Бөтә яңылыҡтар

Бер нимә лә, бер кем дә онотолмай...

Башҡортостанда "Ер хәтере" акцияһы үтә. Унда Ейәнсура районы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Бер нимә лә, бер кем дә онотолмай...
Бер нимә лә, бер кем дә онотолмай...

Баймаҡ ҡалаһында үткән  “Ер хәтере ” республика марафоны сиктәрендә тантаналы сара булып үтте.

Әйткәндәй, “Ер хәтере” республика марафоны 2022 йылдың 3 майынан 8 майға тиклем Башҡортостандың 9 зона үҙәгендә үтәсәк.

Был танатналы сарала Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм Баймаҡ ҡалаһының йәмәғәт ойошмалары йәмәғәтселәре ҡатнашты.

Ейәнсура районынан хәрби хәрәкәттәр ветераны Алмаз Азат улы Ейәнбирҙин һәм йәш армеецтар Ф.Солтанов исемендәге 3-сө һанлы мәктәп уҡыусылары Арслан Уразов, Радмир Хәсәнов, Георгий Яковлев Күгәрсен, Хәйбулла, Баймаҡ райондары делегацияһы составында  Ейәнсура тупрағын гильзаға һалыуҙы ғорурлыҡ һәм намыҫ менән башҡарҙы.

Акция 9 майҙа Өфө ҡалаһында Рәсәй Геройы – генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл нигеҙенә хәтер тупрағы һалынған гильзаны һалыу тантанаһы менән тамамланасаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: