеше һөжүм итеү фазаһында һәм 154 885 кеше — оборона алышында); вермахтяғынан — яҡынса 300 мең кеше; Германия союздашы (итальяндар, румындар, венгрҙар, хорваттар) — яҡынса 200 мең кеше, һәләк булған граждандарҙың һанын хатта яҡынса билдәләү мөмкин түгел, әммә һүҙ кәмендә тиҫтәләрсә мең иҫәбе хаҡында бара.
Вермахт һәм уның союздаштарының Түбәнге Волга буйы һәм Кавказ территорияларын, ә шулай уҡ Баҡы нефть ятҡылыҡтарын баҫып алыу хәүеһфеҙлеген юҡҡа сығарыу — еңеүҙең хәрби әһәмиәте.
Шулай уҡ 1943 йылдың яҙында Төркиәнең СССР-ға һөжүм итеүҙән баш тартыуы, Японияның алдан планлаштырылған Себер походын башламауы, Румынияның (Михай), Италия (Пьетро Бадольо), Венгрия (Миклош Каллаи) һуғыштан сығыу юлдарын һәм Бөйөк Британия һәм АҠШ менән сепарат солохон төҙөү мөмкинлеген эҙләүе сәйәси әһәмиәткә эйә була.
Читайте нас: