"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
15 Июль , 14:38

Асыҡ тәҙрәләр янында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Асыҡ тәҙрә бәләкәй балалар өсөн хәүефле. Бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн һаҡлыҡ саралары тураһында иҫкәртәбеҙ.

Балаларҙы тәҙрәһе асыҡ булған бүлмәлә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Бала аса алмаһын өсөн махсус йоҙаҡтар йәки тәҙрә рәшәткәләре ҡулланығыҙ.

Әленән тәҙрәгә бик ҡуйырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, тотҡаларын алығыҙ һәм уларҙы юғарыға алып ҡуйығыҙ. Кәрәк саҡта ҡулланғас та урынына ҡуйығыҙ.

Бала тәҙрә төбөнә менә алған йорт йыһазын тәҙрә эргәһенә ҡуймағыҙ.

Балаға тәҙрә янында уйнарға, тәҙрә аша эйелергә һәм тәҙрә төбөндә ултырырға ярамағанын аңлатығыҙ.

Москит селтәренә ышанмағыҙ, ул сабыйҙың ауырлығына ҡаршы тора алмай.

Әгәр балаға тәҙрәнән нимәлер күрһәтәһегеҙ икән, уны һәр ваҡыт ныҡ тотоғоҙ. Сабыйҙың киҫкен хәрәкәттәренә әҙер булығыҙ — ҡулдарығыҙ ҡоро булһын. Баланы кейеменән тотмағыҙ.

Мөмкин булһа, тәҙрәләрҙе елләтеү режимында ғына асығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: